Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
19 Май 2022, 14:58

“МАТУРҺЫҒЫҘ!” Хикәйә. Әлиә САМАТОВА

Унынсыла уҡыған ҡыҙы Зәлифә әсәһенең ай-вайына ҡуймай “Бәйләнештә” селтәрендә сәхифәһен булдырғайны. “Әсәй, тормоштан артта ҡалма, хәҙер бөтәһе лә төрлө сайттарҙа ултыра. Класташтарыңды табырһың, әхирәттәр булдырырһың, аралашырһың”, – тигәс, ризалашҡайны Әлимә. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр инеп, таныш-тоноштарының яңы фотоларын ҡарап, донъялағы хәл-ваҡиғаларҙы байҡап сыҡҡылай. Бөгөн дә ирен эшкә, ҡыҙын мәктәпкә оҙатып, мал-тыуарға бесән һалып, ҡош-ҡортона ем һибеп ингәс, компьютерын тоҡандырғайны ла... Бына һиңә мә! Матурһығыҙ, имеш...

“МАТУРҺЫҒЫҘ!” Хикәйә. Әлиә САМАТОВА
“МАТУРҺЫҒЫҘ!” Хикәйә. Әлиә САМАТОВА

Һы... Матурһығыҙ... Ул әҙәмдең миндә ни эше бар? Ни хаҡы бар шундай һүҙҙәр яҙырға? Кем ул? Теге Гөлфирә апай әйтмешләй, минең такуйымда уның какуйы. Ул тарих ауыл мәҙәгенә әйләнеп, хәҙер ярты быуат йәшәй инде. Гөлфирә апайҙың күршеһе урыҫ Коля мәрәкәләп, мунсанан сыҡҡанын ҡарап тороп: “С легким паром!” – тип баҡса аша өндәшә икән. Русса әллә ни аңлап та, һупалап та ҡарамаған апай, енләнеп: “Наңҡылдама! Ошо Күлә наңҡылдар ҙа торор!” – тип тетмәкәйен тетеп, шәп-шәп баҫып өйөнә инеп китә лә шундуҡ яңынан ишеге асылып, Гөлфирә апайҙың башы күренә: “Минең такуйымда һинең какуйың!” – тип бар асыуын ишегенә төшөрөп, шартлатҡансы ябып ҡуя.

Унынсыла уҡыған ҡыҙы Зәлифә әсәһенең ай-вайына ҡуймай “Бәйләнештә” селтәрендә сәхифәһен булдырғайны. “Әсәй, тормоштан артта ҡалма, хәҙер бөтәһе лә төрлө сайттарҙа ултыра. Класташтарыңды табырһың, әхирәттәр булдырырһың, аралашырһың”, – тигәс, ризалашҡайны Әлимә. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр инеп, таныш-тоноштарының яңы фотоларын ҡарап, донъялағы хәл-ваҡиғаларҙы байҡап сыҡҡылай. Бөгөн дә ирен эшкә, ҡыҙын мәктәпкә оҙатып, мал-тыуарға бесән һалып, ҡош-ҡортона ем һибеп ингәс, компьютерын тоҡандырғайны ла... Бына һиңә мә! Матурһығыҙ, имеш... Аш бүлмәһе менән оло яҡты бер итеп, ҡыҙыу-ҡыҙыу йөрөгән Әлимә үтеп барышлай үҙенең көҙгөләге сағылышын күреп, тертләп китте. Матурһығыҙ... Ҡайҙа бында матурлыҡ?! Яулыҡ аҫтына йәшерелгән сәстәрҙең һатлыҡйәндәй салдары ике сикәнән күренеп йөҙөн ҡартайтҡан, ҡан баҫымы күтәрелгән, күҙҙәр ҡыҙарып шешмәкләнгән. Төртһәң һытылырға торған түп-түңәрәк йөҙөндә ваҡ төймәләй ике күҙе бызырайып ҡалған. Һыуыҡтан һаҡлаған шарфтай, икенсе эйәк муйынды уратҡан. Уф-ф-ф!.. Ҡиәфәтен сағылдырған көҙгөнө ҡараштары менән тишерҙәй булып ҡарап торған ҡатын, йәһәт кенә өҫ кейемен эләктерҙе лә атылып тышҡа сыҡты. Шул мәлдәге әрнеүле ҡарашына шаһит булғандың йөрәге өҙөлөр ине, биллаһи. Юл ыңғайына ҡулына көрәген эләктереп, һарай эсенә инеп юғалды Әлимә. Һыуыҡта өшөмәһендәр тип, мал аҫтына түшәлгән күрәндән оя иҙәне ҡалынайып киткән, әсе еҫ танауҙы яра. Эшенән арып һуң ҡайтҡан Хәмитенең таҙартырға ҡулы етмәй ҙә ҡуя шул. Бәләкәстән ауыл эшенә батымлы Әлимәнең, атаһы әйтмешләй, беләге биш ҡырлы. Асыу ҡатыш ярһыу менән үпкәләү бергә ҡушылғас, тиҙәк һә тигәнсе бер мөйөшкә өйөлдө, оя иркенәйеп киткәндәй булды хатта. Шуманға тултырып аҙбар артындағы бәрәңге баҡсаһына ташып түккәс, арманһыҙ булып арыған, әммә тыныслана төшкән Әлимә өйөнә йүнәлде. Өҫкө кейемен һалғас, тирләгәнлектәнме, арҡа буйын земберләтеп кенә һыуыҡ йүгерҙе. Мейескә ут яғырға кәрәк. Бәй, усағы ла һүнеп ҡуйған даһа... Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, туҙы ла күренмәй. Хәстәрлекле Хәмите ҡарағас киптереп ҡуйған, шуны алып сыра телде ҡатын. Көл аҫтынан йылмайышып ҡуҙҙары ла килеп сыҡты. Һай, һүнмәгән икән усағы Әлимәнең! Өрөп тоҡандыраһы ғына кәрәк. Сытыр-сытыр килеп кенә, өмөт сатҡыларын баҙлатып, янып китте утыны. Ҡатын-ҡыҙҙы дымлы утын менән үтмәҫ бысаҡ ҡартайтыр, ти. Ул яғына Әлимә бәхетле. Ире бер нисә йыллыҡ утынын әҙерләп, өйөп кенә ҡуя.

Төшкө аш бешеүгә ҡыҙы ла ҡайтып ингәс, кәйефләнә төшкән әсә сәй табыны әҙерләне.

– Әсәй, икенсе юлы компьютерҙы улай тура розетканан һүндермә йәме, юғиһә тиҙ ватыласаҡ. Һул мөйөштә һүндерергә тигән һүҙгә баҫһаң, яҡшыраҡ булыр.

– Ярай, ҡыҙым, шулайтырмын. – Баяғы ҡуҙҙай янған биттәрен йәшерәм типме, һыуытҡастан һөт-майын алған кеше булып, оҙаҡ ҡына баҫып торҙо ул. Ҡыҙы һиҙеп ҡалмаһын. Хатты уҡып ҡуймаһын. Ояты ни тора! Һы, матурһығыҙ... Эсенә инеп оялаған ғәйбәре уянып, тағы ла тынғылығын урланы. Матурһығыҙ, имеш... Уйнаш! Үҙенең бына тигән ҡатыны, балалары барҙыр әле. Күрһәтермен мин һиңә матурһығыҙҙы! Ирле ҡатынға ниндәй хаттар яҙып ятырға белерһең! Йүнһеҙ! Үҙенең ғаилә хәле, балалары тураһында сәхифәһендә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡлығын белмәй шул Әлимә. Уның ҡарауы, һомғол кәүҙәһенә килешеп торған аҡ төртөклө зәңгәр күлдәктәге фотоһында ҡуйы ҡара сәстәрен бөҙрәләтеп төшөргән, ҡуйы керпекле күҙҙәренә һөрмә тартҡан, бүлтәйеп кенә торған ирендәренә помада буяған бик һылыу ҡатын баҫып торғанын да иғтибарламаған, ахырыһы. Ул фотоға ла хәҙер ун дүрт йыл булып киткән шул.

Зәлифә менән малдарға һыу эсереп, бесән һалды. Өйгә һыу, утын индерҙеләр. Икәү эшләһәң, күңеллерәк тә шул. Эшең миңә булһа, өйрәнгәнең үҙеңә тип ҡеүәтләп кенә тора ул балаларын. Ҡалала техникумда уҡыған улы ла ҡайтҡан арала тик ултырмай. Тирләп эшләһәң, тәмләп ашарһың, ти ул шаяртып. Студент кеше ашауҙың ҡәҙерен белә инде.

– Әсәй, минең теге ҡыҙыл кофтамды күрмәнеңме ул?

– Шунда шкафта ине, балам, иғтибарлап ҡара, – бәйләменә тотонған Әлимә башын ҡалҡытмай ғына яуапланы.

– Эҙләйем, таба алмайымсы.

Йоҡо бүлмәһенә ингәс, Әлимә аптырап китте. Зәлифә бөтә әйберҙәрҙе сығарып диванға һалған, сиған баҙары тип торорһоң.

– Бер ыңғай шкафты ла йыйыштырайым тим, әсәй.

– Яҡшы иткәнһең. Кофтаң да килеп сығыр. Бесән араһына төшөп юғалған энә түгел дәбаһа.

Әсәле-ҡыҙлы һәр әйберҙе бөкләп, тәғәйен кәштәгә һала барҙылар. Араларынан төргәк килеп сыҡҡас, Әлимә бер яҡ ситкә алып ҡуйырға уйлағайны ла, ҡыҙы ай-вайына ҡуймай:

– Әсәй, бында нимәләр ул? –тип төргәкте асып та ебәрҙе. Аҡ төртөклө зәңгәр күлдәк менән бергә бихисап кейем-һалым диванға ҡунаҡланы. Модалы джинсыларҙы, сағыу кофталарҙы, матур күлдәктәрҙе берәм-берәм тикшергән ҡыҙы әсәһенең күҙҙәрендәге һағышты һиҙмәне лә шикелле.

– Оһо, әсәй, был бит һинекеләр! Ҡайһылай шәп! – Хәбәрен сурыта-сурыта, кейемдәрҙе кәүҙәһенә самалап, көҙгө эргәһендә орсоҡтай өйөрөлдө ҡыҙ бала. Сират аҡ төртөклө зәңгәр күлдәккә лә етте.

– Быныһы бигерәк матур күлдәк! Өр яңы!

– Мин уны утыҙ йәшлек юбилейыма ғына кейҙем дә һалып ҡуйҙым шул. Тағы ҡайҙа кейәйем инде. Һуңынан бәләкәсәйҙе, ҡыҙым. Әллә үҙем...

Әсәһенең тауышындағы һағышты Зәлифә һиҙмәй ҡалманы. Ул әйберҙәрҙе төргәккә кире йыйҙы ла өҫкө кәштәгә һалырға ашыҡты.

Матурһығыҙ... Хәҙер инде Әлимә был һүҙҙәргә асыуланманы. Бына әле күрһен ине ул “матурҙы”... Мине күргәс үҙгәргән йөҙөңдө ҡарарға ине бына. Ауыҙ һыуыңды ҡоротоп, матурһығыҙ тип тормаҫ инең әле, ҡойроғоңдо һыртҡа һалып, һыпыртыу яғында булыр инең. Үҙ уйҙарынан үҙе һөйөнөпмө, әллә теге селтәрҙәге ирҙән үс алғанын күҙаллапмы, әллә үҙен йәлләпме, Әлимә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Был көлөүҙә барыһы ла бар кеүек: әсенеү, һағыш, асыу... һәм йәшерен тағы ла әллә ниндәй хис. Әлегә Әлимә уныһын аңлап етмәне.

Төнөн Хәмите арҡаһы менән боролоп, ҡаты йоҡоға талғас, уйҙары, шуны ғына көткәндәй, мейеһен уралтып осорға тотондо. Ире наҙлап биленән ҡосаҡлап үҙенә һыйындырыр ҙа, “тәмле төштәр, матурым”, тип ҡолағына шыбырлар ине. Иркәләнеп ҡосағында ятыуҙар ҙа һағындырып килгән яҙҙар кеүек кенә хәҙер. Матурым тигән һүҙе лә онотолдо. Күҙҙәрен йомоп, иренең көслө ҡулдарын үҙенең билендә тип күҙ алдына килтерҙе ҡатын. Ә ҡайҙа һуң ул биле?! Ҡапыл күҙҙәрен асҡан Әлимә, карауатҡа һалынып төшкән ҡорһағына тейеүҙән, үҙе ерәнеп киткәндәй булды. Ҡайһы арала шундай йәйелде һуң әле ул?.. Әллә теге көн Хәмите, иҫереккә һалышып, дөрөҫөн әйтте микән?..

Бер кисте ире эштән лаяҡыл иҫереп ҡайтты. Бер дуҫының өс ҡыҙҙан һуң дүртенсегә малайы тыуған да йыуғандар былар. Бик һирәк була торған хәл булһа ла, Әлимә әҙерәк әйткеләп алды. Бөтөнләй әйтмәһәң, бәйҙән ысҡынып шашып китер тигәндер инде. Теге малайын алдан туҡмаҡ ҡуйған сиған һымаҡ, киҫәтеп ҡуйыуҙы ла хуп тип тапҡандыр. Апаруҡ “тейәгән” Хәмиткә кәләшенең әйтеүе оҡшап етмәнеме, әллә ҡайһы бер дуҫтарының һөйләүенсә, ирлеген күрһәтергә теләнеме, “Һыйыр”, тип ысҡындырҙы ул Әлимәһенә. Аҡтыҡ көсөн йыйып, шул һүҙҙе һығып сығарҙы ла карауатҡа ауып, йоҡлап та китте. Һыйыр... был һүҙҙе Хәмитенең хатта иҫерек теленән дә көтмәгәйне ҡатын. Ныҡ асыуы килде. Иртәгәһенә иртәнге ашҡа ултырғас, иренең алдына аш ҡуйҙы ла: “Мө-ө-ө”, – тип мөңрәне. Башы сатнаңҡырап торған Хәмит ҡолағыма ишетелгәндер тип иғтибарламағас, тағы ла һуҙыбыраҡ “мө-ө-ө-ө” яңғыраны.

– Нимә эшләйһең ул, кәләш?

– Һиңә тәмле аштар теләйем, – көтөлмәгән яуаптан шаңҡыған ир, кисен эшләнгән хатаның һөйгәненә төҙәлмәҫ яра һалыуын аңланы. Башҡаса ундай хәл ҡабатланмаҫын мейеһенә һеңдереп ҡуйҙы ул.

“Айныҡтың – уйында, иҫеректең – телендә”, ти. Шул көндө һөйгәне дөрөҫ әйткән түгелме?..

Икенсе көнөнә ҡыҙыҡһыныуы еңде Әлимәне. Өйҙә яңғыҙы ҡалғас, компьютерҙы тоҡандырҙы. Хаттар бүлегендә теге “Матурһығыҙ” асып уҡылмағайны әлегә. Оятһыҙ, битһеҙ тип яҙып ебәрергәме әллә... Ҡыйыулығын йыйып тәүәккәлләгән ҡатын хат эйәһенең сәхифәһенә инеп китте. Фотоһына баҫҡайны, экранда бөхтә генә кейенгән, мөләйем йылмайған яғымлы ҡарашлы урта йәштәрҙәге ир-егет хасил булды. Ғаиләһе, балалары барҙыр инде, моғайын, тип башҡа фотоларын ҡарарға уйлағайны ла, таныш булмаған кешенең тормошон сағылдырған башҡа мәғлүмәт булмай сыҡты. Шул йәшкә етеп, моғайын, яңғыҙ түгелдер инде. Әллә айырылғанмы? Ниңә яңғыҙ? Берәй йүнһеҙ әҙәмдер әле... Ҡайһылай мөләйем йылмайып тора үҙе. Шулайтып ҡатын-ҡыҙҙарҙы әүрәтеп, ғаиләләрен тарҡатып, яңылыш юлға баҫтырыусы бер алдаҡсылыр инде. Йә булмаһа берәй альфонс. Таҫма теле менән йомшаҡ һөйләп, мөлкәттәренә ҡул һуҙып, тишек шоманға ултыртыусылар аҙмы хәҙер?.. Вәт һин уны! Хәҙер үк юйып, ҡара исемлеккә индерергә кәрәк үҙен! Һайлаған төймәгә баҫырға уйланы ла туҡтап ҡалды Әлимә. Әлегә бер зыяны ла теймәне түгелме? “Матурһығыҙ...”

Урынынан тороп көҙгө алдына килде ҡатын. Яулығын сисеп көн дә елкәгә төрөлөп ятҡан толомдарын ысҡындырҙы. Халатының тышынан кейгән төҫһөҙ кофтаһын систе. Яҡыныраҡ килеп йөҙөнә күҙ һалды. Нисә йылдар крем күрмәгән биттәренә һырҙар йүгергән, күҙ эргәһендәгеләре бураҙналап ятҡан. Ҡыйылып киткән ҡаштар ғына Әлимәнең элекке һылыулығынан сәләм еткерә. Сал сәстәр сикәлә генә түгел түбәгә лә юлаҡ-юлаҡ ятҡан. Магазин тулы сәс буяуы, ниңә алып буямаҫҡа инде. Ваҡытынан алда ҡартайып йөрөгәнсе. Анһат бит: яулыҡ аҫтына йәшерҙең ҡуйҙың. Ә был икенсе эйәге ҡайҙан барлыҡҡа килде лә, нимәгә кәрәк булды инде? Була инде. Ҡыҙынан, улынан артып ҡалған ризыҡ әрәм булмаһын тип йыпырғас. Унан тағы: ашамаһаң, көс булмай. Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ бит. Бөтә донъя мәшәҡәте, мал-тыуар, ҡош-ҡорт уның ҡарамағында. Ауылда эш тә булмағас, үҙен тулыһынса хужалыҡҡа бағышланы Әлимә. Иренең эше ауыр: тимер юлында йәйге селләлә лә, ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла, ямғыр-буранда ла – көндәр буйы асыҡ һауала. Балалары ла ҡул араһына ингәндән бирле ярҙамлашалар, әммә уларҙың иң төп эше уҡыу икәнен дә онотмай тырыш хужабикә. Йылдан-йыл белем алыуҙары ҡатмарлаша. Берҙәм имтиханы ғына ни тора!

Үҙенең шелтәле һорауҙарына үҙен аҡларҙай яуаптар эҙләп күпме торғандыр. Шулай ҙа Зәлифәһе менән ашарға ултырғас, тәүге тапҡыр икмәкһеҙ генә туйынырға ҡарар итте Әлимә. Иғтибарлы ҡыҙы:

– Әсәй, магазиндан ҡара икмәк алайыҡ, көнөнә бер-ике һыныҡ ашарбыҙ, – тип ҡәҙерлеһенең был аҙымын хуплауын белдерҙе. Магазинға сыҡҡанда юл ыңғайына сәс буяуы, билдәле косметика компанияһының кремдарын да алырға онотманы.

Ул кисте оҙон толомдарын үреп биленәсә төшөргән кәләшенең күҙҙәренә шаян серлелек оялағанын Хәмит тә һиҙмәй ҡалманы. Ярата ул Әлимәһен. Уның тыныслығын, һөйкөмлөлөгөн. Эшһөйәр кәләше бер ҡасан да бәлә һалып ултырмай. Бешергәндәре телеңде йоторлоҡ. Нескә яурындарына донъя йөгө күберәк төшә шул. Ялдарында Хәмит утын-бесән ташыу менән мәшғүл, ҡалғандары күберәк кәләш иңдәрендә.

Ҡайһы саҡта күрше тауығы ҡаҙҙай күренеп тә киткеләй Хәмиткә. Биҙәнеп-төҙәнеп кенә йөрөгән ҡатындарҙы күреп ҡараш ташлаған саҡтары ла булғылап ала. Ир-егет күҙҙәр менән ярата шул. Матурлыҡты күрә белә ул. Юҡҡамы ни күрше ауылдан ҡунаҡҡа ҡайтҡан һылыуҡай Әлимәһен башҡа егеттәрҙең танау төбөнән сәлдереҙе. Матур толомдарын күрһә, йәшлек хәтирәләренә бирелә лә китә. Бөгөнгөләй үреп төшөрөп йөрөһөн ине лә Әлимәһе. Ниңә шундай гүзәллекте йәшерергә. Йәшәреп тә киткән кеүек һөйгәне. Сәстәренең салы күренмәй, әллә буяған инде...  Ҡайһылай килешә үҙенә. Уңалған халатын да сағыу биҙәкле күлдәк алмаштырған даһа. Һы! Ни булған һөйгәненә? Әллә яҡынлашҡан яҙ шулай тәьҫир итәме? Оҡшай, оҡша-а-а-ай Хәмиткә был үҙгәреш.

– Кәләш, соланға утын индереп өйөп ҡуяйым әле, һиңә лә сыға һалып алыуы еңел булыр, – тип күҙен ҡыҫып сығып та китте. Эштәге арығанлығы ла һыпырып алғандай. Ингәндә ике биҙрә һыуын да тотоп инде. – Ошо йәйгә һыуҙы өйгә үткәрәм. Шунан һиңә үҙе йыуа торған машина алырбыҙ. – Алға ҡуйған пландарынан дәртләнеп, еңел баҫып йөрөнө ул.

Һәр кисте Әлимә Зәлифәһе менән бер сәғәттәй ауыл буйлап атлап йөрөргә ғәҙәтләнде. Әсә менән ҡыҙ араһында серҙәр семәрләнде, сөкөр-сөкөр улар урман ҡырынан атлай, шыбыр-шыбыр ғына килеп ауыл урамдарын ҡыҙыралар. Үҫкән ҡыҙы. Элекке алһыу таҫмалы елбәҙәк ҡыҙсыҡтан алмаштырғыһыҙ серҙәшкә, ҡайһы бер өлкәлә шәп кәңәшсегә әйләнде ул. Бер олоноҡон, бер кесенекен тыңла, ти. Замана йәштәренең таһыллығына, тормошто яңы күҙлектән ҡарай белеүҙәренә хайран ҡалаһың. Хәрәкәттә – бәрәкәт девизы аҫтында саф һауа һулап ҡайтҡас, төнгө йоҡо ла шәп, сабый кеүек йоҡлайһың.

Сәхифәһенә лә һирәк-һаяҡ инергә онотманы Әлимә. Бына бөгөн хатын асып ебәреүгә яратҡан ләлә сәскәләрен күреп, хайран ҡалды. Ҡарале, минең ләләләрҙе яратҡанды ҡайҙан белде икән? Ниндәй матурҙар бит әле! Ныҡ ярата ул ошо сәскәләрҙе. Уларҙа ябайлыҡ та, ғорурлыҡ та, серле гүзәллек тә бар. Бигерәк тә ҡырағай ләләләрҙе үҙ итә. Яҙ һайын яр ситтәрендә үҫкән матурҡайҙарға ҡарап һоҡлана. Өҙмәй. Һоҡлана ғына.

Компьютер экранындағы ләләле асылманы ҡарап кәйефе күтәрелгән Әлимә көҙгө эргәһенә килеп баҫты. Йөҙөнөң әҙерәк һурығыуынан сөм ҡара күҙҙәре ҙурайып киткән. Ҡыйбатлы крем үҙ эшен эшләгән – һырҙары тигеҙләнә төшкән. Һөйкөмлө был ҡатындың күлдәге лә киңәйеп киткән икән. Тәҙрәнән нурҙарын уйнатҡан ҡояш көҙгөлә сағылып, Әлимәгә күҙ ҡыҫты. Ирекһеҙҙән йылмайған ҡатын ошо ҡояштың бар наҙын, йылылығын, шаянлығын үҙенә һеңдереп, йәш ҡыҙҙай көҙгө алдында өйөрөлөп алды. Баҡсалағы алмағаста ҡоштар сырҡылдашыуы, тамсыларҙың дәртле тыпылдауы уның күңелен күтәрҙе. Көнө-төнө аш бүлмәһендә һөйләп, йырлап торған радиоһының тауышын өҫтәп, ең һыҙғанып өй йыйыштырырға тотондо. Ҡышҡылыҡҡа баҙға төшөрөп ҡуйған гөлдәрен сығарып һыу һипте. Ярангөлдәренең артыҡ ботаҡтарын ҡырҡып, тупраҡ өҫтәне. Бер өҫтәлдә тығылышып ҡышлаған гөлдәрен тәрбиәләп, ҡояш нурҙарынан йылынған тәҙрә төптәренә теҙҙе. Гөлдәр үҙ урындарына таратылғас, өй ҙә иркенәйеп ҡалғандай. Ҡаралтыларҙы урындарынан шылдырып, үҙенсә ҡуйып иҙәндәрен йыуып алғас, йорто тағы ла йәмләнде хужабикәнең.

Ә ләләләр көн дә килә торҙо. Ниндәйҙәре генә юҡ бит әле! Баҫыуҙарҙағы меңәрләгән ләләле асылмалар Әлимәне ҡыуандырҙы ла, йыуандырҙы ла, ваҡыты менән һиҫкәндерҙе лә. Ләләле яҙ үтеп йәй етеүгә Әлимә үҙ йәшенән күпкә йәшерәк күренгән, һылыу, бәхетле ҡатынға әүерелде.

– Матурым, һөйөнсө! Сюрприз! – тип ҡайтып инде бер көндө Хәмите. Һуңғы йылдарҙа тәүгегә “матурым” һүҙен ишетеү Әлимә өсөн онотолғаныраҡ тойолһа ла, күңеленә майҙай яғылды.

– Йә, ҡәҙерлем, ниндәй сюрприз?

– Һөйөнсө! Икәүләп диңгеҙгә барабыҙ. Бына, эш еренән путевка алдым. Беҙ кемдән кәм! Алла бирһә, диңгеҙ һауаһын һулап, көньяҡ ҡояшының ҡыҙыулығын татып ҡайтабыҙ, матурым.

Ни тип әйтергә лә белмәй шаңҡыған Әлимәнең башынан мең һорау үтте. Нисек инде диңгеҙгә? Ә малды кем ҡарар? Ҡаҙҙары бәпкә сығарҙы, тауыҡтары йомортҡаға ултырырға ҡорҡолдап йөрөй. Баҡса ҡарарға кәрәк...

Әммә уларҙың барыһын да хәл иткәйне Хәмите. Ҡатынының һораулы ҡарашына:

– Әсәйем ике аҙнаға беҙгә килеп торасаҡ, ҡыҙыбыҙ каникулға сыҡты. Күршеләр менән һөйләшкәнмен, улыбыҙ ҙа ҡайтып йөрөр, – тип теҙеп китте.

Бына Әлимә менән Хәмит диңгеҙ буйында. Телефонынан үҙ сәхифәһенә ингән ҡатын сираттағы асылманы ҡарап йылмайҙы ла, тәүге тапҡыр билдәһеҙ иргә яуап яҙҙы: “Рәхмәт!” һәм төп фотоһына яңыһын ҡуйҙы. Унда сәстәрен һүтеп иңдәренә төшөргән, башын иренең күкрәгенә һалып бәхетле йылмайған ҡатын баҫып тора. Аҡ төртөклө зәңгәр күлдәгенең итәген диңгеҙ еле елберҙәтә, көньяҡ ҡояшы уйнай.

Күп тә үтмәй “Һеҙ бәхетле лә!” тигән яуап килде. Ихлас йылмайҙы Әлимә.

https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2022-04-25/matur-y-y-hik-y-li-samatova-2783890 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: