Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
13 Май 2022, 16:57

Күрше хаҡы. Рәлис Ураҙғолов

Ҡыҙыҡ, элегерәк был яҡтарҙа мал торлағын «аҙбар» тип йөрөтәләр ине. Хәҙер? Ә хә-әҙе-ерр... Һарай! Тас батша һарайы тиерһең! Ысынлап та, тиҫтә йыл элек кенә һалынған аҙбарҙар урынына торғаны батша һарайҙары ҡалҡа: стеналары – шлаклы блоктан да силикат кирбестән, ҡыйыҡтары өйҙөкөнә алмаштырғыһыҙ – профнастил да тимер черепица! Хәйер, эш төҙөлөш материалдарында, йәғни есемендә, хатта исемендә лә түгел, эш башҡала... Һарай...

Күрше хаҡы. Рәлис Ураҙғолов
Күрше хаҡы. Рәлис Ураҙғолов
Ҡыҙыҡ, элегерәк был яҡтарҙа мал торлағын «аҙбар» тип йөрөтәләр ине. Хәҙер? Ә хә-әҙе-ерр... Һарай! Тас батша һарайы тиерһең! Ысынлап та, тиҫтә йыл элек кенә һалынған аҙбарҙар урынына торғаны батша һарайҙары ҡалҡа: стеналары – шлаклы блоктан да силикат кирбестән, ҡыйыҡтары өйҙөкөнә алмаштырғыһыҙ – профнастил да тимер черепица! Хәйер, эш төҙөлөш материалдарында, йәғни есемендә, хатта исемендә лә түгел, эш башҡала...
Һарай...
Нәжметдин, ауылса әйткәндә, Нәжми, күптән атаһынан ҡалған аҙбарҙы һүтеп, хыялында ғына йөрөткән, йәйғорҙоң ете төҫөнә инеп, төштәрендә һыҙмаларын күргән мал ҡышлағы төҙөргә йыйына. “Бар донъяны яңыртыуҙы һәүкәштәрҙән башлайым, күпләп мал аҫрайым, ҡош-ҡорт тотам, һуңынан батша һарайынан да кәм булмаған йорт һалам”, – тип әйтергә яратыр булып китте. Ҡатыны Мәстүрә иһә, ризалығын белдереп, башын сайҡаған булыр ҙа: “Һинең ҡулыңдан килә инде ул”, – тиер. Һуңынан былай тип өҫтәр: “Анау межаңа – ыҙаныңа еткереп һал. Юғиһә, ике-өс метр эстә ултыра”. Нәжми уйға ҡала, ысынлап та, атаһы, унан алда олатаһы ни ҡарағандыр, үҙ биләмәңә инеп, бағана аралыҡ урынды кесерткән үҫергә ҡалдырып, аҙбарыңды межа эсенә һал инде. Күпме урын әрәм! Юҡ, Нәжметдин улай итмәйәсәк, ситен межаның нәҡ уртаһына һаласаҡ. Улай иткәндә, аҙбар урынының арауығына кәртә-ҡура ла тоторға кәрәкмәйәсәк – үҙенә күрә экономия. Ҡатыны дөрөҫ әйтә ул, ике түтәл урынлыҡ ерҙә кесерткән, дегәнәк, әрем, киндер, тағы әллә нимәләр үҫтергәнсе, ҡыяр сәсһәң, тамағыңа аш булыр.
– Яңы төҙөләсәк аҙбарҙы бынан ары “һарай” тиербеҙ, йәме, Мәстүрә. Батша һарайынан һис кәм булмаясаҡ ул! – Нәжметдин тағы һыҙмаларын алды, калькулятор төймәләрен төрткөләне, телен шартлатты, танауын мышҡылдатып тартты. – Дә-ә, иҫәп-хисапҡа тура килеп бөтмәһә лә, иртә яҙҙан эш башларға кәрәк!
– Кәрәк тик – кәрәк...
Мәстүрә эштән дә бигерәк икһеҙ-сикһеҙ, ләкин тиҙ генә үҙгәреүсән хыял диңгеҙендә йөҙөргә яратҡан Нәжметдиндең һүҙен бер ҡасан да йыҡмай. Белә ул: иренең уй-хыялдарының бик аҙы ғына тормошҡа аша. Күбеһе, иртәнге томан шикелле, күтәрелә лә юҡҡа сыға. Тик һалҡынлығы, ҡайһы саҡта селләләй ҡыҙыулығы ғына тороп ҡала. Аҙ ғына үтеүгә яңыһы ҡалҡып сыға, унан башҡалары алышына.
Аҙбар менән улай булманы. Иҫкеһен Нәжметдин һүтмәне. Өйөнәрәк яҡынайтып, яҙын межаның ситенә үк нигеҙ булаһы ергә ҡаҙыҡ ҡаҡты. Уның ҡыланышын солан ярығынан ғына күршеһе Мотаһар күҙәтеп торҙо. Бәй, ни эшләй был йүнһеҙ, тип уйланы. Тик сығып һораманы. Түҙҙе. Эсе көтөрләне. Ләкин сыҡманы – ваҡланманы. Ғөмүмән, һуңғы ваҡыт (кем белә, бәлки, бер йыл элек булғандыр ул, бәлки, унан алдалыр ҙа) ике күрше араһынан ҡара бесәй үткәйне инде. Күҙгә күренмәҫ кенә ҡарай бесәй. Әйтерһең, төндә араларын ҡыйған ул. Көндөҙ булһа, күренер, беленер ине. Ә төндә... Күренеүен күренмәне, ә ике күрше эсендәге ҡуҙҙы бер баҙлатып ҡуя, бер тағы, торомбашҡа әйләндереп, һыуындырта. Ҡайһы ваҡыт аралар тағы «яҡыная»: “Әйҙә, күрше, диван алғайным – йыуабыҙ!” Береһе диванын йыуҙырыуы була, күп тә үтмәй, икенсеһе саҡыра: “Күрше, йомшаҡ мебель алдым, әйҙә йыуабыҙ!” Был көнсөллөк түгел, матур сәм. Тик ниңәлер, аҡ түгел шул, яйлап керләнә, ҡарая бара...
 
* * *
Аҙбар урынына, Нәжмисә әйтһәк, һарайға нигеҙ һалаһы ергә ҡаҙыҡ ҡаҡҡан төндө ике йорттоң ике йорт-ҡура эйәһе тағы межала осрашты. Хәйер, был хаҡта яҙһам, уҡыусым, хикәйәтемде әкиәткә һанарһың. Имеш, өсөнсө мең йыллыҡты ваҡлайбыҙ, йыһанға сәйәхәткә генә барып ҡайтҡан, Зөһрә йондоҙонда ҡалалар төҙөргә хыялланған заманда кеше башын әкиәт менән ҡатыраһың, тиерһең, моғайын. Зинһар, ашыҡма...
Һәр төн шулай йорт эйәләре, үҙ биләмәләре ыҙандары буйлап йүгереп, өй хужаларына, хаҡ аҫралған мал-тыуарға именлек теләп, тыныслығыбыҙҙы һаҡлай. Был шулай булған, ышанабыҙмы-юҡмы – шулай буласаҡ. Бына әле лә Нәжметдин менән Мотаһарҙың атаһы, олатаһы, ете быуыны, унан арыраҡтары һымаҡ уҡ, ике йорт эйәһе осрашты. Осрашты ла:
– Бә-әй, күрше, минең биләмәгә индереп, һин һаҡлаған йорттоң хужаһы ҡаҙыҡ ҡаҡҡан – нигеҙ ҡорорға йыйына, – тип аптыраны ҡаршы яҡ өйҙөң эйәһе.
– Нишләп һинең биләмәгә инһен, ти, минең ата-бабам ошо эҙгә бермә-бер баҫып йөрөгән, һис кенә лә һеҙҙең эҙегеҙгә тейгән юҡ!
– Ныҡлап ҡара, бына минең кисәге эҙ!
– Ә бына – минеке!
– Бәй, күрше, беҙҙең эҙҙәр бер-береһенә тейә лә баһа!
– Эйе шул, тейә! Тик һинеке нығыраҡ эскә үтә, минекенең өҫтөнә баҫа!
– Юҡ, һинеке!
Әлегә тиклем тыныс ҡына ғүмер һөрөп, бер-береһеҙ йәшәй алмаҫтай булып тойолған өй эйәләре төнө буйы талашты. Хатта оялышынан ай ҙа йөҙөнә болот пәрҙәһен тартты, йондоҙҙар, ерҙәге ғибрәтте күрмәҫ өсөн, күҙҙәрен йомдо. Тик Ҡояш апай үҙе күренмәҫ элек үк нурҙарын һындырып ергә ташлағас ҡына, тауыш тынды. Уларҙы таңғы ҡоштар алыштырҙы. Саҡ морон төртөп сыҡҡан үлән остарына эленгән ынйылай ысыҡ бөртөктәре түбән тәгәрәне. Таңғы әтәстәр борғоларын ҡысҡыртты. Уларҙың тауышына ике өйҙөң хужалары уянды.
 
* * *
Нәжметдин иркенләп кирелде. Торғоһо килмәне. Дивандың стена яҡлап өлөшөндә ятҡан Мәстүрә уның аша атлап тигәндәй үтте. Шифоньер ҡырына барып, сүгәләп кенә төнгө күлдәген һалды, шундуҡ көндөҙгөһөнә үрелде. Эх, бер генә мәл! Ярата ошо күҙ асып йомғандай арауыҡ ваҡытта ҡатынын ҡарап ятырға Нәжми. Был ҡарашты Мәстүрә лә тоя: кәйефе булғанда юрамал теге кейемен эҙләгән булып, ваҡытын һуҙа, был кейеменең ҡайһы ерелер оҡшамай. Ә кәйефе булмағанда: “Йә, тор! Нимә күҙеңде безерәйтеп ятаһың?! Төн етмәнеме һиңә, бурһыҡ шикелле йоҡо һимертмәҫкә ине!” – тип, ҡатын-ҡыҙҙы яратҡанда Аллаһы Тәғәлә төрлө йәнлектәрҙең бер һыҙатын һалғандарҙан йыландың ағыуын сығара.
Мотаһар төнө буйы йоҡламаны. Дөрөҫөрәге, йә тәрән соҡорға осто, йә буҫлығып уянды – һаташты. Төштәре төшмө ни – алғы тештәре төшкән ауыҙын йыра ла Нәжми килеп баҫа, боролоп ятып, йүнле төш күрәм тиһә, тағы ошо суҡынсыҡ пәйҙә була. Имеш, ҡаҙыҡтар тотҡан да, үҙ межаһын үтеп, Мотаһарҙың баҡсаһының буйынан-буйына ҡағып бара икән. Етмәһә: “Күрше, Ҡытай стенаһы төҙөйөм”, – тип ыржая. Уныһы ни була торғандыр, причум бында Ҡытай стенаһы? Ғүмер буйы китап ҡосаҡлап, хыялый булды инде, әллә нимәләр уйлап таба, ишшу, төшөмә кереп йонсота.
Мотаһар, торорға булашып, яй ғына һул аяғын төшөрә башлағайны, ҡапыл кире тартып алды. Ярай һулына баҫып өлгөрмәнем әле, тип, уңайһыҙ булһа ла уңының бармаҡтарын иҙәнгә тейҙерҙе. “Башты теге яҡҡа ҡуйып ятырға кәрәк, юғиһә, гел һул аяҡ менән торола, әллә шуға борсаҡ бешмәй инде”, – тигән уй үтте башынан.
– Мотя, ә Мотя-а... – Ҡатыны өҫтөнән юрғанын асты. – Мотя, йә ҡосаҡлап үпмәйһең дәме ни?..
Мотаһар ҡарашын Нәсимәһенең яланғас тәне буйлап йүгертте. Фу-у... Танауын сирылтып, йөҙөн ситкә борҙо. “Төнөн йоҡлағас, ниңә ошо тиклем дә йәмһеҙ була икән был ҡатындар”, – тигән уй үтте мейе һырҙары буйлап.
– Һуң, сәғәткә ҡара, һыйырҙарҙы һауырға ваҡыт етте лә баһа! – Бер генә “әп” ит, һуңынан тора-амм... – Нәсимә иренең муйынына аҫылынды, уны салҡан ятҡырҙы. Һурып үпте. Иркенләп кирелде. – Э-эхх, аңламайһығыҙ шул һеҙ, ирҙәр, ҡырҡ йәштә ҡатын-ҡыҙҙың самай һутлы сағы икәне-е-н...
– Балаларҙың бүлмәгә инеүе бар, кейен, ятаһың!
– Харап икән...
Салбарын элә һалып, Мотаһар тәҙрәгә – Нәжметдиндәр яғына уҡталды: “Нимә эшләргә уйлай һуң был иҫәүән – баҡса ҡоймаһына терәлеп үк ҡаҙыҡ ҡаҡты?!”
Яңы ғына ҡабығы һыҙырылған ағастан яһалған ҡаҙыҡтар таң ҡояшының нурҙарын сағылдыра. Уның һайын Мотаһарҙың һарыуы ҡайнай, ошо ҡаҙыҡтар үңәсенә ҡылсыҡ булып ҡаҙала бара һымаҡ. Юҡ, үңәсенә түгел, бәғеренә – йөрәге турыһына!
Шулай ҙа үҙен ҡулға алырға тырышты. Барып, һуҡыр кесерткән төнәтмәһен, йәғни медицина фәне әйткәнсә, пустырник настойкаһын балғалаҡҡа тамыҙы. Бер, ике, өс... утыҙ.
– Һо-о...
Уның ҡыланышын ҡатыны үҙенсә юраны. Үә-әт, һурып үпкән ул! Э-эхх... Иркенләп кирелде.
Ҡала ҡыҙы шул Нәсимә. Ине. Эйе, ине. Ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡайны, үҙ һүҙле, ул саҡта уттай ҡыҙыу Мотаһар башына “тоҡ” кейҙерҙе лә ҡуйҙы. Урланы. Хәйер, улай уҡ түгел дә. Урам буйлап йөрөнөләр-йөрөнөләр ҙә, өшөгәс, йылынырға тип, көндөҙ яғылған мунсаға инделәр. Ну, унда йылы артығыраҡ булып сыҡты – ҡышҡы куртка менән ултырып булмай бит инде...
Ошолай ауыл килене булды ла ҡуйҙы Нәсимә. Тик холҡо ғына һаман ҡаланыҡыса ҡалды: иркәләткеһе, наҙлатҡыһы килә. Бигерәк тә иртән. Хәйер, ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙыҡы килмәй инде, ул тәңгәлдә Хоҙай Тәғәлә гүзәл затты ауыл менән ҡаланыҡына бүлмәгән. Айырма шунда ғына – тәүгеләренә һәүкәштәрен дә ҡушып биргән...
– Йә, тор, ана, – Мотаһар күршеләре яғына табан башын ташланы, бармаҡтары менән сәстәрен артҡа тараны. Ҡыҙһа шулай итә ул. – Мәстүрә күптән ике һыйырын да һауып бөткән!
– Мәстүрә, Мәстүрә!
Ауыҙын турһайтҡан Нәсимә һикереп торҙо ла, яланғас тәненә халатын һалып, йыуыныу бүлмәһенә табан атланы...
 
* * *
Һарайҙың нигеҙенең иҙмәһе кибеүен дә көтөп торманы, Нәжми шлаклы керамзит блоктар килтертте. Уныһы бигерәк ҡыҙыҡ нәмәҫтәкәй тағы. Кирбес һымаҡ дөбөр-шатыр бушатып ҡына китмәй шоферҙар, ә берәмләп, ҡатын-ҡыҙҙы наҙлағандай ғына, ҡул менән бушатырға кәрәк икән. Был сағында маңҡалары ла кипмәгән ике малайың менән (береһенә ун дүрт йәш, икенсеһенә – ун бер) ул эште атҡарып ҡара! Етмәһә, шофер ҡабаландыра.
– Йә-йә, миңә сәғәтләп түләйҙәр, клиенттар баштан ашҡан, – тип фәстереп ебәрә.
Ана шул саҡта Нәжми, урам буйлап йөрөп, мужиктарҙы йыйҙы. Әлбиттә, күршеһен дә ситтә ҡалдырманы, боронғолар юҡҡа ғына «күрше хаҡы – тәңре хаҡы» тимәгән бит.
Эшкә бик атлығып тормаһа ла, теләп барҙы Мотаһар күршеләренә. Тир түгеп алыуҙан да бигерәк, ҡыҙыҡһыныуы еңде: нисегерәк була икән был блок тигәндәре, ҡайҙан алған, ҡасан, нисек, ни хаҡҡа килтерәләр?..
Нисауа ғына икән ул, юҡҡа ошоноң менән төҙөмәйҙәрҙер: бик ауыр ҙа түгел, ҡалас һымаҡ үҙе йылы ғына. Нәжми әйтеүенсә, ошо блоктан аҙбар төҙөһәң, малҡайҙар һөттө ҡышҡы һалҡындарҙа ла үләндең самай һутлы сағындағы һымаҡ бирә, имеш. Килтертеүе генә ҡиммәткәрәк төшә. Ни хәл итәһең, бензин хаҡы шулай булғас. Элегерәк рәхәт ине ул: канистр тотоп, теләһә ҡайһы шоферға бар – бер “аҡ башҡа” тултыра ла бирә. Етмәһә, тағы берҙе өҫтәһәң, йәһәннәмгә лә барып, кирбес кенә түгел, батша һарайына тиклем төбө-тамыры менән ташырға риза булырҙар ине. Хәҙер ярты тураһында ауыҙыңды ғына асып ҡара, минең машина “полуторка” түгел, спиртҡа эшләмәй, тип кенә ебәрәсәктәр.
Мотаһар үҙенә кәрәгенең бөтәһен дә белеп бөттө, ләкин уны был шлаклы (тимәк, күмер, уның уйынса, ябай таш күмер көлө) блоктың ныҡлығы ҡыҙыҡһындырҙы. Ошо тынғылыҡ бирмәнеме, межаға килтереп һалынған аҙбарҙың хужаһынан үҙенсә үс алыу теләге көслөрәк инеме – шап бер блок ергә!
Ярылды...
Тынлыҡ. Башҡа ирҙәрҙең үҙ-ара көлөшә-көлөшә ниҙер һөйләнеүенән, “давай-давай” тип бер-береһен ҡабаландырыуынан тыш, әлбиттә. Тынлыҡ. Ике күрше араһындағы был тынлыҡ ниңәлер бушлыҡты хәтерләтте. Ҡараштар осрашты. «Яңылыш», – ти ине тәүгеһенеке. Әммә шул уҡ ваҡытта уның артында ҡәнәғәтлек тә йәшерелгәйне. – Сволочь! – тигән осҡон атылды хужа кешенең күҙҙәренән. Шундуҡ уныһы: “Ярар инде, бер блок өсөн...” – менән алышынды. Әллә ниндәй, аңлатып булмаҫлыҡ шомло тынлыҡ ине ул. Быны тик ике күрше генә тойҙо. Уныһы ла һауаны йәшен һыҙығы телеп үткән ваҡыттағы һымаҡ ҡына булды. Тик был мәл икеһе араһында оҙаҡҡа һуҙылғандай тойолдо.
– Һе-һе, аптырама, күрше, – тип йылмайҙы Нәжми. – Тәҙрә араһына ла китә ул, башҡа ергә лә. Мейес сығарғанда бит мейессегә ярты кирбес өлгөртөп булмай. Шуның һымаҡ инде ул һарай һалыу ҙа...
Рәхәт булып китте Мотаһарға. Әллә ике аралағы әлеге бушлыҡ бөтөнләй булманымы? Бер-береһен телгеләгән ҡараштар осрашманымы?
Күршеһенең уңайһыҙланыбыраҡ торғанын күрепме, дәртләндерергә тырышыпмы, Нәжми алда әйткән һүҙҙәренә былай тип тә өҫтәне:
– Һәй, күрше, үҙең дә һарай һалырһың, шунда ярты-йорто блоктарҙың кәрәген күрерһең әле...
Дөббө-өрр... Ззы-ыңң... Йәшен һуҡтымы ни Мотаһарҙы – күршеһе, анна, нимәгә ишаралай... “Һин дә һарай төҙөрһөң әле, мин дә ярғылармын блоктарыңды”, – ти бит ул... “Йо-оҡ! Блоктарҙы бушатҡанда Нәжмигә әйтергә кәрәкмәй, лутсы арғы ос Илфатҡа өндәшермен, бер ярты артығыраҡ китһә китһен, зато блоктар ярылмаҫ”.
Был уйҙар ҙа бик тиҙ йөрөнө мейе һырҙары буйлап.
– Э-э, – тип һуҙҙы Мотаһар – шулай инде, ватығы ла, ҡотоғо ла кәрәк.
«Вертлюга» тип йөрөтөлгән оҙон арбалы машина күҙҙән юғалғас, мәгәрисләп, буласаҡ һарайҙы йыуҙырҙы Нәжми. Хужа үҙе ҡунаҡтарын һыйланы, үҙе пландарын – ҡалай мал аҫраясағын, ҡош-ҡорт тотасағын асып һала, һыҙмаларын килтереп сығарып, бинаның эске өлөшө нисек булыры тураһында һөйләй. Бөтәһе лә – блок бушатырға килгән биш ир, шул иҫәптән Мотаһар ҙа – йөҙҙәренә бик етди ҡиәфәт сығарып, тыңлап ултырған, тел шартлатҡан, баш сайҡаған була. Нәжмиҙә береһенең дә эше юҡ – һәр кемдә үҙ ҡайғыһы: берәүҙәр, был тиҙерәк ҡойһон да һыпыртыр инек, тип уйлаһа, икенселәре, ҡомһоҙ, тағы бер ярты сығарырмы икән, ти. Ә Мотаһарҙа башҡа ҡайғы: нисек тә арттырып ебәрергә ине был хыялый маҡтансыҡтан, тигән үсме, сәмме ҡалҡып сыҡты. Ошо уй күңелендә бөрөләнде лә, минут, юҡ, секунд һайын тынғылыҡ бирмәй башланы.
 
* * *
Был төндө лә йорт-ҡура эйәләре һүҙгә килешмәйенсә булдыра алманы.
– Һинең хужа аңламағас аңламай икән, ә? – тип «бөйөрө»нә таянды Мотаһар йәшәгән өйҙөкө.
– Һинеке аңламай ул. Минең биләмә ошонда ине, – тип яуаплай Нәжметдиндәр яғыныҡы.
Һүҙ әйтештеләр ҙә, һәр ҡайһыһы үҙ биләмәһенең именлеген тикшерергә – һыйырҙарҙың быуаҙ ваҡыты яҡшы үтәме, көтөүҙә күп тығынып, ауырымайҙармы, кәзә-һарыҡҡа ҡош-ҡорт теймәгәнме, тауыҡтар теүәлме, өй эсендәгеләр тыныс йоҡлаймы, бик күп, бик күп инде уларҙың эштәре – йүгерҙеләр. Шулай төн эсендә әллә нисәмә әйләнергә тейеш улар. Шуныһы, яңы һарай нигеҙенә етеүҙәре була, юл бирешә алмай аҙапланалар. Ошонан китә лә инде үҙ-ара талаш, ошо шауҡым әҙәм балаларына ла күсә. Быны өй эйәләре бик яҡшы аңлай. Тик бына кешеләр генә...
 
* * *
Мотаһарҙың ҡустыһы ҡайтып төштө. Ҡалала йәшәй ул – бик фыртауай егет. Хәйер, егет ҡоронан күптән сыҡҡан инде үҙе: ағай тейешле Мотаһар ҡырҡ икеһен тултырһа, быныһы өс йәшкә кесерәк. Тик өйләнеп, ғаилә ҡорорға ғына форсаты теймәгән. Тәүҙә “өлгөрөрмөн әле” тиеберәк йөрөһә, һуңынан “был заманда” китте, ә аҙаҡ инде “кризис” башланды. Бөтә донъя көрсөгө булдымы был “кризис” тигәне, әллә үҙендә барлыҡҡа килдеме – белмәҫһең. Хәйер, уныһы мөһим түгел.
Ана шул ҡустыһы, йылына ике-өс тапҡыр күренеп, аҙналар буйы ҡунаҡ булып китә торған. Китеүе лә күп осраҡта Мотаһарҙың тырышлығы менән була. Ҡыуып ебәрә тиһә, бик үк дөрөҫлөккә тура килмәҫ, ләкин “этәреп” ебәрә инде. Шулай итмәҫ ине, йорт тирәһендә берәй эштә ярҙамлашһа, эсмәһә, мыжыҡлығы теңкәгә теймәһә, бигерәк тә еңгәһе ҡырында сөсөләнә башламаһа. Ә Мотаһар ундай ҡылыҡты өнәмәй. Үҙ ҡатыны эргәһендә буталанған өсөн генә түгел, ғөмүмән, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәр алдында ихахай-михахай ҡыланыштарын да, ир-егеттәрҙең кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ ҡырында юхаланыуын да.
Ҡустыһы ҡайтты ла...
– Ба-а, ағай, һин нимә, күршенән баҡсаңа терәтеп үк аҙбар һалдыртаһың?! – тип Мотаһарҙың былай ҙа әрнегән яраһына тоҙ һалды. Һалып ҡына ҡалманы, яралағы тоҙҙо ышҡып-ышҡып ҡуйҙы. – Ҡуй, ул бина ярты баҡсаңа ҡояш нуры төшөрмәйәсәк бит!
– Күрше менән һүҙгә килешеп, талашып йөрөп булмай бит инде... – менән сикләнде ағай кеше. – Күрше хаҡы бар...
– Йо-оҡ, мин был эште былай ғына ҡалдырмайым, – Хәниф тамам ҡыҙҙы, ҡырлы стаканын өҫтәлгә дыңҡ иттереп ҡуйҙы, – нисек була инде, понимаешь, талашып йөрөп булмай?! Һуң, ағай, шуны аңла, ул бит һинең частное владениеңа посягать иткән! Нәжми күрше хаҡын уйлап торғанмы?!
Ҡайһылай анһат ситтән ҡарап ҡына фекер йөрөтөүе, тип уйланы хужа, уныһын ғына Мотаһар ҙа белә инде. Етмәһә, Нәжми бит был яҡ баҡсаға сыҡмаған. Ошо турала ул ҡустыһына ла әйтте.
– Инмәһә һуң, ә пожарный безопасность? – Хәниф, өйҙәгеләрҙе лә көтөп тормайынса, тағы берәүҙе ҡойоп ғорғолдатты. – Һинең владениеңдан ике метр ситтә булырға тейеш һарайы!
Хәниф, үҙе завод тирәһендә слесарь ғына булһа ла, бик күпте белә, үҙенсә фекер йөрөтә. Дөрөҫмө ул, түгелме – барыбер уныҡы хаҡ килеп сыға. Шуға аптырай Мотаһар: мәктәптә «өслө»гә саҡ һөйрәлеп йөрөй ине, “дүртле”гә генә уҡыған ағаһынан барыһын да яҡшыраҡ белә. Донъя өйрәтә шул, сит-яттағы тормош мәктәбе, Мотаһарса әйтһәк, “зимагурлыҡ” көслө.
Әмәлгә ҡалғандай, әлеге нигеҙе ҡырында Нәжми булаша башланы: шлаклы блоктарҙы рәткә килтерәме, нигеҙ өҫтөнә ҡыҙыл кирбестән “нулевка” сығарырға уйлаймы – уныһы уның эше. Тик тәҙрәнән ҡарап тороусыларға ғына ул соҡсонған, йомран уртын тултырып өңөнә иген ташығандай, әллә нәмәләр ташыған һымаҡ күренде.
– Ба-а... Ана үҙе, собственный персоны, – тине лә Хәниф, әллә ни арала һалынғанын түңкәреп, закускаһын ҡабып, тышҡа атылды.
Мотаһар тик:
– Ней, ней, – тигән һүҙҙәр, әллә айырым ауаздар ғына сығарып ҡалды. Был уның ҡустыһын туҡтатырға, көтөбөрәк торорға, кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килергә саҡырыуы ине. – Не-ей...
Ләкин «ней» күптән Нәжми ҡырында ине. Бөттө баш, һуғышыр, үҙ туҡһанын туҡһан итергә тотонор инде хәҙер, тип хафаланды ағай кеше. Күрше хаҡын да уйлап тормаҫ.
Тик... Күтәрмәһенә сығып баҫҡан Мотаһар, ауыҙын асып, өнһөҙ ҡалды. Өйҙәре яғынан, шешә башына кейҙерелгән стаканын ҡыңғырау урынына зеңгерләтә-зеңгерләтә, тешһеҙ ауыҙын йырып, Нәжми сығып килә. Хәниф, ҡосағын йәйеп, күршеһенең буласаҡ һарай нигеҙен үлсәп йөрөй. Албырғап ҡалған ағаһын күреп:
– Ағай, кил әйҙә, мировой төҙөйбөҙ, – тине лә үҙе ҡабат нигеҙгә табан ҡоласын йәйҙе. – Күрше, шәп була бит был. “Нулевка”һын үҙем һалып бирермен.
– Хаҡын һөйлә һин уның, хаҡыын, – тип һуҙҙы Нәжми. – Мин әллә ҡайҙан оҫталар йыйғансы, бәлки, хаҡына килешһәк, стенаһын да өйөп алырбыҙ, ә?
– Ниңә булмаҫҡа, була ул! Как раз отпускы башланып ҡына тора.
“Бына һиңә “пожарный безопасность”, “частное владение”, – тип һуҙҙы эстән генә Мотаһар. – Етмәһә, быныһы ай буйы миндә ятыр инде...”
– Ағай, нишләп тораһың унда, әйҙә, кил, мировой төҙөйбөҙ. Бына, уйлап торам-торам да, ағай, если һиңә лә ошондай уҡ һарай отгрохнуть, ә-ә?.. – тип, Хәниф тағы Мотаһарҙың яраһына тоҙ һалды. – Нимәһе бар уның, үҙем һалып бирәм, тик материал ғына тап!
Шулай итеп, нигеҙ өҫтөндә “мировой” төҙөнөләр. Йәғни кешесә әйткәндә, килештеләр. Эйе, янғын хәүефһеҙлеге лә, шәхси биләмә мәсьәләһе лә бик тиҙ хәл ителде: өс стакандың яртыһына ҡойолған иблис һыуы һәр береһенең яурындарында ултырған икешәр фәрештәне килештерҙе лә ҡуйҙы. Береһе әҙәм балаһының яҡшылығын, икенсеһе насар эштәрен яҙып барыр өсөн ҡулдарына ҡәләм алғайнылар, был осраҡта дәфтәрҙәрен ябып, күҙҙәрен йомоп торҙолар.
Шулай ҙа, “мировой” төҙөлһә лә, Мотаһарҙың күңелендә оло ҡара бушлыҡ ҡалды. Яйлап ул бер төйөргә уҡмашты, йоҙроҡ һымаҡ ташҡа әйләнде – күкрәк тәңгәлендә ҡатып ҡалды. Уны иретеү өсөн, ай-һай, күп ваҡыт кәрәк ине. Был “таш” бит бер “мировой”ҙан ғына онтала торған нәмә түгел. Унда хужаһының көсһөҙлөгө лә, ғәрлеге лә уҡмашҡан, етмәһә, ҡайҙандыр үс алыу теләге ҡалҡып сығып, йәбеште. Юҡ, былай ғына онталмаҫ шул, онталмаҫ.
 
* * *
“Эврика!” Бала саҡтан күңелдәргә тылҡып һеңдерелгән был ят һүҙ Мотаһарҙыҡында шундуҡ башҡортсаға әйләнде: “Әһә, таптым бит, әй!”
Ул сәй эсеп ултырған еренән һикереп торҙо ла, өйҙәгеләрҙе аптыратып, иҙән уртаһында тыпырлап алды. “Тәки таптым!” Был “таптым”ы уны өй ишеген астырҙы, яптырҙы, картуф баҡсаһы яғына табан атлатты. Аҙбар артына сығып, баҡса осона еткәс, кәртәгә таяндырҙы. Күҙҙәрен соҡорҙоң арғы яғында урынлашҡан емерелгән колхоздың емерелгән фермаһы яғына баҡтырҙы. Ғәҙәтенсәге “әһә”гә “бар икән әле” тигән һүҙҙәр өҫтәлеп сыҡты Мотаһарҙың ирендәре аша.
Ошо уҡ кисте уның ҡапҡаһынан емерелгән колхоздың емерек фермаһы ҡыйығынан ҡалған шифер, таҡталарҙы тейәгән фермер Шамилдың “КамАЗ”ы үтте. Бушаттылар. Мәгәрисләнеләр...
Бушатҡан саҡта Мотаһарҙың һай-һайтлаған, дауайлаған, һаҡ эш итергә саҡырған тауышы әллә ҡайҙа яңғырап торҙо: әйҙә, Нәжми ишетһен, күңелен бесәйҙәй тырнаһын, көнсөллөгөн уятһын.
Ысынлап та, уйлауы раҫҡа килде: күршеһе ҡапҡаһы алдында фермер машинаһының тормозы сыйылдауы булды – Нәжми тәҙрәгә ҡапланды. Ҡапланды, тиһәң, бигүк дөрөҫ булмаҫ, әлбиттә, ә ҡорғандар артына боҫоп, әкрен генә күҙәтте: элекке “калхуз ҡарағы” тағы ни сәлдергән?!
“Колхоз ҡарағы” тигән ҡушамат (асылда, Нәжми генә уны шулай тип йөрөтә) Мотаһарға уның арҡыры ятҡанды үҙ яғына табан бороп һалғанынан “йәбешкән”. Тик ятҡан тимер-томорҙо, торба, арматура, шуның һымаҡ ваҡ-төйәк эргәһенән тыныс ҡына үтә алманы шул уныһы: тракторына һала ла ҡайта торғайны колхоз заманында. Береһенән дә ҡурҡманы алдынғы механизатор. Шуға әле лә бит, булмаған колхоз мөлкәтен бүтәндәр һүтергә ҡурҡып торғанда ла, барҙы ла ферма ҡыйығының түрә-ғара, уларҙың ҡуштандарынан ҡалған нәмәләрен һүтте лә алып ҡайтты. Үҙ-үҙен аҡлар өсөн сәбәбен дә тапты: “башҡалар һүткәндә ниңә ҡарап ятырға тейешмен” йәки, руссалап әйткәндә, “зачем добру пропадать?” Ысынлап та, ниңә булғанын серетеп ултыртырға?
Бына ошо “колхоз ҡарағы”н оҙаҡ ҡарап торҙо Нәжми, яңы һарайының быялаһы ҡуйылып өлгөрмәгән тәҙрәһе аша. Позиция хәрбиҙәрсә шәп ине: күршеләренең ни ҡылғаны күренеп, ишетелеп тора.
Мотаһарҙың һәр хәрәкәте Нәжмиҙең алҡымынан алды. Һәр һүҙе аҡырыныу-ҡысҡырыныу сарында үткерләгән бысаҡтай йөрәген телде. “Шамил, шиферҙы яңылыш ватып ҡуймайыҡ”, “Шамил, шәп һаҡланған бит, әй, был шиферҙар. Колхоз таралыр алдынан ғына тракторға тейәп, фермаға үҙем илткәйнем”, “Таҡталары, таҡталары һуң, бөгөн пилорамдан сыҡҡандай”.
“Таҡта. Ә, таҡта?!” Нәжми муйынын һуҙҙы, ҡолаҡтарын тырпайтты. Ысынлап та, таҡталар: киске ҡояштың һуңғы нурында төрлө төҫтәргә мансылып, шап та шоп төшәләр. Ах, таҡталар! Нәжметдин бит уларҙың һәр кубометрын өсәр, бишәр меңгә һатып алды! Ә был “колхоз ҡарағы-ы...” У-ух-х!..
Быныһы ғына нисауа булған икән. Саҡ төн уҙғарған, бар донъяны күрә алмаҫтай булып таң ҡаршылаған Нәжметдин “батшалар йәйәү йөрөй торған урын”ға ашығып сыҡһа-а... Ни күрһен, ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫтан уҡ Мотаһар картуф баҡсаһынан – ике аралағы межа буйлап килә. Эре-эре аҙымдар менән дүрт-биште атлай ҙа туҡтап, ҡатыны ҡулынан ҡаҙыҡ ала. Туҡ-туҡ. Ҡағып ҡуйғас, тағы аҙымлай башлай.
Хәжәтен үтәй торған урындың ишеге ярығынан күҙен алмаған Нәжми өнһөҙ ҡалды: ике араға бағана ултыртып, кәртә тоторға йыйына бит был “ҡараҡ”. Ғүмерҙә булмағанды, ата-олатайҙар күрмәгәнде...
Был көн Нәжметдин өсөн тамуҡтың туҡһан туғыҙ тәүлегенә тура килгәндер. Үҙ-үҙенә урын тапманы: йә ҡатыны ашын тоҙһоҙ бешергән, йә ике “шалапай”ы өйҙә ярҙамлашмай – уйнап тик йөрөй, бесәйе, сысҡан тотмайынса, гелән диванда ята, һыйыры көтөүҙән һуңлаған...
Ә Мотаһарҙа “туй” ине. Ысын мәғәнәһендә – туй! Ауылда эшһеҙ йөрөгән, аҙыраҡ һалғыларға яратҡан, буйҙаҡ ғүмер кисереүҙе артыҡ күргән, ҡатынынан айырылған барса ир-атты йыйған да өмә үткәрә. Таңдан ҡаҙыҡ ҡағылған урындарҙа ғүмер буйы “урлашып” йыйылған торба бағаналар ҡалҡа бара, аҫлы-өҫлө икешәр кәртә араларын тоташтыра тора, һуңынан кистән генә ферма башынан һүтелгән шифер ҡағыла килә. Көтөү төшөр ваҡыт та етмәне, картуф баҡсаһы ғына түгел, йәшелсә баҡсаһы араһы ла томаланып бөттө. Һуңынан инде унлап мужиктан торған “хор” төнө буйы репертуарын һуҙҙы: кемдер йырлағандай итте, кемдер күкрәгенә һуғып, армияла “духтар”ҙы нисегерәк итеп ҡыуалауы, “дед”тарҙың иманын уҡытыуы тураһында шапырынды, кемгәлер мәрйәләр оҡшай икән, улар ҙа башҡорт егеттәрен үҙ итә, имеш... Иң һуңынан һүҙ сәйәсәткә күсте: “коммунизм” ваҡытында яҡшы инеме, әллә “демократия”ламы, Ленин һыҙған юл дөрөҫ булғанмы, Хрущевтың кукурузы ни тиклем уңыш биргән, Сталинды бөгөн клонлаштырһалар донъя ҡай яҡҡа үҙгәрер ине лә, ниңә беҙҙең өйҙәр емерелә, ә ҡайһы яҡталыр нисәмә быуат элек үк ауа башлаған башня һаман аумай тора... Һәммәһе булды был репертуарҙа, һәммәһе. Ярай әле таң әтәстәре ҡысҡырҙы...
* * *
Ошо төндән һуң өй эйәләре күрешмәне. Дөрөҫөрәге, күрешә алманы. Ҡыҫыҡ булһа ла, һәр береһе үҙ биләмәһе буйлап йүгерҙе: береһе – кәртәнең был яғында, икенсеһе башҡа яғында. Шулай ҙа, тороп ҡалған ярыҡтар тәңгәлендә генә, һүҙ ҡушҡылап, сәләмләшеп алдылар – ни тиһәң дә, күршеләр бит. Күрше хаҡы бар, ғүмерҙәре буйы ата-бабалары сәләмләшеп, бергә-бергә хужаларына, уларҙың малдарына именлек теләне...
* * *
Тартҡылашыуҙар, эстән бер-береһен өнәмәүҙәр, хатта күрә алмауҙар (хәйер, улай тиһәң, асыҡтан-асыҡ талаш, йәмһеҙләшеүҙәр булыр ине. Беҙ уны образлы итеп, “күренмәҫ ҡара бесәйҙәрҙең күңелдәрен тыр­науҙары” тип атайыҡ) күпмегә һуҙылыр ине, белмәйем. Бәлки, бер йылға, бәлки, күберәктер, бәлки... Уныһы мөһим түгел. Бына ошо “күңел тырнашыуҙары” күпмегә һуҙылыр ине икән, әгәр... Әгәр ике өйҙөң береһендә ун дүрт йәшлек малай, икенсеһендә ун өс йәшлек ҡыҙ үҫеп килмәһә...
...Күҙ ҡабаҡтары гер эленгәндәй ауыр булһа ла, йома алмай, булмышына йоҡо баҙары ҡапҡаһын асмай яфаланып ятҡан Нәжметдиндең ҡолағына ишек шығырлағандай булып ишетелде. Малай еңелсә йомошо менән сыҡҡандыр, тип уйланы ул. Көтөп ятты. Кире инеүсе булманы. Тәүҙә һул аяғын дивандан төшөрөргә уйлап, һуңынан уңына баҫып, үҙе ишеккә табан атланы. Эске яҡлап келә эленмәгән...
...Көндөң файҙаға үтеүенә ҡыуанып, ҡатыны ҡосағында бесәй балаһылай ирегән Мотаһар ниңәлер тертләп китте. Бәй, ишек асылып-ябылды түгелме?! Уның ҡулдары кеҫәүғас һәрмәне...
“Ҡытай стенаһы”ның ике яғынан ике ир – кеҫәүғас тотҡан Мотаһар, балта эләктергән Нәжметдин, һаҡ ҡына баҫып, һарай яғына табан атланы. Ике яҡтан ике муйын һуҙылды. Ә унда-а... Араға һалынған шиферҙың икеһе алынған да, аҫҡы кәртәһенә парлашып ултырып, йәш йөрәктәр тәүге мөхәббәт диңгеҙендә елкән кирә. Уларға Ҡош юлының меңдәрсә йондоҙо күҙ ҡыҫа, айҙағы Зөһрә ҡыҙ фатихаһын бирә. Тағы ла... Тағы ла ике өйҙөң күҙгә күренмәҫ изге эйәләре, йәштәргә бәхет теләп, һоҡланып баҡҡан.
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: