Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Май 2022, 12:22

ЭХ, ШУНДАЙ ШӘП ӘКИӘТ ИНЕ... Хикәйә

Һин дә мин йөрөгән аталары, Ғәлимйән: “Мин һеҙҙең алда бурысымды үтәнем, фатирығыҙ бар, мин икенсегә өйләнәм”, – тип сығып китте.

ЭХ, ШУНДАЙ ШӘП ӘКИӘТ ИНЕ... Хикәйә
ЭХ, ШУНДАЙ ШӘП ӘКИӘТ ИНЕ... Хикәйә
Сәлимә яңыраҡ ҡына тыуған көнөнә атаһы бүләк иткән телефон менән уйнап ултыра ине, ҡапыл әсәһенең шылтыратыуы ишетелде. “Эй, иң ҡыҙыҡ ерендә”, – тип уйлап ҡуйҙы ҡыҙ. Шулай ҙа, әсәһенә яуап бирҙе:
– Һаумы, әсәй! –тине ул.
– Бөгөн ҡайтып китә алаһыңмы? – тине әсәһе, һаулыҡ һорашҡандан һуң.
– Эшем күп ине, кискә – репетиция. Әсәй, бик кәрәкме?
– Кәрәк булмаһа, шылтыратып тормаҫ инем, ҡыҙым. Кил, бәлеш бешереп ҡуйырмын.
– Шул бәлешеңде апайыма ғына ашатып булмаймы? Ул нимә эшләгән була?
– Апайыңдың эшһеҙ ултырғаны юҡ. Әлдә, ҡыҙым, ул бар әле – көнө-төнө эштә.
– Эштә, имеш. Бер аҙ ял да итһен, театрға барһын, киноға билет алһын. Уға күптән кейәүгә сығырға ваҡыт. Унан һуң, минең дә сират етер ине.
– Шулай шул, ҡыҙым, Таңһылыуҙың да йәше үтеп бара. Йола бар бит: апаһы кейәүгә сыҡмайынса, унан кесерәккә башлы-күҙле булырға ярамай. Юғиһә, апайҙың ултырып ҡалыуы бар.
– Әсәй, әгәр апайҙың кейәүгә сыҡҡанын көтөп ултырһаң, мин ултырып ҡаласаҡмын. Билләһи!
– Өлгөрөрһөң, ҡыҙым. Әле һиңә ун һигеҙ ҙә тулмаған.
– Ун һигеҙ ҙә тулмаған? Минең класташтар кейәүгә сығып бөтөп бара. Хәҙер мин ҡулын егеттәргә лә тоттороп ҡарамаған апайҙың кейәү тапҡанын көтөп ултырырға тейеш.
Кисен осраштылар. Сәлимә, әрләшергә була, ярһып барғайны, әсәһенең хәсрәтле йөҙөн күреп, өндәшмәне. Ярай, үҙе һөйләр әле.
– Аптырап, һине саҡырҙым инде, ҡыҙым.
– Нимә булды, әсәй?
– Атайың... Кире өйгә ҡайтырға һорай.
– Оһо! Ҡайһылай шәп булыр ине! Ә ниңә, әсәй, ҡайғыраһың?
– Ҡайғырмайым. Нисек килеп инер икән, шул турала уйлайым.
– Уйлама, әсәй, үҙенең ҡатыны, үҙенең балалары – килһен дә, керһен. Мин – риза.
Әсәһе ҡыҙына ҡарап, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Ун йылдар самаһы элек булдымы икән, эйе, шулайҙыр, Сәлимәһе беренселә уҡый ине, шикелле. Өлкәне туғыҙынсыға күскәйне. Һин дә мин йөрөгән аталары, Ғәлимйән: “Мин һеҙҙең алда бурысымды үтәнем, фатирығыҙ бар, мин икенсегә өйләнәм”, – тип сығып китте.
Балалары аталарын бик ярата ине. Сәлимә атаһының ҡайтҡанын көтөп, көндәр буйы тәҙрә төбөндә ултыра, ул күренһә, йүгереп, ишеккә бара. Атай һәр ваҡыт берәй тәмлекәс, йә уйынсыҡ тотоп ҡайта. Ана, ул бүләк иткән ҡурсаҡтар, теҙелешеп, һаман да ултыра. Бына – китаптары. Ҡыҙҙар өсөн аталары өлгө булды. Көн һайын шулай булыр һымаҡ тойолғайны. Ҡулдарын йәйеп, йыраҡтан уҡ атай килә, мотлаҡ нимәлер ҡыҫтырған. Алма, әфлисун, мандарин, хатта ҡабы менән шоколад алып ҡайта торғайны.
Ғүмерҙә бөтмәҫ һымаҡ тойолған бәхетле тормош атай менән әсәйҙең, ҡыҙҙарына һиҙҙермәҫкә тырышып, әрләшеүенән һуң, көтмәгәндә юҡ булды. Хәйер, юҡ булды түгел инде. Атайҙан бүләктәр, күстәнәстәр ошо көнгә тиклем, өҙөлгәне юҡ. Сәлимәнең: “Эх, Яңы йыл етә! Атай бүләкһеҙ ҡалдырмай торғайны. Йә – торт, йә – шоколад”, – тип һағышлы һөйләнеүе була, иртән, йоҡоһонан тороуға, баш осонда, мендәр аҫтында, аяҡ осонда – атайҙан нимә һораған, шул ята. Бына әлеге Айфон да – атайҙың бүләге. Үҙенә ике ғаиләне ҡарау, һәр балаһына бүләк һатып алыу еңел түгелдер.
Атаһы ҡайтырға йыйына? Ҡайһылай шәп булыр ине! Әсәһе лә бер аҙ ял итеп ҡалыр. Апаһы һаман көнө-төнө эштә. Медучилище бөткәйне, оҙаҡ йөрөмәне, уның һымаҡ егәрле, бар эште белгән ҡыҙға ихтыяж ҙур шул. Сират тороп, ҡартайған аталарын-әсәләрен ҡарарға саҡыралар. Һирәк-мирәк йоҡларға ғына ҡайтып йөрөй. Ул ҡартайған әбейҙәрҙе-бабайҙарҙы нисек ҡарайҙыр? Ярар, системаһын ҡуялыр, уколын ҡаҙайҙыр, дарыуҙарын ҡаптыралыр. Ҡарт кешене ҡарау уның менән генә сикләнмәй бит әле. Уф, улар бит сабый һымаҡ ята, ти. Юҡ, Сәлимәнең ғүмерҙә улайтып йөрөйһө юҡ! Ана, апаһы йөрөһөн. Уға оҡшай, аҡсаһын түләйҙәр. Берүк Таңһылыу апаһы һеңлеһенә өндәшеп ҡуймаһын. Бына бит, атаһы ла ҡайтырға йөрөй. Тимәк, бында яҡшы. Ә насар ергә ҡайтмаҫ, ҡайтырға уҡталмаҫтар ине.
– Әсәй, нимә аптырап тораһың? Атай үҙебеҙҙеке. Тимәк, аҡылға ултырған, уға пенсияға ла сығырға күп ҡалмағандыр инде.
– Атайың – икенсе төркөм инвалид. Уның үҙен ҡарарға бер кеше кәрәк. Мин дә ҡартаям. Етмәһә, беҙҙе иң ауыр ваҡытта ташлап китте.
– Нисек ташлап китте? Юҡты һөйләмә, әсәй. Алиментын түләне, мин атайымдың юҡлығын да һиҙмәнем. Һәр байрам һайын, ҡотлай торғайны. Тәмлекәстәренән өҙмәне. Бынау ҡурсаҡтар күктән төшкән, тип уйлайһыңмы ни, әсәй? Атайыма минең бер үпкәм дә юҡ. Мин уның юҡ икәнлеген дә һиҙмәнем. Ҡайтһын.
– Ҡайтһын, тиһең инде? Юҡ мин уны керетәһем юҡ!
– Индермәй ҡара... – төпсөк ҡыҙҙың һүҙҙәре янау һымаҡ ишетелде. – Беҙгә өс бүлмәле фатир ҡалдырып ките. Әйткәндәй, фатирға уның да хоҡуғы бар.
– Үкенескә ҡаршы, шулай шул. Ул кредит алып, бурысты апайың менән миңә түләргә тура килде. Һуңынан алиментын да түләмәй башланы. Былтыр саҡ көс-хәл менән түләп бөттөк беҙ был фатирға бурысты. Атайың һуңғы биш-алты йылда, хәлем насар, тип алимент түләүҙән дә ҡаса башланы. Кисә шылтырата: “Фатир өсөн түләп бөттөгөҙмө? Мин ҡайтам. Индермәһәгеҙ, бүлдертә алам”, – ти. Ышанаһыңмы, ҡыҙым, шулай ти. Ә һин атайҙың юҡлығын да һиҙмәгәнһең.
Сәлимә аптырап ҡалды. Ни ышанырға, ни ышанмаҫҡа белмәй:
– Әсәй, һин мине аптараттың. Минең өсөн атайым һәр ваҡыт өлгө булды. Бер байрамда бүләкһеҙ ҡалдырманы. Әсәй, үҙең күрҙең бит. Шулай булғас, аҡсаһы булғандыр? Әсәй, беләһеңме, атай – минең өсөн өлгө, стандарт. Мин буласаҡ иремдең дә атайым һымаҡ, хәстәрлекле, йомарт күңелле, иғтибарлы булыуын теләр инем. Әсәй, уйла әле, һин бер һүҙ һөйләйһең, ә мин атайымды бөтөнләй икенсе төрлө итеп хәтерләйем. Һәр байрамдан һуң атай килтереп ҡалдырған тәмлекәстәр алдымда өйөлөп ятҡас, мин унан нисек баш тартайым?
– Атайың ҡайтыр, ҡыҙым, мин уны, керетмәй, булдыра алмайым. Ул минең ҡыҙҙарымдың атаһы. Закон буйынса ошо фатирға хоҡуғы ла бар. Ләкин, ҡыҙым, шуны бел: һәр байрамда һинең эргәңдә һин алдыртырға теләгән уйынсыҡтарға, һин ашарға теләгән тәмлекәстәргә атайыңдың бер мөнәсәбәте лә юҡ. Сөнки атайың уларҙы алманы. Бер тапҡыр ярҙам һорап барғайным, апайың уҡый, эш юҡ: “Фатирығыҙҙы һатығыҙ, ике бүлмәлене алығыҙ. Өс бүлмә – ҙур. Ә мин ҡатынды балалар менән Төркиәгә алып барырға аҡса йыям!” – тип сығарып ебәрҙе. Ғәрләнеп, ултырып, иланым. Ул Төркиәлә ҡыҙына, ә уның балалары фатирға түләй алмай.
– Әсәй, ә миңә килгән бүләктәр-күстәнәстәргә аҡса тапҡан бит?
– Уф, һөйләмәм, тигәйнем, һөйләтеп бөтәһең инде. Әйттем бит, атайың кәнфит тә, күстәнәс тә, ҡурсаҡ та һиңә алманы.
– Ә былар ҡайҙан килде һуң? Атай бүләктәре түгелме ни?
Әсәһе тәүҙә бик оҙаҡ илап ултырҙы, күҙ йәштәрен һөрттө.
– Атайың беҙҙе ташлап киткәс, беҙ фатир өсөн дә, торлаҡ өсөн дә түләй алмай башлағас, Таңһылыу апайың төрлө эшкә тотондо. Нисек өлгөргәндер, мәктәбенә лә бара, мәктәпте тамамлағас, училищеһында ла уҡый, ялланып, төрлө эштәр башҡарҙы. Хәҙер, ана, иң оҫта ҡараусыларҙың береһе. Ҡулы еңел, күндәм, түҙемле, ҡарт-ҡороларҙы тыңлата белә, тип ҡасан бушағанын көтөп кенә торалар. Бына, беренсе ҡатта Нәғим бабайың ята. “Ҡайҙа Таңһылыу? Мине Таңһылыу ғына ҡараһын”, – тип әйтә, ти. Бөтә ҡурсаҡтар, барлыҡ күстәнәстәр, уйынсыҡтар апайың тарафынан һатып алынды. Инвалид әбейҙәрҙе-бабайҙарҙы ҡарау – донъяла иң хәләл эш. Шуны бел, ҡыҙым. Нимә эшләгәнен белмәгән, үҙен тота алмаған, сабый бала хөкөмөндәге бабайҙарҙы-әбейҙәрҙе көн һайын ике-өс тапҡыр йыуындырыу, кейендереү, уларға әҙәмсә йәшәү рәүеше булдырыу – һәр кемдең ҡулынан килгән эш түгел. Мин булдара алмайым, ҡыҙым. Ә апайың – эшләй. Ни өсөн эшләй? Сөнки беҙгә – йәшәргә, торлаҡ өсөн түләргә, ә һиңә уҡырға кәрәк. Ғәфү ит, ҡыҙым, барыһын да һөйләп бөттөм инде.
Әсәһе, ауыр һулап, ҡыҙына ҡараны. Ә ҡыҙы, Сәлимәһе, һыны ҡатып, илай. Күҙҙәренән туҡтауһыҙ йәш аға. Ул хатта бер һүҙ ҙә өндәшә алмай. Шул ваҡыт ишек асылды һәм Таңһылыу апаһы килеп инде.
– Апай, апаҡайым! Һиңә үҙемдең рәхмәттәремде нисек әйтеп бөтөрәйем икән?..
Сәлимә апаһын ҡыҫып ҡосаҡлап алды.
 
 
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: