Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
6 Май 2022, 13:35

Әхирәтлек хаҡы. Хикәйә

– Рәйсә менән Сәфәр йөрөй, тип бөтә ауыл һөйләй. Хәйер, теләһә нимә эшлә, үҙең беләһең. Уртаҡ ир менән йәшәгең килһә, биғәйбә! Үҙ аҡылығыҙ менән йәшәгеҙ, башҡаса ҡыҫылмайым.

Әхирәтлек хаҡы. Хикәйә
Әхирәтлек хаҡы. Хикәйә

Һәр аҙна һайын тигәндәй бындай әрләүҙәрҙән түҙемлеге бөттөмө, әллә табында эселгән араҡы шауҡымынанмы, Гөлназ да тауышын күтәрҙе:

– Ҡасан минең аралашҡан дуҫ­тарымды маҡтағаның булды һуң һинең? Береһе эсә, икенсеһе – ялҡау, өсөнсөһө – уйнаш. Инде башҡа сыҡҡанға алты йыл, һаман тынғы юҡ! Берәй ергә китһәм, кем йортта ҡала? Эштәремдә кем ярҙам итә? Ҡунаҡ-маҙар булһа, кем саҡыра? Һинме, әллә Рәйсәме?! Һинеңсә түгел, үҙебеҙсә йәшәргә ваҡыттыр, моғайын. Һәр береһенә ҡыҫылып йөрөп, балаларыңды үҙеңдән биҙҙереп бөттөң бит инде!

Йәнбикә әбей, килененең тәүге тапҡыр ҡаршы һүҙ әйтеүенә бер аҙ аптырап та, ҡурҡып та, бер талай ни әйтергә белмәй, һүҙһеҙ торҙо.

– Ҡыҫылыуым һеҙ әҙәмсә йәшәһен, яҙыҡ юлға баҫмаһын тип тырышыуҙан. Дуҫты ла һайлай белергә кәрәк. Яҡшыһы йоҡмаһа ла, яманға юлығыу оҙаҡ түгел. Ә ярҙам кәрәкһә, үҙеңдең апайҙарың, еңгәйҙәрең, килендәштәрең бар. Әйтһәң, баш тартмаҫтар ине, – әбей ишеккә ыңғайланы.

Шулай ҙа, ишекте яртылаш асҡас, элекке уҫал тауышы менән өҫтәп ҡуйырға онотманы.

– Рәйсә менән Сәфәр йөрөй, тип бөтә ауыл һөйләй. Хәйер, теләһә нимә эшлә, үҙең беләһең. Уртаҡ ир менән йәшәгең килһә, биғәйбә! Үҙ аҡылығыҙ менән йәшәгеҙ, башҡаса ҡыҫылмайым.

Ҡәйнәһе артынан ишек ябылғас, Гөлназ һөтөн һөҙөргә лә онотоп, уйға ҡалды. Бер көндө оло апаһы ла шул турала һүҙ ҡуҙғатҡайны түгелме? “Алтынға ир алыштырырға булдыңмы?” – тигәйне, көнләшеүгә һылтаны. Йәнәһе, кемдең тыуған көнөнә әхирәте алтын алҡа бүләк иткәне бар! Рәйсә генә шундай ихласлыҡҡа, дуҫлыҡҡа эйә.

Ҡатындың күҙ алдынан һуңғы ете йыл ваҡыт үтте. Тап шул ваҡытта улар, ике медицина хеҙмәткәре, ныҡлап танышып, дуҫлашып китте. Хәҙер инде боронғо йола буйынса бүләктәр бирешеп, әхирәттәр булдылар. Ҡайғылар ҙа, шатлыҡтар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә уртаҡ. Хатта ваҡ-төйәк эштәргә тиклем икәүләшеп башҡаралар. Ирҙәренең дә һүҙҙәре беректе, балалары ла бергә үҫә. Бындай татыулыҡҡа көнләшеүселәр табылып тора. Шуларҙың таратҡан һүҙе түгелме икән? Уны ла Рәйсәнең ире Фәнилгә ҡушып һөйләйҙәрме? Юҡтыр, уҫаллығы менән дан тотҡан Йәнбикә әбей күптән туғандарын йыйып, киленен “аҡылға ултыртыр” ине. Тимәк, һүҙ Сәфәр менән Рәйсә тураһында ғына. Ә ни өсөн? Ул-был һиҙелгәне юҡ та баһа. Әллә үҙе иғтибарһыҙмы?

Уйлана торғас, ҡатындың күңелен шик кимерә башланы. Гел генә бергә йөрөй алмай, ә машиналы ире йыш ҡына әхирәтен ултыртып, кәрәк ерҙәренә алып барып тора. Бөгөнгө кеүек өй эштәре килеп сыҡһа, өҫтәл артында өсәүһен ҡалдырып, ҡайтып та киткәне бар. Әммә дуҫлыҡ хаҡына ныҡ ышанғас, Гөлназ ирен әхирәтенән ҡыҙғаныу тураһында уйлап та ҡарағаны юҡ. Ире лә мәктәп йылдарынан алып уны яратты, ете йыл дуҫлашып йөрөп, әрменән көтөп алып, ғаилә ҡорҙолар. Үҙенә ышанғандай ышана һөйгәненә.  

“Ниңә һин икмәкте Рәйсә кеүек күпертеп һала белмәйһең ул?” – тип һорағайны бер Сәфәр. 5-се кластан интернатта уҡығас, аш-һыу тирәһен үтә белмәй шул. Каникулдарға ҡайтҡанында һауыт-һаба тирәһенә апайҙары ла ебәрмәне. Ул күберәк ағайҙары менән үҫте. Хәҙер ҙә ире менән урманын да ҡырҡа, бесәнен дә саба, көтөүен дә көтә. Ә бына йорт эштәре уға һаман да бер аҙ ситен булып ҡала килә: энә тотоп ултырғыһы килмәгәс, йыртыҡ-тишек кейем иҙән йыуырға ырғытыла. Ашарға һәр ваҡыт тиерлек һурпа әҙерләнә – магазин туҡмасы, кәбеҫтә йә дөгө ашы. “Шыйыҡ аш менән генә булмай ҙа баһа!” – тип зарланған иренә: “Бәрәңге менән ите мул бит”, – тип яуапланы йыш ҡына.

Быларҙың барыһы ла ете йыл элек, айырым йортҡа күсеп сыҡҡас беленде. Ә ҡәйнә менән йәшәгәндә уның уңған килен тигән даны булды: өй таҙа, ашарға бешкән, өҫ-баш йыуыулы. Электрик булып эшләгән Сәфәр һәр саҡ сәфәрҙә, сөнки яҡын-тирәләге 14 ауылды ул хеҙмәтләндерә. Саҡыртыуҙарҙан тыш, оҫта ҡуллы булыуы ла табыш килтерә: көнкүреш техникаһын йүнәтә, йорттарға ут үткәрә. Ҡатыны иһә эштәге ирен бер ваҡытта ла көтөп ултырманы. Ишек алдына ҡайтҡан утын ярылып өйөлдө, һарай-ихаталар таҙартылды, баҡса ултыртылды. Хатта ҡаҙаҡ ҡатыу, һынған таҡталарҙы алмаштырыу кеүек эштәрҙе лә үҙе башҡара ине.

Ҡәйнә йортонан киткәс, Гөлназдың өҫтөнә барлыҡ ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәте өйөлдө. Ейәнсәренә Йәнбикә әбей эш өйрәткәйне, тик бала ҡулдары ғына бар эште еренә еткерә алмай шул.   Ә бына әхирәте ризыҡ әҙерләргә оҫта: юҡ ҡына нәмәләрҙән дә табын тултыра ала. Нисә барһа ла, өҫтәлендә мотлаҡ ҡамыр аштары, бер нисә төрлө ҡайнатма. Ябай ғына ярманы ла ул йәшелсәләр ҡушып быҡтыра. Өйөндә һәр саҡ бөхтәлек һәм тәртип. Ә бына баҡсаһын сүп баҫыуында, һарайының үткән йылда ла таҙартылмауында уның эше юҡ. Тирә-яҡ кәртәһе лә ауып бара. Малы асығыуҙан баҡырып торһа ла, ҡулына һәнәк алып, бесән соҡойһо юҡ. “Ир эшен – ир, ҡатын эшен ҡатын башҡарһын”, – тип яуаплай гел генә. Хәҙер инде ике ҡатындың ғәҙәтенә инде: Гөлназ Рәйсәгә барһа, ҡулына көрәк йә тырма ала, ә Рәйсә уға килһә, ашарға бешерә башлай, тиҙ генә иҙәнен һөртөп сығара. 

Бөгөн дә ике ғаилә бер булып һарай таҙартты. Һуңғы ваҡытта эсергә яратҡан Фәнил дә айныҡ ине, ул тракторын ҡабыҙҙы. Гөлназ, ирҙәр менән бер рәттән, ҡулына көрәк алды. Ә Рәйсә аш-һыу бүлмәһендә ҡалды. Эштәрен ослап инеүгә уларҙы оло табын көтә ине. “Иреңдең айныуына яңы, сығармай тор. Берәй байрамда эсербеҙ әле”, – тиеүенә ҡарамай, хужабикә өҫтәлгә шешә сығарып ултыртты. “Уға ғына эсергә тимәгән! Минең дә эс бушатып, һөйләшеп ултырғым килә!”

Кискә табан Гөлназ, мал теүәлләргә, һыйыр һауырға, баҡсаһына һыу һибергә кәрәклеген иҫләп, ҡайтып китте. Сәфәр, ғәҙәттәгесә, өйөнә ашыҡманы: “Кәләш, мин әхей менән бер аҙ гәпләшеп ултырам әле. Борсолма, ҡайтырмын!”

Уйланып ултырып, Гөлназ эңер ҡуйырып киткәнен дә абайламаған. Сығып, көтөүҙән ҡайтҡан һарыҡтарын бикләне лә, нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалды. Көнө буйы физик эш арыттырған, ятып йоҡлағыһы ла килә. Етмәһә, иртәгә иртәнсәк үҙәк дауаханаға барып, документ эштәрен атҡараһы бар. Әммә ҡәйнәһенең “уртаҡ ир” тип һөйләнеп тороуы күңеленә шик төшөрҙө. Ни тиһәң дә, 20 йылдан ашыу уны белә: Йәнбикә әбейҙең уҫал тигән даны сыҡһа ла, юҡтан ғына кешегә ҡара яҡмай. Әрләүенән улдары, килендәре биҙрәп бөтһә лә, береһен дә ситкә типмәй. Әсәһе лә туйҙан һуң: “Йәнбикәгә килен булдың, йәнем тыныс. Үҙең арыу булһаң, йәшәрһең!”– тигәйне. Сәфәрҙән дә һүҙ тейҙертмәй: “Ир аҡса тапһа, ҡатын егәрле күренә ул. Хәҙер магазинда йәнең теләгән нәмә бар, һатып алып ашарға ла була. Ете йыл йөрөп, икмәк бешерә беләһеңме, тип һорамағас, кем ғәйепле? Килен арҡаһында йәшәгәнеңде онотма: ҡасан көрәк тотҡаныңды хәтерләй­һеңме?! Ана, башҡаларҙың бисәләре яҙ етеп эш башланыу менән айырылыша башлай. Шуға ла донъялары донъя, эштәре эш түгел”. Аҙағынан, әлбиттә, улы ишетмә­гәнендә киленен дә ҡыҙҙырып ала.  

– Нәзирә ҡоҙағыйҙан да ялҡау ҡыҙ тыуыр икән?! Утын ярып йөрөгәнсе, ризыҡ рәтләп кенә өйҙә ултырһаңсы! Хөкүмәт икмәгенән ир туямы? Күңелеңде һалмаһаң, аштың таты булмай уның. Теләр-теләмәҫ баҫҡанға ла ҡамырың уңмай инде! – Үҙе сумкаһынан оло табала бешкән икмәк сығарып һала.

– Һүҙем юҡ, килен, иреңде хурлап йөрөмәйһең, йөктө уртаҡ тартаһың. Тик үҙеңдең ҡатын икәнеңде онотма. Өйҙә эш булмаһа, ирҙәр күңел асыуға тартыла башлай...  

Быға тиклем Гөлназ уны һәр ваҡыт баш баҫып тыңланы, күңеленән риза булмаған осраҡта ла телен тыя килде. Асыуы баҫылғас, әйткәндәре үкендерә лә бит... Иртәгә барып, ғәфү үтенергә кәрәк булыр.

Ҡатын өйгә инеп, урын һалды, иртәгә кейеренә кейемдәрен барланы. Йәйге оҙон кис тә төнгә тоташты. Йоҡларға ята алманы ул, күңелендәге шик тынғылыҡ бирмәне. Ишек алдына сығып, бер талай тора бирҙе лә, кәртә артындағы һуҡмаҡтан әхирәтенең өйөнә юлланды. Барыһын да асыҡларға, Рәйсәнән туранан-тура һорарға булды ул. Сөнки әхирәтлек хаҡына хыянат итеп, артабан да шик менән йәшәгеһе килмәй. Хатта үҙенең урамдан түгел, ҡаса-боҫа мал һуҡмағынан барыуына ла оялып ҡуйҙы. 

Ана, Рәйсә менән Фәнилдең өйө. Кухняһында һаман да ут яна. Тимәк, табын таралмаған әле. “Ярай бая асыуынан килеп, тауыш ҡуптармаған. Әлдә генә үҙ-үҙенә баш була белгән!”

Ошо уйҙар менән Гөлназ кәртә аша һикереп төштө лә, өйгә табан атланы.   Сеү, ниндәйҙер тауыш килә түгелме? Эйе, мунсала кемдәрҙер бар. Ә бит бөгөн ул яғылманы, ҡатын уны яҡшы белә. Фәнилдең, кис йыуынырға йылытып ҡуй, тигәненә Рәйсә: “Ваҡытым булманы”, – тип яуаплағайны бит.

Гөлназ шым ғына килеп, эстәге тауыштарға ҡолаҡ һалды. Ун йылдан ашыу ҡайны-ҡәйнә менән бер йортта йәшәгәс, тиҙ аңланы ул эстә нимәләр барғанын. Үҙҙәре лә элек өс көн һайын мунса яғып торҙолар. Тимәк, ике вариант бында. Йә ире урамдан ҡайтып киткән, йә теге хәбәр ысын. Ә Сәфәр ҡайтып киткән булһа, ир менән ҡатынға ни өсөн һыуыҡ мунсаға барырға һуң? Өйҙәре аулаҡ, ике ғаиләнең дә балалары “Йәйләү” лагерында ял итә.

Ҡатын өйгә йүнәлде. Артабан нимә эшләргә? Йүгерек уйҙар менән шашына башлаған аҡылы ошо һорауға яуап эҙләргә булып китте. Тауыш сығарып, күрше-күлән алдында рисуай итергәме? Әллә Рәйсәне туҡмарғамы? Белә үҙен, ул физик көс яғынан иренән дә уҙҙыра. Әхирәтен иһә “һә” тигәнсе уҡытасаҡ. Тик йоҙроҡ менән генә йөрәк хәлдәрен хәл итеп булырмы һуң? Сәфәр менән айырылырғамы? Ике, юҡ, дүрт бала яҙмышы менән нисек булырға һуң? Ҡыҙы, ярар, аңлар ҙа ул, ә малайы? Атай ҙа атай тип торған 9 йәшлек Айгиз нимә эшләр? Унан бит, ауылдаштары алдында ла ғәйбәткә батып йәшәгеһе килмәй. Ире ташлаған бахыр бисә булыу ҙа еңел түгел. Уртаҡ ир менән йәшәргәме? Нимә эшләргә һуң?

Өйгә инеүгә ул иҫерек Фәнилдең йоҡлап ятыуын күрергә әҙер ине инде. Шуға ла ысынбарлыҡтың көткәненә тап килеүенә аптыраманы. Гөлназдың ярһыуы ҡапыл ғына үтеп киткәндәй булды. “Һәр ғаиләнең һынау осоро була, тиҙәр. Тимәк, уларға ла хәҙер ошо мәлде үткәрә белергә кәрәк. Ирҙәргә нимә, ҡапҡанан сыҡһа – егет, ҡатын-ҡыҙға аҡыллы булыу кәрәк”, – ҡатын шым ғына өйҙән сыҡты ла, килгән юлынан өйөнә табан йүнәлде.

– Иртәгә Сәфәр эшкә китеү менән, әсәй менән ҡәйнәмде саҡырып, ярҙам һорармын. Беҙҙең өсөн уларҙан да яҡыныраҡ кем бар һуң... Моғайын, бергәләшеп берәй әмәл табырбыҙ. Әхирәт, имеш... Алтын хаҡы хаҡмы ни ул, намыҫың булмағас... – күҙ йәштәре аша Гөлназ әхирәтенә рәнйене.

Шул уҡ ваҡытта ғаилә усағын һүндермәҫлек юлдар эҙләй ине...  

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: