Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
5 Май , 15:23

ЙӨНЛӨ КАРТУФ. Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ

Магазинға сыҡһам йөнлө картуф һатыуға ҡуйылған. Бөтәһе лә бер иш, тауыҡ йомортҡаһы хәтле, үҙҙәре һоро төҫтә. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай 10 кг, алдым.

ЙӨНЛӨ КАРТУФ. Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ
ЙӨНЛӨ КАРТУФ. Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ

Магазинға сыҡһам йөнлө картуф һатыуға ҡуйылған. Бөтәһе лә бер иш, тауыҡ йомортҡаһы хәтле, үҙҙәре һоро төҫтә. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай 10 кг, алдым. Ҡайтҡас нисегерәк икән бер аҙын бешереп ҡарамаҡсы булдым, окшаһа тағы ла алырмын, орлоҡҡа, тип уйланым. Берәүһен әрсегәйнем, эсе йәшел, ҡояшта ятҡан күрәһең. Икенсеһен, өсөн, тағы бер нисәне әрсеп ҡаранып, барыһы ла йәшелләнгән. Йүнһеҙ һатыусы мине төпһөҙ кәмәгә ултыртмаҡ булған, не выйдет, тип йөнлө картуфтарын йөкмәп киттем өтә баҫып магазинға.
-Йөнлө картуфыңды ал, үҙең аша, ҡояшта ятып боҙолған, ышанмаһан ана бысаҡ, әрсеп ҡара, тип асыуланғайным,
Һатыусы
-Ағай, был бит картуф түгел, КИВИ, тип яуап бирҙе.
Башта уҡ әйтһә ни була инде, туда-суда йөрөткәнсе. Үҙе тәмле лә икән, тоҙға манып ашаһаң.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас в