Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Иҫке Муса ауылынан Флүрә инәй триммер отто!

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто уйнатҡан бүләк – триммерҙың был юлы ла Иҫке Муса ауылына һәм Шәңгәрәевтар ғаиләһенә сыҡҡанын ишеткәс, бына ҡайҙа икән даланлылар, тип ихлас ҡыуандыҡ. 91 йәшлек Флүрә Шәңгәрәева өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өйҙәренә алдырған гәзит-журналдарҙы иң беренсе булып уҡып сыға.

Иҫке Муса ауылынан Флүрә инәй триммер отто!
Иҫке Муса ауылынан Флүрә инәй триммер отто!

- Беҙҙең ҡанға һеңгән инде гәзит уҡыу. Үҙемде белгәндән алып гәзиттән айырылғаным юҡ. Тик элек былай бүләктәр генә бирмәйҙәр ине, - тип көлдөрөп тә алды инәй.

Бүләккә төшкән триммерҙы Флүрә Шәңгәрәеваға "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто медиаредакторы вазифаһын башҡарыусы Ринат Шайбәков алып килеп тапшырҙы.

Флүрә Зөлфәр ҡыҙы тормош иптәше менән дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың һәр береһенә белем алырға һәм тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иткән. Флүрә апай “Бүләк” колхозында - сөгөлдөрсө, ағай бригадир булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар.
Байтаҡ йылдар инде Флүрә Зөлфәр ҡыҙы төп йортта улы Рәсим һәм килене Гөлшат ғаиләһе менән йәшәй. Уларҙың татыу һәм берҙәм йәшәүҙәренә ауылдаштары ла һоҡлана.

Әлеге көндә лә ҡыштыр-ҡыштыр хужалыҡ эштәре менән булышырға яратҡан инәй, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡый, балаларының иҫәнлектәрен, ил именлеген һәм тыныслығын теләп доғалар ҡыла.

- Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, донъялар тыныс булып, иҫән-һау эшләргә яҙһын, - тип оҙатып ҡалды ул беҙҙе.

Әйткәндәй, 1 сентябрҙән 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы башлана. “Яҙыл һәм бүләк от” конкурсында ҡиммәтле бүләктәр уйнатып килә. Был уйында ҡатнашыу еңел генә, бер район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк. Һеҙ ҙә бүләктәр отоғоҙ, дуҫтар!

 

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: