“Йырламаҫ ерҙән йырлап китәһең”...
“Даирә” редакцияһы йыл әйләнәһенә гәзит менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән уҡыусылары араһында лауреаттарҙы, конкурстарҙа еңеүселәрҙе билдәләй. Уларҙы редакциябыҙға саҡырып бүләкләү ҙә күркәм йолаға әүерелгән.
Изге йома көнөндә дүрт лауреатыбыҙ – Бишауыл-Уңғар ауылынан Динә Мөлҡаманова (тәбиғәт, тормош тураһындағы шиғырҙары өсөн), Үтәгәндән Гәүһәрә Моталлапова (һуғыш осоро балалары тураһында яҙылған мәҡәләләре өсөн), Иҫке Бәпестән Фирүзә Абдуллина (телһөйәрлек, илһөйәрлек, йәшәйеш хаҡындағы бай йөкмәткеле халыҡсан шиғырҙар шәлкеме өсөн), Яңы Ҡыйышҡынан Әлиә Рәхимова (бала саҡ хәтирәләре тураһында яҙылған мәҡәләләре өсөн) һәм конкурс еңеүселәре - Яңы Бишауылдан Мәрүәр Ишморатова (“Ҡыш бабайға һәм Ҡарһылыуға теләктәр”) , Ҡырмыҫҡалынан Ғәлимә Тимерғазина (әүҙем хеҙмәттәшлек иткәне өсөн) редакциябыҙ түрен йәмләне. Тағы ла ике еңеүсебеҙ - Ҡарлыманбаштан Гөлнара Иҫәнғолова һәм Иҫке Шәрәйҙән Мәүлиҙә Тажетдинова осрашыуға килә алмай ҡалды.
“Даирә” гәзитенең баш мөхәррире Гөлсәсәк Аласова сараны асып:
- Бөгөн беҙ лауреаттарыбыҙ, гәзитебеҙ менән даими хеҙмәттәшлек иткән һәм төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусыларыбыҙ менән осрашыуға йыйылдыҡ. Һеҙҙең менән беҙҙе уртаҡ маҡсат берләштерә. Ул да булһа, гәзитте йөкмәткеле, уҡымлы итеү, уны мөмкин тиклем киңерәк даирәгә еткереү, - тине һәм “Даирә”нең үткән йылдағы уңыштары, киләһе йылға пландары менән таныштырып үтте. Ул шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә гәзит яҙҙырыу өсөн матди ярҙам күрһәтеүсе яҡташтарыбыҙ – район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның урынбаҫарҙарары Фәрғәт Ҡотолобаев, Гөлнара Иҫәнбаева, Вадим Ҡанбәков, районыбыҙҙың маҡтаулы гражданы Фәнил Ҡоҙаҡаев, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова, Алайғырҙан Нәсимә Ишемғоловаларҙы рәхмәт һүҙҙәре менән телгә алды.
Сараның иң тантаналы өлөшөндә ҡунаҡтарыбыҙҙың һәр береһенә Рәхмәт хаттары, дипломдар һәм бәләкәй генә бүләктәр тапшырҙыҡ. Ә улар үҙ сиратында беҙҙе үҙҙәренең йылы һүҙҙәре ижади күстәнәстәре менән ҡыуандырҙы.
- Һирәк осрашабыҙ, дуҫтар, ҡул биреп күрешәйек, йөҙөбөҙҙә нур балҡытып, йылмайып һөйләшәйек, - тип Мәрүәр Ишморатова үҙенең йөрәктән сыҡҡан хистәрен “Дуҫтар” шиғыры аша еткерҙе.
- Бөгөн барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәлә - илебеҙҙең тыныслыы, донъябыҙҙың именлеге. Ошо илдә, донъяла барған төрлө ваҡиғалар беҙҙе лә тыныс ҡына ҡалдырмай. Иламаҫ ерҙән илап китәһең, йырламаҫ ерҙән йырлап китәһең, баштарыңа килгән уйҙарҙы шиғырға һалаһың. Төркиәлә булған ер тетрәүе һәм башҡа ауыр ваҡиғалар беҙҙе тетрәндереп кенә ҡалмай, ныҡлы яралай. Дин тураһында ла күп уйлайбыҙ, изге теләктәребеҙ үтәлеүен Хоҙайҙан ялбарып һорайбыҙ. Бына ошо барлыҡ уйҙарым шиғырға ятты, - тип Әлиә Рәхимова донъяла барған ваҡиғаларға арналған “Уйланырға урын бар” тигән тетрәндергес һәм тәрән мәғәнәле шиғыры менән бүлеште.
- Беҙҙе бергә йыйып, осраштырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Хәҙер күптәр бейек тимер ҡапҡалар артында, ҙур йорттарында бикләнеп йәшәй. Ошолайтып осрашып, үҙ-ара һөйләшеп ултырыу – үҙе ҙур бәхет. Эйе, заманалар ауыр, әллә ҡайҙан төрлө хәлдәр килеп сығып тора. Йәп-йәш егеттәрҙең һәләк булыуы йөрәкте өҙә, әммә йәшәү дауам итә. Илде һаҡлау һәр саҡ ир-егеттәребеҙ иңенә ятҡан. Илен яҡлау, ғаиләһен һаҡлау - уларҙың бурысы. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, Рәсәй халҡы һәр саҡ ауыр ваҡыттарҙа бергә тупланып, бөтә көсөн еңеүгә бирә икәнен беләбеҙ. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итергә, дәртләндерергә, төрлө кәңәштәр бирергә тырышабыҙ. Доғаларыбыҙ менән ярҙам итәбеҙ, - тип Фирүзә Абдуллина үҙенең йәштәштәре, шул быуын хаҡында бер нисә шиғырын бүләк итте.
- Эйе, заманалар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бирешмәйек. Һәр саҡ шулай татыу, берҙәм булайыҡ. Ошолайтып осрашып, хәл-әхүәл белешеп, аралашып йәшәйек. Теманы дауам итеп, һеҙҙе үҙемдең бер шиғырым менән таныштырам, - тип Динә апай Мөлҡаманова һуғыш йылдарына арналған шиғырын һөйләне.
- Ваҡытығыҙ тығыҙ булһа ла беҙҙе ошолай хөрмәтләп саҡырғанығыҙ өсөн оло рәхмәт. Бөгөнгө көндә барған ваҡиғалар шауҡымы барыбыҙҙың да йөрәге аша үтә. Шундай матур, хисле шиғырҙарығыҙ өсөн рәхмәт. Ысынлап та, халыҡ гәзит биттәрендә дөрөҫ мәғлүмәт көтә, сөнки интернет селтәрендә бик күп ялған хәбәрҙәр сыға. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ. Телебеҙҙең нурын һүндермәйенсә матур итеп йәшәргә кәрәк, - тигән йылы һүҙҙәрен еткерҙе Ғәлимә Тимерғазина.
- Һеҙҙең саҡырыуығыҙҙы алғас, ҡыуанып килеп еттем. Мин үҙемдең тормошом менән бәйле ваҡиғаларҙы яҙырға тырышам. Артабан да шулай бергә-бергә, иҫәнлектә-именлектә йәшәргә насип итһен. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, - тигән изге һүҙҙәрен белдерҙе Гәүһәрә апай.
- Һеҙҙең һәр берегеҙҙең мәҡәләләре, ижад емештәре гәзитебеҙҙе биҙәй, күңелдәрҙе йылыта. Бөгөн беҙҙең редакциябыҙҙы йәмләп килгәнегеҙ өсөн, һәр саҡ ижади күстәнәстәрегеҙ менән ҡыуандырып торғанығыҙ өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Артабан да шулай бергә-бергә хеҙмәттәшлек итергә яҙһын, - тип тамамланы Гөлсәсәк Сәлих ҡыҙы осрашыуҙың рәсми өлөшөн.
Артабан осрашыуыбыҙ йәмле табын артында шиғыр-йырҙар тыңлап, матур итеп аралашып ултырыу менән дауам итте.
Ҡунаҡтарыбыҙҙың күп яҡлы таланты, уларҙың тел һәм фекер байлығы беребеҙҙе лә һоҡландырмай ҡалмағандыр. Һәр бер шиғырын хәтерендә һаҡлаған, үҙенең шиғырҙарына көй һалып, гармунда уйнап һәм йырлап та ебәргән Динә апай менән һоҡланмау мөмкин түгел. Әлиә апай ҙа үҙе өҙҙөрөп гармунда уйнай, үҙе йырлай. Ғәлимә апайҙың моңло тауышын үҙегеҙ ҙә күп тапҡырҙар ишеткәнегеҙ барҙыр. Шундай йәмле, йырлы-моңло, шиғриәт менән һуғарылған йылы осрашыуыбыҙҙы тағы ла көтөп ҡалабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА фотолары.