2023 йылдың тәүге ярты йыллығына “Даирә” гәзитенә яҙылыусы тоғро дуҫтарыбыҙҙан бик күп квитанцияларҙың күсермәләре килде. Улар араһында бүләк уйнатыу дауам итә. Түбәнге Төкөн ауылынан Нурсилә Ҡаһирова сираттағы бүләктәрҙең береһен – һыу һауыты отто:
- “Даирә” гәзитенә яҙылмайынса ҡалғаныбыҙ юҡ. Тормош иптәшем Рәсих Хәмит улы менән гәзит килгәнен көтөп кенә торабыҙ. Почта йәшнигенән кем гәзитте алып керә, шул тәүҙә уҡый. Мин “Даирә”лә баҫылған барлыҡ мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым. Гәзит аша район яңылыҡтары менән танышабыҙ, һоҡланғыс ғаиләләр өсөн ҡыуанабыҙ. Китап уҡырға яратҡас, бигерәк тә, хикәйәләрҙе көтөп алам. Йыл да квитанциямды ебәреп торам. Аллаға шөкөр, ауылда йәшәгән кешегә бик кәрәкле бүләк оттом. Мин бик шатмын һәм рәхмәтлемен. “Даирә” гәзите беҙҙе һәр саҡ шулай ҡыҙыҡлы мәҡәләләре, яҡшы яңылыҡтары, төрлө конкурстары һәм бүләктәре менән шатландырып, йәшәүгә дәрт өҫтәп торһон, - ти Нурсилә Иршат ҡыҙы.