Даирә
+23 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентября , 07:02

Уйна, гармун, уйна!

Ҡолош ауылында “Йырла-уйна, Ҡолош гармуны!” фестивале үтте.

Уйна, гармун, уйна!Уйна, гармун, уйна!
Уйна, гармун, уйна!

Ҡолош ауылында үткән байрам сираттағы тапҡыр мәҙәниәтте һөйөүселәрҙе үҙенә тартып торған үҙәккә әйләнде.
Бында инде йолаға әүерелгән асыҡ “Йырла-уйна, Ҡолош гармуны!” фестивале үтте. Ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыу­сыларҙы райондың гармунсылары һәм ижади коллективтары “Ауыл моңо” йыры менән ҡаршы алды. Был байрамда гармун уйын ҡоралы ғына түгел, ә ысын күңел моңо, ата-бабаларыбыҙҙан килгән хәтерҙе һаҡлаусы, быуындар бәйләнеше һәм кешенең ышаныслы тормош юлдашы булып тора. Нәҡ бына тыуған ергә, моңло көйҙәргә мөхәббәт, әлеге аҡланда ауыл халҡының йәшен дә, ҡартын да бер күркәм байрамға йыйҙы.

Ҡолас йәйгән байрам һәм ярҙам итеү
Быйыл фестиваль айырыуса киң ҡолас йәйҙе. Әлеге байрамды ойоштороусылар ағалы-ҡустылы Аҙнағоловтар булды. Рәмил Аҙнағолов, инде ун йыл ауылдаштарын йыйып шундай күңелле саралар үткәрә. Улар уны үҙ көстәре менән үткәрһәләр, быйыл был байрамға Һәүәләй ауыл биләмәһенең “Йәдкәр” фонды ла ярҙам итте. Проект Президент мәҙәни инициативалар фондының грантын алды һәм әлеге фестивалде күләмлерәк һәм эстәлекле итеп үткәрергә мөмкинлек бирҙе. Был көндө ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы өсөн милли уйындар, һөнәрселәрҙең күргәҙмәләре һәм фотозоналар ойошторолдо, ин­терактив майҙансыҡтар эш­лә­не.
Айырыуса Рәмил Аҙнағолов­тың шәхси музейы экспонат­та­ры ҡыҙыҡһыныу уят­­ты. Са­рала ҡатнашыусылар элекке һауыт-­һаба, көн­күреш әйберҙәре, патефон, хәрби форма кеүек әйберҙәр менән яҡындан таныша алды.

Рәсми өлөш
һәм ҡунаҡтар
Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙе менән район хаки­ми­әте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Гөлнара Иҫәнбае­ва мөрәжәғәт итте. Ул халыҡ ғө­рөф-ғәҙәттәрен һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне, ойош­тороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм конкурста ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
(Аҙағы 3-сө биттә).(Башы 1-се биттә).
- Шуныһы һөйөнөслө, фестиваль Президент фонды мәҙәни инициативалар ярҙамы менән үтә. Был беҙҙең музыкаль йолаларҙы һәм быуындар бәйләнешен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур әһәмиәтле булыуын раҫлай. Гармун Рәсәй өсөн музыкаль ҡорал ғына түгел, ә ул халыҡтың йәне. Был байрам барығыҙға ла онотолмаҫ хистәр, яңы исемдәр һәм халыҡ сәнғәтен алға табан үҫтереү өсөн этәргес буласаҡ, - тип билдәләп үтте Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы.
Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар, Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙан­ған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тимур Ғәләүетдинов, Ҡабаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов байрамға йыйылыусыларға йылы һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Бәйге һәм еңеүселәр
Финалда фестиваль сәхнәһендә 32 конкурсант сығыш яһаны, уларҙың оҫталығын талапсан жюри баһаланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса иң ҙур бүләк – Гран-при Илдар Мөхәмәтйәров һәм Роза Юнысованың дуэтына (Иҫке Муса ауыл мәҙәниәт йорто), башҡорт фольклор ансамбле “Дуҫлыҡ” (Яңы Ҡыйышҡы ауыл мәҙәниәт йорто) һәм Фәнил Сурбаевҡа (Сахай ауылы мәҙәниәт йорто) бирелде. Беренсе урынды “Яҡты моңдар” вокаль ансамбле (Яңы Ҡыйышҡы ауыл мәҙәниәт йорто), Валентина Куприянова (Константиновка ауыл мәҙәниәт клубы), Олег Аҡбашев алды. Икенсе урынға Рәсүл Аҙнағолов (Һәүәләй ауыл мәҙәниәт клубы), өсөнсө урынға – Урал Шәрипҡолов, Гөлназ Ишбулатова (Боҙаяҙ ауыл мәҙәниәт клубы) сыҡты.
Шулай уҡ башҡа конкурсанттар ҙа лайыҡлы урындар һәм бүләктәр алып, шатлыҡтары менән уртаҡлаштылар.
- Беренсе тапҡыр бындай күркәм байрамға килдем. Күңелгә үтеп инерлек моңло йырҙар тыңлап, таныштар, дуҫтар менән аралашыу бик оҡшаны. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, был байрам онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, - тине Олокүл ауылынан Тәнзилә Садиҡова.
“Йырла-уйна, Ҡолош гармуны!” фес­тивале халыҡ мәҙәниәте, йолаларының йәшәүен ҡабат иҫбатланы. Оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, күңелле йырҙар һәм ысын гармун көйө барлыҡ ҡатнашыусыларға яҡшы кәйеф бүләк итте һәм төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе.
Гөлсәсәк ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас