

8 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнөн байрам итеү сиктәрендә “Рәсәй – халыҡтар йорто” Бөтә Рәсәй этнодиктанты үткәрелде.
Диктанттың маҡсаты – илебеҙ халыҡтарының күп теллелеген популярлаштырыу, илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләттәрҙең тарихи үткәне, тамырҙары, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам уятыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу.
Был акцияға район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Диктантты китапхананың методик бүлегенең баш китапханасыһы Алһыу Насирова уҡыны.
Тексҡа авар милләтле күренекле шағир Рәсүл Ғамзатов әҫәрҙәренән өҙөктәр индерелгән. Был юлдар дуҫлыҡ, Ватанға булған һөйөү, тамырҙарыбыҙҙы хөрмәт итеү һәм Рәсәйҙең йөҙләгән милләт халыҡтары дуҫ һәм татыу йәшәгән ҙур уртаҡ йорт булыуы тураһында.
- Бөгөн беҙҙең китапханала мөһим һәм үҙенсәлекле ваҡиға үтте. Бөйөк рус телендә этнодиктант яҙыуҙа ҡатнаштыҡ. Һәр милләттең үҙ теле бар, әммә барыбыҙ ҙа бер-беребеҙ менән күберәк рус дәүләт телендә аралашабыҙ. Быйыл Рәсәйҙә Берҙәмлек йылы үтә. Бөгөнгө көндә илдә иң актуаль тема - халыҡтарҙы берләштереү. Бындай акцияларҙа ҡатнашыу мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡларға, үҫеп килгән быуынға туған телгә булған һөйөүҙе тапшырырға һәм балаларыбыҙға яҡшы өлгө күрһәтергә ярҙам итә. Йәш быуынды тәрбиәләү буйынса ҙур аҙым булып тора. Ошондай акциялар йышыраҡ үткәрелеп торһон тигән теләктәмен, - ти китапхана хеҙмәткәре Гөлсиә Бикҡужина.
Бындай акцияларҙа ҡатнашыу илебеҙҙең тел төрлөлөгөнә ихтирам белдереү булып тора. Рәсәй – ул ысынлап та беҙҙең уртаҡ йортобоҙ, унда бик күп телдәрҙә һүҙҙәр яңғырай, әммә улар барыһы ла тыныслыҡ, изгелек һәм үҙ еренә һөйөү тураһында һөйләй.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.