Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентября , 09:48

Киләһе көндәрҙә Башҡортостанда ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡлана

Республика биләмәһендә йылы һәм ҡояшлы һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана.

Киләһе көндәрҙә Башҡортостанда ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡланаКиләһе көндәрҙә Башҡортостанда ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡлана
Киләһе көндәрҙә Башҡортостанда ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡлана

Башгидромет фаразы буйынса, бөгөн, 9 сентябрҙә, һәм иртәгә, 10 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ һауа +14, +19 градусҡаса йылына. Төндә +4, +9 градус була.

Йома, 11 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +4, +9, көндөҙ +18, +23 градус.

Ял көндәренә ҡарай һауа торошо үҙгәрә башлай. Ямғыр яуыуы һәм температураның түбәнәйеүе фаразлана.

Хәбәр иткәнебеҙсә, көндәрҙең эҫе тороуы менән бәйле республикала ландшафт һәм урман янғындары һаны арта.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-09-09/kil-e-k-nd-r-bash-ortostanda-oro-m-oyashly-aua-torosho-a-lana-4663257

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас