Даирә
+29 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентября , 07:14

Урмандарҙа янғын көсәйә

Башҡортостан Республикаһы урмандарында урман янғын һүндереү хеҙмәттәре белгестәре Һәм йәлеп ителгән формированиелар Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла, Учәнсура һәм Учалы урмансылыҡтары биләмәләрендә алты янғынды һүндереүҙе дауам итә.  

Урмандарҙа янғын көсәйәУрмандарҙа янғын көсәйә
Урмандарҙа янғын көсәйә

Янғындарҙы бөтөрөүгә 350-гә яҡын кеше һәм 70-кә яҡын махсус техника берәмеге йәлеп ителгән. Урман янғыны хәлен күҙәтеү пилотһыҙ осоу аппараттары һәм пилотлы авиация ярҙамында тормошҡа ашырыла. Урман янғындарын Һүндереүҙең Йыйылма планына ярашлы иң ҡатмарлы участкаларҙа көстәрҙе һәм сараларҙы арттырыу һәм маневрлау үткәрелә.

Башҡарылған эштәр комплексы арҡаһында биш янғын локалләштерелгән (опахан усаҡтары ҡулсаға алынған, белгестәр һүндереү һәм ҡарауыллау үткәрә): Хәйбулла, Зәнсура, Йылайыр, Учалы урмансылыҡтарында 2 усаҡ.

Әбйәлил урмансылығында янғын әүҙем һүндерелә. Был усаҡты һүндереүҙе тау рельефы һәм бейек текә битләүҙәр ҡатмарлаштыра.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас