+29 °С
Облачно


Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме һөҙөмтәһендә Һарытауҙа бер нисә йорт зыян күргән. Был хаҡта Һарытау өлкәһе губернаторы Роман Бусаргин хәбәр итә.
Хәҙер урындарҙа эҙемтәләрҙе бөтөрөү һәм зыянды артабан баһалау өсөн профилле хеҙмәттәр эшләй.
«10 кеше, шул иҫәптән 3 бала йәрәхәтләнгән. Барыһына ла тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән. 6 кеше дауаханаға оҙатылған, уларҙың ғүмеренә хәүеф янамай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауалау мәсьәләләрен махсус контролдә тоторға ҡуштым. Ҡала етәкселегенә зыян күргән йорттарҙа йәшәүселәр ярҙам һорап мөрәжәғәт итһен өсөн оператив штаб эшен ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Бынан тыш, ваҡытлыса урынлашыу пункты асылды», — тип хәбәр итте ул.