Был пункт менән иретеп йәбештереү производствоһы инженер-технологы Рәфит Ғәйнуллин етәкселек итә. Ул Һарт-Шишмә ауылында тыуып үҫкән. Өфөләге 119-сы һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң Байконур космодромында хәрби бурысын үтәй. Армиянан ҡайтҡас, Ҡарлыман шәкәр заводында электрик булып эш башлай һәм Өфө авиация техник университетына уҡырға инә. Юғары белемле белгес Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводына эшкә йүнәлтелә. Унда ул технологтан алып иретеп йәбештереү участкаһы начальнигына тиклем юл үтә. 2007 йылда линия-производство идаралығының аттестация пункты начальнигы вазифаһына эшкә саҡырыла.
- Күп тә уйлап тормайынса ризалаштым һәм бер ҙә үкенмәйем, - ти үҙенең был эшкә килеүе хаҡында Рәфит Ғәйнуллин.
Рәфит Рәүеф улы алдына ҡуйылған төп бурыс – юғары хәүефле объекттарҙа эшләргә һәләтле белгестәр әҙерләү. Һөҙөмтәләр ҙә күп көттөрмәй һәм был тармаҡ буйынса конкурстарҙа уның уҡыусылары даими рәүештә призлы урындар яулай башлай. 2023 йылда Рәфит Ғәйнуллин әҙерләгән иретеп йәбештереүсе Василий Пащенконың Рәсәй йыйылма командаһына инеүе һәм Ҡытайҙа Донъя чемпионатында беренсе урын яулауы ла күпте һөйләй.
Аттестация пунктында йәш кадрҙар менән эшләүгә ҙур иғтибар бирелә. Тәүге сығарылыштарҙың береһендә барлығы 30 кеше иҫәпләнһә, уларҙың 18-е иретеп йәбештереүсе квалификацияһын ала. Улар араһында ун кеше әле лә ошо һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт юлын дауам итә. Бында квалификацияны күтәреү курстары ла эшләй. Ауырғазы күп профилле колледжы филиалы менән хеҙмәттәшлек булдырылған: буласаҡ белгестәр һайлап алына, колледж материалдар менән тәьмин ителә, уларҙың үҫеше күҙәтелә.
Мәҫәлән, Дарья тигән ҡыҙҙы ғына алайыҡ. Ул тәүҙә линия-производство идаралығында практика үтә, ә колледжды тамамлағас, кире бында килеп, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса эшләргә теләген белдерә.
Әйткәндәй, Рәфит Ғәйнуллин райондағы барлыҡ иретеп йәбештереүселәрҙе танып белә һәм бер бәләкәй генә иртеп йәбештереү буйынса ла был эштең авторын билдәләй ала.
Рәфит Рәүеф улының ғаиләһендә быға тиклем иретеп йәбештереүселәр булмаған. Ул беренсе. Үҙ эше менән шөғөлләнеүсе ҡатыны Олеся Геннадьевна менән улар ике ул үҫтерәләр. Өлкән улдары Тимур Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған, кесеһе Руслан 10-сы класта уҡый. Мәҡәләм геройы әйтеүенсә, ул үҙе лә иретеп йәбештереү эшен ғүмерлек һөнәре итергә уйламаған, әммә был хеҙмәт уның күңеленә ятҡан һәм тормошоноң мәғәнәһенә әйләнгән.
- Кешене электрод тотоп торорға өйрәтеү генә түгел, ә уға был эштең яуаплылығын аңлатыу мөһим булып тора миңә хәҙер, - ти ул үҙенең яратҡан һөнәре хаҡында.
Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Рәфит Рәүеф улына, уның хеҙмәттәштәренә һәм газ системаһының ышаныслы эшләүен тәьмин итеүселәрҙең барыһына ла оҫталыҡтары, эштәренә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт әйтке килә.
Людмила ИСЛАМҒОЛОВА.