+18 °С
Облачно


Рәсәйҙең Оборона министрлығы илебеҙ төбәктәрендә һәм Ҡара диңгеҙ өҫтөндә 490 пилотһыҙ осоу аппаратын атып төшөрөүҙәре тураһында белдерҙе.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Мәскәү, Краснодар крайы, Ҡырым, Башҡортостан, Брянск, Белгород, Воронеж, Волгоград, Владимир, Калуга, Курск, Липецк, Орел, Ырымбур, Ростов, Рязань, Һарытау, Һамар, Смоленск һәм Тула өлкәләрендә БПЛА бәреп төшөрөлгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртә менән республикала БПЛА хәүефе иғлан ителгәйне.