

Уҙған аҙнала Яңы Ҡыйышҡы ауылында Урам байрамы үтте. Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған байрам бай һәм йөкмәткеле булды.
Сараға ошо урамда йәшәүселәр, унда тыуып үҫеп, тыуған нигеҙҙәрен ташлап китергә мәжбүр булған ҡунаҡтар, урамдаштар, ауылдаштар йыйылды. Унда шулай уҡ Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова, урындағы мәктәп директоры Резеда Ғарипова ҡатнашты.
Байрам сараһын апалы-һеңлеле Ғәлиә менән Сәриә Ғайсиналар алып барҙы. Сара асыҡ тип иғлан ителгәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән ауыл кейәүе Раушан Хәйретдинов халыҡты сәләмләп, фатихаһын бирҙе, урамдың әрүахтары рухына бағышлап аят уҡыны.
Артабан алып барыусылар ауыл тормошон һаҡлаған, уны үҫтереүгә бар көсөн һалған ауылдаштар тураһында һөйләп үттеләр.
Был көндө бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Тамашасыларҙы байрам менән ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова ҡотланы. Ул Матросов урамында матур, күңелле һәм эшһөйәр кешеләр йәшәй, тине.
- Бындай байрамдар үҙ урамына, ауылына, районына һәм иленә һөйөү тәрбиәләй. Бында гөрләтеп донъя көтәләр – халҡы тырыш, татыу, берҙәм. Ауыл йылдар үткән һайын матурлана, үҫә бара. Быларҙың һәр береһендә кешеләрҙең тырышлыҡтары ята. Халыҡтың ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, уның файҙаһына эшләгән һайын, тормошобоҙ сағыуыраҡ һәм тулыраҡ була бара. Тыуған тупрағығыҙҙы ташламағыҙ, нигеҙегеҙҙе һыуытмағыҙ, - тип изге теләктәрен еткерҙе Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы.
Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы урамдың иң өлкән кешеләре Мәрйәм Ғәлиуллина менән Рәфил Ғайсиндарҙы билдәләп үтте. Уларҙың икеһенә лә 88 йәш. Хөрмәтле ағинәй һәм аҡһаҡалға сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Был мәртәбәле байрамда бер кем дә иғтибарһыҙ, бүләкһеҙ тороп ҡалманы. Әйткәндәй, ошо урамда тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Һарт-Шишмә ауылында йәшәүсе Рәмзиә менән Салауат Ғафаровтар ошо урамда йәшәгән һәр кемгә шешлек бешерә торған барбекю бүләк иттеләр.
Матросов урамында ни бары 32 йорт бар. Береһенән-береһе ыҡсым, төҙөк, матур йорттар, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталар бында йәшәүсе халыҡтың уңған, егәрле, эшһөйәр булыуы хаҡында һөйләй. Урындағы халыҡ мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп көн күрә.
Бында халыҡ “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” тигән әйтем буйынса йәшәй. Күршелек - ул бик изге, ҡиммәтле мөнәсәбәт тигән һүҙ. Улар булдыра алғанса бер-береһенә ярҙам итеп, шатлығына ҡыуанып, ҡайғыһына көйөнөп ғүмер итәләр.
Матросов урамында ниндәй генә һөнәр эйәләре йәшәмәй: элекке сөгөлдөрсөләр, малсылыҡта эшләүселәр, механизаторҙар, уҡытыусылар, бухгалтерҙар, водителдәр һәм башҡалар. Бында шулай уҡ хөрмәткә лайыҡ, урам ғорурлығы булырҙай балалар тәрбиәләп үҫтергән бик күп ғаиләләр йәшәй. Иң мөһиме, урам халҡы ауылда тыуып үҫеп, бөгөн ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ошонда эшләп ғүмер итеүсе йәш ғаиләләргә һоҡланып, һөйөнөп, хөрмәт менән ҡарай. Тимәк, ауылдың киләсәге бар, ауыл йәшәйәсәк.
Матросов урамы халҡы ауылдаштарына ысын берҙәмлек һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Әлеге байрамды ойоштороуға олоһо ла, кесеһе лә үҙ өлөшөн индергән. Был тантананы үткәреү өсөн күмәкләшеп ҙур әҙерлек алып барғандар – тирә-яҡ таҙартылған, ихаталар төҙөкләндерелгән, ишек алдары шау сәскәгә күмелгән.
Сара аҙағында йәнле аралашыу мул табын артында дауам итте. Оҙон өҫтәлдәр ризыҡтан һығылып торҙо. Байрамға килгән һәр кем күршеләрен аш-һыу менән һыйлар өсөн үҙ ризығын алып килгән. Тәм-томдан һығылып торған өҫтәлдәр артында сәй эсеп, ҡаҙанда бешкән тәмле былауҙан ауыҙ итеп, күңел асты был көндө ауыл халҡы. Ғәлиә Ғайсина өҙҙөрөп гармунда уйнап, яҡташтарын йырлатты ла, бейетте лә.
Мауыҡтырғыс спорт программаһы урам байрамының сағыу бер өлөшө булды. Сарала ҡатнашыусылар спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаштылар. Улар арҡан тартышыуҙа, тоҡ кейеп йүгереүҙә, скакалкала һикереүҙә һәм башҡа күп төрлө ярыштарҙа үҙ көсөн һынаны. Уйындар сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Һәр ҡатнашыусы бүләктәр алып ҡыуанды.
Был көндө һәр кем аралашыу шатлығын, йылылыҡты, дуҫлыҡты һәм йолаларҙы һаҡлай белеүҙәрен һәм уларҙы балаларға тапшыра алыуҙарын тойҙо. Киләсәктә лә урамыбыҙҙың ҡотон, йәмен арттырып, дуҫ, татыу йәшәйек, тигән теләктә таралышты урамдаштар.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.