Даирә
+16 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
21 Августа , 10:09

40 йәштән һуң ике ҡыҙ табырһың, уларға мосолман исемдәре ҡушырһың, тигәйнеләр

 "Был хәбәргә, әлбиттә, аптыраным, бик үк ышанып та етмәнем, әммә Асрар бабай дөрөҫ әйткән булып сыҡты..."

40 йәштән һуң ике ҡыҙ табырһың, уларға мосолман исемдәре ҡушырһың, тигәйнеләр40 йәштән һуң ике ҡыҙ табырһың, уларға мосолман исемдәре ҡушырһың, тигәйнеләр
40 йәштән һуң ике ҡыҙ табырһың, уларға мосолман исемдәре ҡушырһың, тигәйнеләр

 "Был хәбәргә, әлбиттә, аптыраным, бик үк ышанып та етмәнем, әммә Асрар бабай дөрөҫ әйткән булып сыҡты..."

Әминә, Сәлимә, Сафия, Ильяс, Бәхтийәр, Азамат... Шөкөр, һуңғы йылдарҙа балаларына бына шундай мәғәнәле, күркәм исемдәр ҡушыусы милләттәштәребеҙ арта бара. Бер үк ваҡытта сабыйын ҡолаҡҡа ятмаған, туҙға яҙмаған исем менән атаусылар ҙа табылып тора.

Балаларына матур яңғырашлы, мәғәнәле исемдәр ҡушҡан милләттәштәребеҙгә мөрәжәғәт итеп, был изге, яуаплы ғәмәлде башҡарғанда нимәләргә таяныуҙары, ниндәй уй-ниәттән сығып эш итеүҙәре, ни өсөн тап шул исемде һайлауҙары менән ҡыҙыҡһындыҡ. Билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин балаларына исем һайлау серҙәре менән ихлас уртаҡлашты.

Мөнир ҠУНАФИН:

– Әле кәләш алмаҫ элек үк “улым тыуһа, исеме Йәдкәр буласаҡ” тигән уйым бар ине. Студент саҡта Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың “Һәр кемдең дә ҡалыр бер йәдкәре...” тигән һүҙҙәрен уҡығас барлыҡҡа килгән ҡарар ул. Ғаилә ҡороп, уллы булғас, изге ниәтем тормошҡа ашты. Бындай исемде тәүгә ишеткән ҡатыным Гөлшат минең теләкте башта аптырабыраҡ ҡабул итте. Әммә улыбыҙҙың исеме шул тиклем килешле, тип һанайым. Өмөтбаев әйтмешләй, Йәдкәр – ул минең киләсәгем, нәҫелемдең дауамы, вариҫым.

Ҡыҙыбыҙға ла исемде үҙем һайланым. Сулпан – ҡояшты саҡырыусы таң йондоҙо. Дуҫтар, туғандар араһынан “Сулпан – ҡайһы бер төбәктәрҙә ир-егет исеме, Таңсулпан тип ҡуш” тигән кәңәш биреүселәр булды. Әммә миңә ҡыҫҡа варианты нығыраҡ оҡшай ине. Ҡыҙыбыҙҙы тормошобоҙға йондоҙ ише нур өҫтәүсе, ғаиләбеҙҙе йылылыҡҡа, наҙға күмеүсе оло бүләк тип ҡабул иттем. Ғөмүмән, балаларға мәғәнәле, күркәм исемдәр ҡушыу яҡлымын.

Алһыу БӘХТИЕВА:

– Азамат улыбыҙ тыуғас, исеме мотлаҡ ир-егеттәрсә ғорур яңғыраһын, тигән теләктән сығып эш иттек. “Ҡыҙ баланың исемендә – йондоҙ балҡыуы йәки сәскәләр нәфислеге, ир-ат исемендә ҡылыс сыңлауы һәм аҡһаҡалдар аҡылы сағылырға тейеш”, – тигәндәр бит.

Ҡыҙҙарыма исем һайлауҙың үҙенә күрә бәләкәй генә тарихы бар. Бер мәл Баймаҡта үткән аят ашында Мерәҫ ауылынан Асрар исемле ҡарт Ҡөрьән сүрәләре уҡыны. Аяттан һуң миңә: “Әйҙә, ҡыҙым, һиңә китап асам”, – тине. Шул бабай 40 йәштән һуң ике ҡыҙ табырһың, уларға мосолман исемдәре ҡушырһың, тип юраны. Был хәбәргә, әлбиттә, аптыраным, бик үк ышанып та етмәнем.

Икенсегә әсәлек бәхетен татығас, “ҡылт” итеп шул һөйләшеү иҫемә төштө һәм ҡыҙыма Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙы Фатиманың исемен һайланым.

Өсөнсө балам – Зәйнәбем ваҡытынан алдараҡ тыуып, мине арыу уҡ хәүефкә һалды, дауаханала оҙаҡ ятырға тура килде. Исем һайлағанда, бәпесем һауығып ҡына китһен инде тигән изге теләктә “сәләмәтләндереүсе” тигән мәғәнәгә эйә Зәйнәб исеменә туҡталдым.

Шөкөр, ҡыҙҙарым тормошомдоң биҙәге булып үҫеп килә, уларға ҡарап ҡыуанып бөтә алмайым. Исемдәрҙең кеше яҙмышына тәьҫиренә ышанам, шуға күрә был мәсьәләлә уйлап эш итергә кәрәк, тип һанайым.

Гөлфиә Ишмакова фотоһы. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас