

Йәш саҡтарында әсәй-апайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙҙең сигеү сигә белмәгәне булдымы икән ауылда? Тәҙрә ҡорғандарынан башлап, ҡул һөртә торған таҫтамалдарға тиклем йорттағы һәр сепрәк сигеү сигеп биҙәлә ине бит. Ул биҙәктәргә ҡараһаң иҫ китмәле: һәр береһе үҙенсәлекле, бер-береһен ҡабатламай. “Матур һәм ят сигеү өлгөләрен күсереп ҡулдан-ҡулға йөрөтә инек”,- тип иҫкә ала ине әсәйҙәр.
Бөгөн мин гәзит уҡыусыларҙы үҙемдең яҡташым, 32 йыл Себер тарафтарындағы Пойковский ҡасабаһында йәшәгән, хаҡлы ялға сыҡҡас Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһенә ҡайтып төпләнгән Рәмзиә Хәйернасова (Йосопова) менән таныштырып үткем килә. Уларҙың ҙур зауыҡ менән һалынған йорто, йәшелсә-емештәргә бай баҡсаһы, аллы-гөллө сәскә түтәлдәре миндә һоҡланыу хистәре уята. Өҫтәүенә, ул ҙур оҫталыҡ менән картиналар сигеү менән мауыға. Ул сиккән мәсет, мәк сәскәләре, рауза, ромашкалар, аллы-гөллө башҡа сәскәләр, аттар, күбәләктәр һәм башҡа тәбиғәт күренештәре, барыһы ла күҙ яуын алырлыҡ. Ысынлап та, йыйнаҡ һәм бик бөхтә йортон ул ысын музейға әйләндергән. Стеналарын быялалы рамдарға урынлаштырылған сиккән әйберҙәре биҙәһә, төрлө төҫтәге ептәр менән шул тиклем бөхтә итеп башҡарылған диван өҫтөндәге күп һанлы мендәрҙәрҙең һәр береһендә оҫтаның күҙ нуры, күңел йылыһы һәм ҡулының көсө сағыла, унда күпме күҙ нурҙары түгелгән, күпме сабырлыҡ һалынған. Мин телефон номерын алып, тиҙ генә уға шылтыраттым һәм бының менән нисек мауығып китеүе тураһында һораштым.
- Рәмзиә, ҡул эштәренә һәр кемдең дә ҡулы ятмай. Һинең һәләт кемдән килә?- тип һорамай булдыра алманым.
- Үҙемде белә белгәндән бирле әсәйемдең ҡул эштәренә маһир булыуын күреп үҫтем. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ уларҙан өйрәнеп үҙемә ойоҡбаш һәм бейәләй бәйләп кейгәнем иҫемдә. Ул бик оҫта тегеүсе ине. Белгәндәрен беҙгә – ҡыҙҙарына ла өйрәтте. Ә сигеү сигеү менән мин хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына күрше ҡатындан күреп мауыға башланым. Уның оҫталығына һоҡланып, мин дә үҙемде һынап ҡарағым килде. Үҙем уйлап сығарып, таҫтамалдарға сигә башланым. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арыныу менән, ҡулыма тиҙерәк сигеүҙе ала инем. Шул ваҡытта бөтә арыу-талыуҙарым онотолоп киткәндәй, йәнем тынысланып ҡалғандай була. Бөгөн элекке кеүек бик ҡул эштәре менән ултырып булмай, күҙҙәр тала, шуға күберәк ваҡытымды баҡсала үткәрәм. Йәшелсә-емеш, гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә яратам,- ти ул.
Рәмзиәне мин бәләкәйҙән беләм. Тыйнаҡлығы һәм сабырлығы йөҙөнә сыҡҡан яҡташым маҡтанып, үҙен күрһәтеп йөрөүселәрҙән түгел. Бала саҡтан эшкә өйрәнеп үҫте ул. Баҡса эштәрендә лә, мал-тыуар ҡарағанда ла әсәһе Мәҙинә апай һәм атаһы Ғүмәр ағай янында ҡайнашты ҡыҙ. Мәктәптә лә бик яҡшы уҡыны. Илтуған мәктәбен тамамлағандан һуң, һөнәрселек училищеһында белгеслек алып, Нефтеюганск нефть ойошмаһында оператор булып эшләне.
Ғаиләһенән дә уңды Рәмзиә. Тормош иптәше Илфир Әбүғәле улы менән бик матур ғүмер итәләр, ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өсөһөн дә аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле иттеләр. Бөгөн һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар, өләсәй менән ҡартатайҙы дүрт ейәнсәрҙәре, өс ейәндәре һөйөндөрә. Ауылда үҫкән кешеләр булараҡ, Хәйернасовтар бер минут та тик ултырырға яратмайҙар. Ә баҡсалары, әйтерһең, әкиәт донъяһы. Ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫмәй унда, тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ.
- Баҡсала эшләргә лә яратам, сүп үләндәре ҡасан сығыр икән тип көтөп йөрөйөм. Минән улар ҙа ҡурҡа, бер сүп үләне лә күренмәй,- тип көлдөрә ул.
Донъя мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, әйләнә-тирәбеҙҙәге матурлыҡҡа битараф ҡала алмайым. Ә инде аҡ болоттарҙай сафлыҡты, болон сәскәләреләй гүзәллекте күңелендә йөрөткән кешеләр миндә айырыуса һоҡланыу һәм хөрмәт хисе уята. Күптәребеҙ: “Минең ҡулдан килмәй, бөгөнгө тынғыһыҙ осорҙа ҡул эшенә ваҡыт етмәй”, - тип әйтергә ярата. Әммә үҙеңде илһамландырыусы эш тапһаң, ваҡыт та үҙенән-үҙе табыла, ә ҡулдар күңелгә йылылыҡ өҫтәп, рәхәтләнеп ижад итә икән ул. Яҡташыбыҙға Хоҙай иҫәнлек бирһен, уйында-хыялында йөрөткән барлыҡ күркәм эштәрен башҡарып сығырға, балаларының игелеген күреп, ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп, бик күп йылдар матур итеп бергә йәшәргә яҙһын!
Венера ҒАФАРОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.