

Район башлығының эш көнө нисек үтә, уның уйҙарын нимә биләй, район бөгөн нисек йәшәй һәм уны яҡын киләсәктә нимәләр көтә? Хәбәрселәр ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнеләр.
- Һәр көн үҙенсәлекле үтә. Беҙҙең эш графигы шулай ҡоролған: дүшәмбелә кәңәшмә үткәрәбеҙ, шишәмбе көнөнөң тәүге яртыһында граждандарҙы ҡабул итәбеҙ, ә һуңынан һауа торошо мөмкинлек бирһә, район биләмәләре буйлап сығабыҙ. Шаршамбы иһә төҙөлөш көнө тип атала, был көндө ремонт эштәре алып барылған объекттарға барабыҙ. Кесе йома беҙҙә эшҡыуарлыҡ көнө – инвестиция мәсьәләләре менән шөғөлләнәбеҙ, эшҡыуарҙар менән осрашабыҙ, ниндәйҙер инвестиция проекттары тормошҡа ашырылған тораҡ пункттарға барабыҙ, ә инде йома көнө беҙ төрлө йүнәлештәр буйынса эштәргә иғтибар бүләбеҙ. Әлбиттә, бөгөнгө көндә ауыл хужалығына ныҡлы иғтибар бирелә. Ужым культураларын йыйыуҙың әүҙем фазаһына индек. Игенселәребеҙ ғәҙәттәгесә яҡшы уңыш йыйып, традицияны дауам итер һәм лидерҙар рәтендә ҡалыр, тип ышанабыҙ. Бына ошолай үтә беҙҙең эш аҙнаһы, - тигән аңлатма бирҙе Әлфир Сабиров.
Нәҡ ошо көндө Әлфир Фәрхәт улы иртә менән граждандарҙы ҡабул итеү ойошторҙо. Граждандар хакимиәт башлығы менән мөһим мәсьәләләр тураһында һөйләшеү алып барҙы. Ауыл кешеләрен бөгөн нимә күберәк борсой?
- Граждандарҙы ҡабул итеү властың халыҡ менән үҙ-ара эш итеү төрҙәренең береһе. Йола буйынса һәр шишәмбе көндөң беренсе өлөшөндә шәхси һорауҙар буйынса граждандар ҡабул ителә. Коммуналь характерҙағы һәм шәхси мәсьәләләр, күршеләр, туғандар араһындағы мөнәсәбәттәр буйынса һорауҙар менән халыҡ мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле һорауҙар, юлдар, һыу менән тәьмин итеү, медицинаға ҡағылышлы мәсьәләләр иң киҫкене булып ҡала. Тотош алғанда, бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә тиҙ арала асыҡларға тырышабыҙ. Маҡсатыбыҙ – һәр кемде ишетеү һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итеү, - ти район башлығы.
Артабан хакимиәт вәкилдәре һәм ҡунаҡтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәгендә булды. Үҙәк июнь айында асылып, уңышлы ғына эшләп килә. Был көндө унда махсус хәрби операция ветерандарын ҡабул итеү ойошторолдо.
- Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре менән көн һайын ҡабул итеү үткәрәбеҙ. Бында улар пособие, льготалар һәм компенсациялар билдәләү мәсьәләләре, шифаханаларға, реабилитацияларға йүнәлтмәләр алыу буйынса ярҙам һәм башҡа социаль өлкә йүнәлештәре буйынса белешмәләр ала. Ғөмүмән, махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре үҙҙәрен яҡлаулы, хәстәрле тойоп, тиҙерәк ғәҙәти тормошҡа ҡайта алһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ, - тип таныштырҙы үҙәктең эшмәкәрлеге менән махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы етәксеһе Игорь Абросимов.
Шулай уҡ был көндө үҙәктә мөһим ваҡиға булды – ассоциацияға махсус хәрби операция ветераны ҡабул ителде һәм уға 100-сө һанлы таныҡлыҡ тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Яңы Ҡыйышҡы ауылынан махсус хәрби операция ветераны Рим Камалетдиновты шәхсән ҡотланы. Рим Рәжәп улы махсус хәрби операция биләмәһендә ике йыл Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәй. Ҡаты яраланғандан һуң демобилизациялана.
Артабан район хакимиәте башлығы Ҡырмыҫҡалы ауылының Чехов урамында урынлашҡан “Нескучный” паркына юл алды. Парк “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә дүртенсе йыл төҙөкләндерелә. Был ваҡыт эсендә бында спорт майҙансыҡтары, тренажерҙар, эскәмйәләр, тротуарҙар һәм балалалар майҙансығы булдырылды.
- Беҙ ауыл кешеләренең тормошон яҡшыртырға тырышабыҙ. Әйтергә кәрәк, “Ҡала мөхите” проекты ярҙамында район үҙәге һәм ауыл биләмәләре күпкә матурлана бара. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса ла күп эштәр башҡарылды. Ул беҙгә тиҫтәләрсә ауылдарҙы төҙөкләндереү мөмкинлеге бирә. Беҙҙең маҡсат – халыҡтың лайыҡлы тормошо өсөн шарттар тыуҙырыу, - тине хакимиәт башлығы.
Муниципаль район хакимиәте башлығы был көндө Олокүл ауылының “Беҙҙең патриот” ирекмәндәр штабының эше менән дә танышып, ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәренә тынғыһыҙ эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм балаларҙың йәйге ялы нисек ойошторолоуы менән дә ҡыҙыҡһынды. “Виктория” балалар спорт-һауыҡтырыу лагерында ул балалар менән аралашты һәм уларға каникулды ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреүҙәрен теләне.
Сәфәр һуңында район башлығы Ҡабаҡ ауылындағы “Кировец Өфө”, “Артемида” йәмғиәттәрендә булды, Сихонкин ауылы микрорайонындағы юл төҙөлөшө барышын ҡараны һәм:
- Алда беҙҙе күп һәм ныҡышмалы эштәр көтә. Артабан да махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу эшен дауам итәсәкбеҙ, - тине.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.
Автор фотоһы.