Даирә
+16 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
2 Августа , 09:05

Бүләкле булдылар

Матур йолаға тоғро ҡалып, ағым­дағы йылдың икенсе ярты йыллығына “Даирә” гәзитенә яҙылып, бүләк отоусыларҙың араһында Алайғыр ауылынан Нәсимә Ишемғолова ла бар.

Бүләкле булдыларБүләкле булдылар
Бүләкле булдылар

Гәзиткә яҙылып, бүләк отоусыларға иҫтәлеккә бүләк тапшырыу - ҡыуаныслы мәл, тимәк, гәзитебеҙҙе уҡыйҙар, гәзитебеҙ йәшәй.
Матур йолаға тоғро ҡалып, ағым­дағы йылдың икенсе ярты йыллығына “Даирә” гәзитенә яҙылып, бүләк отоусыларҙың араһында Алайғыр ауылынан Нәсимә Ишемғолова ла бар. Нәсимә Мөхәмәт ҡыҙы квитанцияның күсермәһен редакцияға ебәреп, туҡмас киҫкес отто.
- Тормошомдо гәзитһеҙ күҙ ал­дына ла килтерә алмайым. Иҫ белә-белгәндән алып был гәзит өйөбөҙҙә булды. Әсәйемдең райондың төп баҫмаһына яҙылмай ҡалғанын хәтерләмәйем.
Элек баҫма үҙебеҙҙең районда баҫыла ине. Уның баҫылып сығыуының шаһиты булырға ла тура килде. Бер мәл йомош менән типографияға барҙым. Шул саҡ типография хеҙмәткәрҙәре махсус станокта гәзит баҫтыралар ине. Мин уларҙың эшен күҙәтәм, бәй, ҡараһам гәзиттең иң беренсе битендә ҙур итеп әсәйемдең фотоһы сығып килә. Был бит минең әсәйем, тип ҡысҡырып ебәрҙем. Типография хеҙмәткәрҙәре миңә аптырап ҡарайҙар. Баҡтиһәң, гәзиттең беренсе битендә әсәйем тураһында мәҡәлә яҙылған икән.
Әсәйем район, республика гәзиттәрен алдырып уҡый торғайны. Хатта эш эшләгәндә лә, төшкө аш ваҡытында ла ҡулынан гәзит төшмәне. Хәҙер үҙем дә унан башҡа тора алмайым. Шулай итеп, гәзиткә йыл һайын яҙылам. “Даирә” гәзите бик уҡымлы, эстәлекле, төрлө рубрикалары менән үҙенә йәлеп итеп тора. Һәр һанын ҡалдырмай, гәзиттә яҙылған барлыҡ мәғлүмәт менән танышып барам. Хикәйәләрҙе, шиғырҙарҙы, тырыш, эшһөйәр яҡташтарым, татыу өлгөлө ғаиләләр тураһында яратып уҡыйым.
Шундай тырыш, уңған райондаштарыбыҙ барлығын гәзит биттәренән уҡып беләбеҙ, ғорурлыҡ кисерәбеҙ. Мин дә бәхетемде һынап ҡарарға булып, квитанция күсермәһен ебәргәйнем, бүләкле лә булдым. Быға бик шатмын. Редакция хеҙмәткәрҙәренә сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар теләйем. Ә райондаштарымды “Даирә” гәзитенә яҙылырға саҡырам. Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, бүләктәр отоғоҙ, - ти Нәсимә апай.
Нәсимә Мөхәмәт ҡыҙы Алайғыр ауылында тыуып үҫеп, шунда ғүмер итә. 8-се класты тамамлағас та клуб мөдире булып эшкә урынлаша. 1981-1984 йылдарҙа клуб директоры ла була. Һуңынан фермала һыйырҙар һауа. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Йәштән эшкә өйрәнеп үҫкәнгәме, ул һис кенә лә тик ултырырға яратмай. Тырыш, уңған ҡатын баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, мал тота, ағын май, ҡаймаҡ итеп эшкәртә.
Нәсимә Мөхәмәт ҡыҙы биш бала әсәһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә уға. Нисек кенә ауыр булмаһын, ул бөгөлөп төшмәй. Ейәндәре уға йыуаныс та, йәшәү мәғәнәһе лә. Әйткәндәй, хәҙерге көндә Нәсимә апай 16 ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй, 10 бүлә-бүләсәргә ҡәҙерле, һөйөклө ҡарт өләсәй.
Нәсимә апай редакцияға бүләһе Айназ менән килгәйне. Малай Өфө ҡалаһынан өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайт­ҡан. Әле йәйге каникулда рәхәтләнеп ял итә. Ул шулай уҡ йорт тирәһендә өләсәһенең оло ярҙамсыһы. Бөтә эштәрҙе лә бергәләп башҡаралар. Хатта Айназ “Катя” ҡушаматлы кәзәнең һөтөн дә һауып ала икән. Ҡала малайы булһа ла бик матур итеп башҡортса һөйләшә.
“Даирә” менән бергә ҡалыусы дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ, бүләк алып ҡыуанғандарҙы ҡотлайбыҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас