Даирә
+20 °С
Облачно

Республикабыҙҙа бер туғандар МХО яугирҙәренә ярҙам иткән

Республикабыҙҙа бер туғандар МХО яугирҙәренә ярҙам итеүгә 2 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән

Республикабыҙҙа бер туғандар МХО яугирҙәренә ярҙам иткәнРеспубликабыҙҙа бер туғандар МХО яугирҙәренә ярҙам иткән
Республикабыҙҙа бер туғандар МХО яугирҙәренә ярҙам иткән
Иван Вавилов
 

Яҡташтарыбыҙ Павел һәм Денис Казаковтар махсус операцияның тәүге көндәренән үк ирекмәндәр эшенә ҡушылған. Улар фронт өсөн гуманитар йөк туплауға ике миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән. Игеҙәк туғандар тураһында БР йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабировҡа һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгендә һөйләнеләр.

Мәҫәлән, алғы һыҙыҡҡа оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, медикаменттар, автотранспорт өсөн запас частар, техника, көнкүреш химияһы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар даими ебәрелә. Был башланғысҡа урындағы ирекмәндәр һәм битараф булмаған халыҡ та ҡушыла.

2025 йылдың апрелендә Казаковтар ҙур ылау менән Запорожье өлкәһенә барып ҡайтты, ә шул уҡ йылдың авгусында йәнә сәфәргә сыҡты, улар яугирҙәргә кәрәкле ҡорамалдар һәм сығым материалдары тейәлгән йөктө илтеп тапшырҙы.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан ирекмән-остаздар әҙерләй башланылар.

Фото: Денис Казаков | шәхси архив

Сығанаҡ:башинформ.ру

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас