Даирә
+20 °С
Облачно

Фольклор көнөнә бағышланды

Район мәҙәниәт һарайы алдында Фольклор көнөнә ҡарата сара үтте.

Фольклор көнөнә бағышландыФольклор көнөнә бағышланды
Фольклор көнөнә бағышланды

Майҙан күңел асыу, дуҫлыҡ һәм ижад киңлегенә әйләнде. Милли кейем кейгән алып барыусылар Гөлшат Ильясова менән Рәсилә Иштуғанова фольклор төшөнсәһе менән таныштырҙылар, уның барлыҡҡа килеү тарихы һәм хәҙерге заманда халыҡ мәҙәниәтенең әһәмиәте тураһында һөйләп үттеләр. Филүс Шәңгәрәев сараны дәртле музыка менән биҙәне.
Сара барышында балалар халыҡ ижадының күп төрлөлөгө тураһында фекер алыштылар, мәҡәләләр, әйтемдәр һәм әкиәттәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Артабан балалар ике командаға бүленеп, эстафеталарҙа, халыҡ уйындарында, ижади квестарҙа ярышты.
Балалар ата-бабаларыбыҙ тормошо тураһында ҡцҙыҡлы мәғлүмәт алды. Бындай осрашыуҙар йәш быуынға үҙ халҡының мәҙәниәтенә ҡағылырға, ата-бабаларының йолалары тураһында күберәк белергә ярҙам итә.
Сара бик күңелле һәм әһәмиәтле булды, балалар бик ҡәнәғәт ҡалды.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас