

“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ – ике ҡанат” тип аталған байрам сараһына оҙаҡ йылдар иңдәрен-иңгә терәп, матур ғүмер итеүсе ғаилә парҙары, уларҙың балалары һәм ҡунаҡтар килде.
Саҡырылған ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алдылар. Тантаналы йыйылыш алдынан сарала ҡатнашыусылар сағыу биҙәлгән фотозонала ғаиләләре менән иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр, оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаштылар.
“Ғаилә ул – мµхәббәт, шатлыҡ, изгелек һәм мәрхәмәтлек, бер-береңде аңлау һәм ышаныс, балалар, ә барыһы бергә – бәхет”, - тигән матур һүҙҙәр менән башланы был сараны алып барыусы Гөлшат Ильясова.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа бирелде. Ул ҡунаҡтарҙы һәм тантана сәбәпселәрен байрам менән ҡотлап, тыныслыҡ, изгелек, именлек теләне.
- Матур, тырыш, бәхетле ғаиләләр килер быуынға өлгө булып тора, донъяларын гөрләтеп, лайыҡлы итеп йәшәй. Улар быуындан-быуынға телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм, иң мөһиме, ныҡлы ғаилә ҡиммәттәрен тапшыра, үҙ тарихына һөйөү тәрбиәләй. Ғаиләләрҙең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем, - тине Әлфир Фәрхәт улы һәм байрам уңайынан районыбыҙҙа ихтирамға лайыҡ татыу, матур ғаиләләрҙең береһе - Прибельский ауылынан Луиза менән Александр Голубкиндарға Башҡортостанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы барлыҡҡа килгән “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырҙы.
Оҙаҡ йылдар бергә матур ғүмер итеүсе, ҡулға-ҡул тотоноп тормош юлынан бергә атлаған ғаилә парҙары – Ҡырмыҫҡалы ауылынан Вера менән Ғабдулхай Айбулатовтар, Венера менән Ҡасим Иштуғановтар, Сәлиә менән Зәки Әминевтар (Шайморатов), Ғәзимә менән Рим Арыҫлановтар (Боҙаяҙ), Нина менән Родион Васильевтар (Николаевка), Вера менән Марат Ғәләүетдиновтар (Николаевка), Людмила менән Николай Егоровтар (Һыуыҡ-Шишмә), Рәзидә менән Әхтәм Иҫәнбаевтар (Һәүәләй), Нажиә менән Йәүҙәт Исхаҡовтар (Түбәнге Тимкә), Рәзилә менән Валерий Кузьминдар (Һәүәләй), Нина менән Николай Куклиндар (Олокүл), Нәфисә менән Роберт Ҡорбанғәлиндар (Иҫке Бәпес), Татьяна менән Александр Макаровтар (Николаевка), Әлмира менән Ревнер Миһрановтар (Һәүәләй), Рәмилә менән Әхмәт Мµфтәхетдиновтар (Ҡабаҡ), Әнисә менән Зәбир Рәхмәтуллиндар (Мырҙа), Рима менән Миҙхәт Рәжәповтар (Боҙаяҙ), Флүрә менән Миҙхәт Рәжәповтар (Кәсеүән), Винира менән Шамил Тимерйәновтар (Атйетәр), Фәниә менән Рәшит Хәсәновтар (Шайморатов), Рәшиҙә менән Рафаэль Йосоповтар (Шайморатов), Елизавета менән Иван Яковлевтар (Николаевка), Вера менән Анатолий Никифоровтар (Алайғыр) ғаилә-ара мµнәсәбәттәрҙе нығытыуға, уның ҡиммәттәрен күтәреүгә, абруйын арттырыуға күп көс һалғандары өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Бынан тыш, Анатолий Никифоров Ефремкин ауыл биләмәһе ауыл Советы депутаты вазифаһында күп йыллыҡ намыҫлы эше, ауыл үҫешендә, районда партияның ролен күтәргәне өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Шулай уҡ байрам кисәһендә райондың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ғаилә йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының республика этабында ҡатнашып, район данын яҡлаусы йәш ғаиләләр – “Күп балалы ғаилә” номинацияһында ҡатнашыусы Ҡырмыҫҡалы ауылынан Айгөл менән Рәфил Ғәлиндар һәм Николаевка ауылынан Марина менән Азат Гәрәевтар, “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында Сихонкин ауылынан Анна менән Александр Гордеевтар, “Тәрбиәгә бала алған ғаилә” номинациһында Алайғыр ауылынан Гөлнур менән Айрат Ишемғоловтар, “Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе” номинацияһында Гөлсәсәк Кухарчик, “Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында Ҡырмыҫҡалы ауылынан Нәркәс менән Айнур Хәлитовтар һәм “Спорт ғаиләһе” номинацияһында ҡатнашыусы Ҡырмыҫҡалы ауылынан Регина менән Вадим Шиновтар Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Дипломдары менән билдәләнде.
Байрам ҡунаҡтары ғаилә йолалары, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, татыу йәшәү серҙәре менән уртаҡлашты. Һуңынан ғаилә парҙары йәшлектәрен иҫкә алып, “Йондоҙ” бейеү ансамбле хореографтары Гөлназ Хәкимова һәм Рөстәм Сәйғәфәровтарға эйәреп, вальста әйләнде һәм бейеп тә алдылар.
Сара Ольга Исхаҡова, Зөлфиә Усманова башҡарған йырҙар һәм Эльвина Дәүләтшинаның дәртле бейеүе менән үрелеп барҙы.
Ҡырмыҫҡалы ауылынан Венера менән Ҡасим Иштуғановтар йөкмәткеле, сағыу һәм юғары кимәлдә үткән кисәне ойоштороусыларға ысын күңелдән оло рәхмәттәрен еткерҙе.
- Афарин ойоштороусыларға! Район хакимиәте менән ғорурланабыҙ. Беҙҙе ололап, ихтирам итеп саҡырыуҙары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине бер тауыштан Иштуғановтар.
Венера Рифхәт ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы ауылынан, ә Ҡасим Иргис тыумышы менән Ҡарлыманбаштан. 1975 йылдың 24 октябрендә ғаилә ҡороп, илле йылдан ашыу матур ғүмер итәләр.
- Бик тиҙ үтте лә китте йылдар, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Оҙаҡ бергә ғүмер итеп, уңышлы һәм бәхетле ғаилә булһын өсөн, бер-береңде ихтирам итергә, иғтибарлы булырға, аңлай, ғәфү итә белергә, һәр эште бергә башҡарырға кәрәк, - тип бергә йәшәү серҙәре менән бүлештеләр улар.
Иштуғановтар Ҡырмыҫҡалы ауылында төпләнеп, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, ауылдаштарының, хеҙмәттәштәренең, яҡындарының оло ихтирамын һәм хөрмәтен яулағандар. Уларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел – бер-береһен хөрмәтләп йәшәүҙәре, яғымлы күҙ ҡараштары, үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәре йөҙҙәрендә сағыла. Бәхетле ғаилә ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Венера апай менән Ҡасим ағай ҡартатай менән өләсәй бәхетен дә кисерәләр. Бөгөнгө көндә уларҙың ике ейәндәре, ике ейәнсәрҙәре, бер бүләсәре бар. Әйткәндәй, ҡарт өләсәй менән ҡартатай тағы бер бүләсәр көтә.
Тормош мәғәнәһен балалар үҫтереүҙә күргән, бер-береһен аңлап, терәк булып, татыулыҡта ғүмер иткән ғаиләләр ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Районыбыҙҙа ошондай ныҡлы һәм татыу ғаиләләрҙең күп булыуы һоҡландыра. Артабан да шулай бәхеткә күмелеп, балаларығыҙҙың шатлыҡ-уңыштарына һөйөнөп, башҡаларға матур өлгө булып йәшәгеҙ, тигән изге теләгебеҙҙе еткерәбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.