Даирә
+17 °С
Дождь

Яңы тормошҡа асҡыс

Район хакимиәте залында йылы һәм тантаналы шарттарҙа махсус хәрби операция яугире Руслан Бәшировҡа ике бүлмәле фатирҙың асҡысы тапшырылды. Бындай бәхеткә ул ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларға торлаҡ биреү дәүләт программаһы сиктәрендә иреште.

Яңы тормошҡа асҡысЯңы тормошҡа асҡыс
Яңы тормошҡа асҡыс

Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров егеткә асҡысты тапшырып: «Һеҙҙең кеүек кешеләр - райондың терәге. Һеҙ хеҙмәт, намыҫлылыҡ һәм ҡыйыулыҡ сифаттарын үҙ өлгөгөҙҙә күрһәтәһегеҙ. Илебеҙҙең тыныслығы өсөн хеҙмәтеңдә уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйем, тине.
20 йәшлек Никита Русланович БПЛА - ның өлкән операторы. Ул 2024 йылдың июнендә ун һигеҙ йәше тулыу менән Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөй. Луганск өлкәһендә хеҙмәт итә, разведка һәм алғы һыҙыҡта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса мөһим бурыстар үтәй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егет тормошонда ауыр һынауҙар менән осраша: әсәһе 2021 йылда донъя ҡуя, ә атаһы 2023 йылдың мартында МХО биләмәһендә батырҙарса һәләк була. 14 йәшлек ҡустыһы Сергей Никитаның берҙән-бер терәге.
"Торлаҡ юллап алыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн район етәкселегенә, район хакимиәтенең торлаҡ программаларын ғәмәлгә ашырыу секторы мөдире Эльвина Бакироваға, «Ватанды Һаҡлаусылар» Дәүләт Фондының Башҡортостан буйынса филиалының Ҡырмыҫҡалы районындағы социаль координаторы Ғәлиә Бикбаеваға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Мине көтөп тороусы туғандарыма рәхмәт. Иҫән-имен, иң мөһиме - Еңеү менән ҡайтырға вәғәҙә бирәм, - тине яугир.
Әлеге ваҡытта Никита ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Уның ҙур шатлығын уртаҡлашырға ҡустыһы һәм һөйгән ҡыҙы ла килгән ине.
Был көн Никитаның ғына түгел, ә уның бәхетенә шаһит булған һәр кемдең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Һәр кем Еңеү тиҙерәк беҙҙең яҡта булып, йәш яугирҙең тыныс тормошта ғаилә ҡороп, үҙ йортонда йәшәүен теләне.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас