

Рәсәй эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары - полиция начальнигы, полиция подполковнигы Илдар Бәҙретдинов үҙ сығышында наркотиклы үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтереүҙе асыҡлауға һәм туҡтатыуға, шулай уҡ был өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән «Мәк» иҫкәртеү акцияһы барышы тураһында ентекле һөйләне.
Ул акцияның һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән бер нисә сараны билдәләне. Улар иҫәбендә - ведомство-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтеү, йәштәр менән аңлатыу эшен киңәйтеү, тыйылған культураларҙың үҫеү усаҡтарын асыҡлауға йәмәғәтселекте йәлеп итеү, шулай уҡ оператив составты һәм рейд саралары һанын арттырыу. Йәштәр араһында иҫкәртеүгә һәм хәүеф төркөмдәре менән эшләүгә айырыуса иғтибар бүленә.
Полиция вәкиле сығышынан һуң һүҙ мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙоваға бирелде.
Үҙенең докладында ул балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында наркотиктар һәм психотроп матдәләр ҡулланыуҙы һәм уның таралыуын иҫкәртеү буйынса эште яҡтыртты. Был эштең төп йүнәлеше булып уҡыусыларҙы социаль-психологик тестлау тора. Мәҫәлән, 6014 баланан 1800 кеше тест үткән.
Гүзәл Сыңғыҙова билдәләүенсә, тест этабы - беренсе аҙым ғына: алынған һөҙөмтәләр менән артабанғы эште дөрөҫ итеп төҙөү мөһим. Ул нарколог-табип менән тығыҙ аралашыу кәрәклеген билдәләне, тап мәғлүмәттәрҙе бергәләп тикшереү уҡыусыларҙың теге йәки был төркөмдәренә ҡарата ниндәй саралар күрергә кәрәклеген билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.
Һүҙ хәүефте асыҡлау тураһында ғына түгел, ә адреслы ярҙам ойоштороу тураһында ла бара: консультациялар ойоштороу, шәхси әңгәмәләр, балаларҙы психологик-педагогик оҙатыу программаларына индереү. Ололар хәүеф сигналдарын ваҡытында күреп, уларға дөрөҫ яуап бирә алһын өсөн педагогтар һәм ата-әсәләр менән мәғрифәтселек эшенә айырыуса иғтибар бүлеү планлаштырыла.
Райондың йәштәр эше буйынса баш белгесе Виктория Истратова район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт буйынса бүлегенең йәйге осорҙа уҡыусылар һәм студенттар менән тығыҙ эш алып барылыуы, яңынан-яңы алымдар ҡулланыуҙары, йәштәрҙе мауыҡтырғыс уйындарға күберәк йәлеп итергә кәрәклеге хаҡында бәйән итте.
Илтерәк ауылының Архангел Михаил ғибәҙәтханаһы иерейы Евгений Герасимов һәм райондың имам-мөхтәсибе Ирек хәҙрәт Әбүталипов наркоманияны профилактикалауҙа дин әһелдәренең айырым әһәмиәт алып тороуҙары хаҡында һөйләне.
Өлкән быуын, шул иҫәптән дин әһелдәре балалар һәм үҫмерҙәрҙе тәмәке тартыу, эскелек һәм наркомания кеүек зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлар ҡалырға тырышырға тейеш. Кешене эстән һәм тыштан үлтереүсе ошо өс ғәҙәттең үҫешен иҫкәртеү буйынса ҙур эш алып барырға кәрәк. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа йәш быуынға ислам һәм христиан ҡағиҙәләре буйынса тура юл күрһәтәбеҙ. Спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке, наркотиктар таралыуын иҫкәртеү буйынса ныҡлы саралар күрелмәһә, сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандаһы булмаһа, кешелек доньяһының киләсәге бөтөнләй булмаҫҡа мөмкин, - тип борсолоуҙарын белдерҙе дин әһелдәре.
Сығыштың йомғаҡтары буйынса комиссия ағзалары тәҡдим ителгән башланғыстарҙы тикшерҙе һәм бөтә ҡыҙыҡһынған структураларҙың эшмәкәрлеген координациялау буйынса артабанғы аҙымдарҙы билдәләне. Ҡатнашыусылар фекеренсә, комплекслы ҡараш һәм системалы эш районда наркотиктар таралыуына ҡаршы тороуҙа тотороҡло һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн төп шарттар булып тора.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.