

Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе хакимәтендәге белгестәрҙең береһе – Зифа Хәсәнова. Уның бында эшләүенә 28 йыл булһа, муниципаль хеҙмәттә - 24 йыл.
Зифа Рәис ҡыҙы Ҡырмыҫҡалының 1-се мәктәбен тамамлағандан һуң Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында бухгалтер һөнәренә уҡый. Артабан ситтән тороп уҡып, белемен камиллаштыра.
1985 йылда хеҙмәт юлын райондың һыу үткәреү һәм файҙаланыу һыуүткәргесендә кассир булып башлап ебәрә. Тормош ҡорғас, Архангел урман хужалығында кассир булып дауам итә. Бер нисә йылдан тыуған районға ҡайтып, Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы хакимиәтенә техник хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Тырышлығын, йыйнаҡлығын күреп, дүрт йылдан уны бында һалым йыйыу буйынса белгес итеп алалар. Был мөһим һәм яуаплы бурысты бар күңелен һалып башҡара ул.
Шулай уҡ ер участкаларын, яңы объекттарҙы рәсмиләштерергә ярҙам итә, хужалыҡ иҫәбен алып бара... Ул иңенә ҡуйылған эштәрҙең барыһын да уңышлы һәм теүәл башҡара.
Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы биләмәһе - районда иң ҙуры һәм унда йәшәгән халыҡ – иң күбе. Ә Зифа Рәис ҡыҙы һәр кемде танып-белә, мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр береһен тыңлай, ярҙам итә, аңлата. Уға төрлө һорауҙар менән киләләр. Эшен яратып башҡарыуы, кешеләр менән уртаҡ тел табыуы арҡаһында уны ихтирам итәләр, яҡын кеше итеп күрәләр. Ғөмүмән, ул халыҡ өсөн хеҙмәт итеп, ауыл Советы хакимиәте һәм граждандар араһында бәйләүсе звено булып тора.
- Зифа Хәсәнова - яуаплы, әҙәпле, һәр кем менән уртаҡ тел таба, аралашыусан, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан кеше. Күп һанлы мәшәҡәт һәм хәстәрлек булһа ла, барыһына ла өлгөрә.
Эштең үҙенсәлеген яҡшы аңлай һәм белә, бер ваҡытта ла шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, уға ниндәй ваҡытта булһа ла мөрәжәғәт итеп була, - тиҙәр уның тураһында хеҙмәттәштәре.
- Эшемде бик яратам. Еңел булмаһа ла, ул миңә ҡәнәғәтлек бирә. Төрлө категория кешеләр килә, ҡайһы ваҡыт кәйефһеҙҙәре лә. Был саҡта сабырлыҡ, сыҙамлыҡ иң мөһим сифаттар булып тора, - ти Зифа Рәис ҡыҙы.
Эште еренә еткереүе, теүәллелеге, намыҫлы булыуы менән хеҙмәттәштәре һәм халыҡ араһында ихтирам яулай. Ошо көндәрҙә ул күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм урындағы үҙидара үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән Рәхмәт хаты алды.
Был гүзәл ҡатын эшендә тырыш хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә яҡшы хужабикә, ике улына, алты ейән-ейәнсәренә хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй ҙә.
Зифа Рәис ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә хеҙмәтендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.