

Фестивалдә районыбыҙҙы ауыл хужалығы предприятиеларының алдынғы “Артемида” йәмғиәте лайыҡлы күрһәтте.
Коллективтар араһындағы көсөргәнешле көрәштә ҡатнашыусылар төрлө конкурстарҙа ярышты. Улар һөнәри оҫталыҡтарын ғына түгел, команда рухын, ижади һәләттәрен һәм спорт әҙерлеген дә күрһәтте.
Артемидалылар ярыштарға бик яҡшы әҙерлек менән барҙы. Улар фестивалдең бөтә этаптарында ла сағыу сығыш яһаны, таланттарын күрһәтте һәм ысын көс берҙәмлектә икәнен иҫбатланы.
Һөҙөмтә буйынса “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы командаһы “Көс һәм берҙәмлек командаһы” номинацияһында еңеү яуланы. Был уларҙың эштәренең яйға һалынғанлығының һәм команда характерының һөҙөмтәһе ине.
Бынан тыш, дөйөм команда иҫәбендә артемидалар республика фестиваленең III дәрәжә дипломына эйә булдылар. Предприятиеның йәш агрономы Радмир Бикмәтовтың шәхси ҡаҙаныштары айырым иғтибарға лайыҡ. Ул спортта армрестлинг буйынса ярышып, II урын алды. “Артемида”ла үҙ эшенең оҫталары ғына түгел, ә физик яҡтан көслө, маҡсатлы белгестәр эшләгәне лә раҫланды.
“Артемида” хужалығы командаһын һәм Радмир Бикмәтовты лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Коллективҡа яңы еңеүҙәр, һөнәри уңыштар, республика кимәлендә иң яҡшы булырға ярҙам иткән берҙәмлек һаҡлауҙарын теләйбеҙ. Районыбыҙ һеҙҙең менән ғорурлана!
Айһылыу Камалетдинова, райондың баш агрономы.