Даирә
+17 °С
Дождь

Лилиә Биктимерова: "Судты көтәбеҙ"

"Гөлназ ғәйебен таный. Зыян күреүселәргә булдыра алғанса ярҙам иттек. Нахаҡ һүҙ ҙә күп инде", - ти Башҡортостандың халыҡ артисы.    

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева үҙенең төркөмө менән аварияға осрағайны. Тиҙҙән суд буласаҡ. Был хаҡта йырсының әсәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Биктимерова түбәндәге яҙманы ҡалдырған.

— Быйыл февралдә ҡыҙыбыҙ Гөлназ юл һәләкәтенә осраған ине. Енәйәт эше асылды. Хәҙер августа буласаҡ судты көтәбеҙ. Икенсе яҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, нахаҡ һүҙ ҙә күп инде. Барыбыҙ ҙа борсолабыҙ. Гөлназ ғәйебен таный. Булдыра алғанса зыян күреүселәргә ярҙам иттек, - ти Гөлназдың әсәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Биктимерова.

 

Сығанаҡ: "Ирек майҙаны" гәзите.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас