Даирә
+28 °С
Облачно

Мөмкинлектәр ваҡыты

Ҡырмыҫҡалы ауылында үткәрелгән Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр араһында диалог майҙансығына әүерелде.

Мөмкинлектәр ваҡытыМөмкинлектәр ваҡыты
Мөмкинлектәр ваҡыты

Тантаналы сара район мәҙәниәт һарайының кесе залында уҙҙы. Йыйылыусыларҙы эшмә­кәр­лекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Рәсил Исламов, “Ҡырмыҫҡалы районы буйынса халыҡты эш менән тәьмин итеү республика үҙәге”нең территориаль бүлеге етәксеһе Шамил Хафизов сәләмләне. Рәсми заттар үҙ ведомстволарының эшмәкәрлеге тураһында ентекле һөйләнеләр һәм ҡатнашыусыларға халыҡты эш менән тәьмин итеү өлкә­һендә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең киң спектры тураһында мәғлүмәт бирҙеләр. Шамил Фә­нил улы залдағыларға рәхмәт белдерҙе.
- Бөгөнгө сараның һеҙҙең өсөн файҙалы булыуын һәм эш табырға ярҙам итеүен телә­йем, - тине ул. Рәсил Исламов әйтеүенсә, адреслы социаль ярҙамдан тыш, район эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ойоштороу һәм финанс форматындағы ярҙам күрһәтә

Эшкә урынлаштырыу майҙансығы
Йәрминкә сиктәрендә ун эш биреүсе үҙ вакансияларын тәҡдим итте һәм хеҙмәт шарттары, социаль гарантиялар тураһында ентекле һөйләне. Эш эҙләүселәр вакансиялар менән таныша, телдән әңгәмә уҙа, ҡыҙыҡһындырған белгеслектәр буйынса тәрән әңгәмәгә саҡырыу алдылар. Вакансиялар йәрминкәһенә 262, шул иҫәптән урындағы колледжды тамамлаған 30 кеше килде.
- Вакансиялар йәрминкәһе – эш табыу өсөн бына тигән мөмкинлек ул, - тине Ҡарлыманбаш ауылынан Айгөл Хәсәнова. - Район предприятиеларының бер майҙансыҡта йыйылыуы бик уңайлы. Ойош­тороусыларға рәхмәт!
Вакансиялар йәрминкәһе район халҡына эшкә урынлашыуҙың төрлө варианттарын ҡарарға, хеҙмәт шарттары һәм социаль гарантиялар тураһында белергә, белгестәрҙән консультация алырға, файҙалы элемтәләр урынлаштырырға һәм эш табырға мөм­кинлек бирҙе. Бындай са­раларҙы үткәреү мәшғүллек мәсьәләләрен хәл итеүҙә мөһим аҙым булып тора һәм район халҡына лайыҡлы эш табырға ярҙам итә.
Людмила ИСЛАМҒОЛОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас