

27 июнь көндө муниципаль район хакимиәтенең ҙур залында мәктәпте тамамлаусы миҙал эйәләренең балы үтте. Был көн балаларҙың тырышлығын һәм маҡсатлылығын ысынлап байрамға әүерелдерҙе. Тантаналы сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, мәктәп директорҙары, мәктәпте тамамлаусылар, уларҙың ата-әсәләре, класс етәкселәре һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Йыйылыусыларға видео-элемтә аша Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов мөрәжәғәт итте.
- Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары, бөгөн һеҙҙең өсөн үҙенсәлекле һәм ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ көн. Тормошоғоҙҙоң мөһим этабы тамамланды. Ышанам, мәктәп һеҙгә киләсәк үҫеш өсөн ныҡлы нигеҙ бирҙе, фекер йөрөтөргә, эшләргә, ауырлыҡтарҙы еңергә һәм үҙ көсөгөҙгә ышанырға өйрәтте.
Ҡәҙерле дуҫтар, нәҡ бына һеҙгә яңы технологиялар булдырырға, фәнде, мәғарифты, мәҙәниәтте һәм иҡтисадты үҫтерергә, илебеҙҙең киләсәген билдәләргә кәрәк буласаҡ. Һеҙгә барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы уҙыуығыҙҙы, дөрөҫ һөнәр һайлауығыҙҙы, үҙ-үҙегеҙгә һәм хыялдарығыҙға ышанысты һаҡлауығыҙҙы теләйем.
Уҡыусыларҙы муниципаль район башлығы Әлфир Сабиров сәләмләп үтте.
- Мин һеҙҙең барығыҙҙы ла шундай иҫтәлекле ваҡиғала сәләмләүемә ысын күңелдән шатмын. Йыл һайын хакимиәт бинаһында беҙ уҡыу буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, ғәҙәти булмаған һәләттәрен күрһәтә алған иң яҡшы уҡыусылар менән осрашабыҙ. Бөгөн был залда 47 уҡыусыбыҙ “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалдарына лайыҡ буласаҡ. Һеҙҙең бөгөнгө бүләк районыбыҙҙа теләһә ниндәй маҡсатҡа ирешә белеүсе иң һәләтле уҡыусы уҡығанын тағы бер ҡат раҫлай. Был ҙур киләсәккә яҡшы старт.
Сығарылыш класс уҡыусылары статусын тулыһынса алғас, тормошоғоҙҙоң яңы, бик мөһим этабына аяҡ баҫаһығыҙ. Һеҙгә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә һәм киләсәк яҙмышығыҙҙы бәйләгән һөнәр һайларға тура киләсәк. Һеҙҙең арала Берҙәм дәүләт имтихандарында 90, хатта 100 процент һөҙөмтә күрһәткәндәр ҙә бар. С.М.Чугункин исемендәге мәктәпте тамамлаусы, физиканан 100 балл йыйған Ильяс Йосоповтоң һөҙөмтәһен билдәләп үтке килә. Беҙ һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ. Был – көндәлек ҙур тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Хәйерле юл һеҙгә, ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары!
Әлфир Фәрхәт улы һәм район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы тантаналы шарттарҙа райондың иң яҡшы сығарылыш класс уҡыусыларына I һәм II дәрәжә “Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн” миҙалдары, ә ата-әсәләргә иҫ киткес тырыш балалар тәрбиәләгәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙылар.
Райондың барлыҡ педагогик коллективы исеменән Ҡырмыҫкалы ауылының С.М.Чугункин исемендәге урта мәктәбе директоры Дамир Әхтәмов сығыш яһаны.
- Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары. Был еңеүҙәр һеҙҙе тормош юлында оҙатып йөрөһөн. Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Һеҙҙең уңыштар ул беҙҙең уңыштар, сөнки уларҙа һеҙҙе уҡытҡан, ярҙам иткән һәм хатта үҙегеҙгә шикләнгән ваҡытта ла һеҙгә ышанған һәр уҡытыусының хеҙмәт өлөшө лә бар. Был миҙал киләсәккә старт булһын, үҙегеҙ уйлағандан да ҙурыраҡ нәмәгә һәләтле булыуығыҙҙы иҫкә төшөрөп торһон. Һайлаған юлығыҙҙың ҡыҙыҡлы, шатлыҡ килтереүен, мәктәптә алған белемегеҙҙең ышаныслы таяныс булыуын, ә бергә уҡыған иптәштәрегеҙҙең оҙаҡ йылдар тоғро юлдаш булыуҙарын теләйбеҙ.
Әминә Рәхимова ата-әсәләр исеменән сығыш яһап, уҡытыусыларға хеҙмәттәре, тырышлыҡтары һәм сабырлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе, ә балаларға уңыштар һәм теләгән юғары уҡыу йорттарына еңел генә уҡырға инеүҙәрен теләне.
Сығыштар араһында концерт номерҙары менән йыйылыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се һанлы балалар баҡсаһының “Капельки” ансамбле (етәксеһе Лада Биктимерова), Эльвина Бакирова, Шайморатов урта мәктәбе уҡытыусыһы Айнур Абакачев, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Рөстәм Сәйғәфәров, район үҙәгенең 2-се Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Роберт Фәйзуллин һәм Ғәлиә Хафизова, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Микс” вокаль ансамбле һөйөндөрҙө.
Был иҫ киткес көн иҫтәлеккә күмәкләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.
Венера ҒАФАРОВА.