

1 июлдән йөк транспортына Өфөнән Затон күпере аша сығыу, шулай уҡ Дим күпере аша инеү һәм сығыу, тыйыла. Өфө хакимиәтенән был сараның ни өсөн кәрәклеген аңлаттылар.
Тыйыу сараһы күперҙәр аша транзит йөк транспорты ағымын кәметергә, күпер ҡоролмаларын төҙөк хәлдә һаҡлап ҡалырға һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген нығытырға мөмкинлек бирәсәк. Был ҡарарҙы хәүефһеҙлек буйынса ведомство-ара ҡала комиссияһы ҡабул итте.
Сикләү ауырлығы 3,5 тоннанан ашыу йөк транспорты өсөн билдәләнгән. Был автобустарға ҡағылмай — улар өсөн бүленгән һыҙат ҡала. Шулай уҡ күперҙән эш буйынса Базис үткәүеленә йүнәлгән йөк машиналарына, Өфөнөң Ленин, Совет һәм Октябрь райондары ҡар базаһынан ҡар ташыусы техникаға рөхсәт ителә.
Хәрәкәт схемаһын үҙгәртеү даими нигеҙҙә (мөҙҙәтһеҙ) индерелә.
Урау юл тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан табырға? Төп участкаларҙа Рихард Зорге, Галле һәм Пархоменко урамдарында, Өфө — Аэропорт трассаһында (Дим шоссеһына боролор алдынан), «Лель» кафеһына боролор алдынан, Үҙәк һәм Хәҡиҡәт урамдарында, «Яркий» биҫтәһенән сыҡҡанда — урау маршрут күрһәтелгән билдәләр ҡуйылған.
«Юлға, яңы сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, алдан әҙерләнегеҙ, башҡа төрлө маршруттарҙы өйрәнегеҙ. Яңы юл билдәләре менән мәғлүмәт таҡталарына иғтибар итегеҙ. Транспортығыҙ сикләнгән категорияларҙың береһенә ҡарай икән, үҙегеҙ менән үтергә рөхсәт раҫланған документтар булһын», — тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән.
Фото: Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Сығанаҡ:башинформ.ру