+30 °С
Болотло


«Башҡорт аты» фестивале барышында иң шәп ҡымыҙ бешеү оҫталары билдәләнә. Конкурста фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәй. Улар тәбиғи ҡымыҙҙан тыш, тәмләткес ҡушылған ҡымыҙ, шулай уҡ ҡымыҙ эсемлектәре тәҡдим итә ала.
Башҡорт атын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында белдереүҙәренсә, иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр конкурсы 24 июнгә билдәләнгән, эксперт комиссияһы Аграр университетта эшләй. Еңеүселәр 28 августа «Һөт иле» ғаилә фестивалендә тәбрикләнә. Былтырғы конкурс хаҡында бында уҡығыҙ.