

Был ғәжәйеп ҡатындың иңендә - мәктәптә эшләгән намыҫлы йылдар, йөҙҙәрсә уҡыусыларҙың мөхәббәте һәм һайлаған һөнәренә тоғролоҡ ята. Әммә иң мөһиме - ул иҫ киткес педагог ҡына түгел, ә һөйөклө әсәй һәм нәнәй ҙә.
Сажиҙә Ғарифйән ҡыҙы тыумышы менән Һарт-Науруз ауылынан. Бында Сәхипямал Зиннәтулла ҡыҙы һәм Ғарифйән Ибраһим улы Солтанғәлиевтар ғаиләһендә үтә уның бала сағы. Ғаилә башлығы ғәжәйеп яҙмышлы кеше була: Беренсе бөтә донья һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан, тыныс ваҡытта уҡытыусы булып эшләгән. Кескенә ҡыҙын ул йыш ҡына үҙе менән мәктәпкә алып барған, нәҡ шунда атаһы ҡыҙының киләсәген билдәләй ҙә инде.
- Миңә мәктәптәге атмосфера, китаптарҙың, парталарҙың еҫе бик оҡшай ине, шуға күрә ғүмеремде уҡытыусы һөнәренә бағышларға булдым, - тип иҫкә ала Сажиҙә Ғарифйән ҡыҙы.
Ҡыҙҙың хыялы тормошҡа аша. Прибельский урта мәктәбенең унынсы класынан һуң ул үҙенең хеҙмәт юлын Иҫке Шәрәй ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Өфө педагогия училищеһынан һуң, тыуған мәктәбендә пионервожатый булып эшләй, ә ун туғыҙ йәшендә комсомол район комитетының мәктәп бүлеге мөдире итеп һайлана.
Сажиҙә Ғарифйән ҡыҙы бөгөн үҙенең наградаларын ҡулына алып, комсомол һәм партия билеттарына айырым бер йылылыҡ менән ҡарап тора. “Мин эшләгән йылдар эсендә һин беҙҙә иң йәш хеҙмәткәр”, - ти уға ул саҡта район комитетының беренсе секретары Н.Я. Батанов. Эйе, ун туғыҙ йәшлек ҡыҙ бала сағында үҙе артынан башҡараҙы эйәрткән ваҡыт онотолмай.
Хеҙмәттәштәре һәм элекке уҡыусылары әлегә тиклем ул алып барған дәрестәрҙе яҡшы хәтерләй. Сажиҙә Ғарифйән ҡыҙы уҡыусыларына белем биреп кенә ҡалманы, ә ихлас күңеле менән тәрбиәләүсе педагогтарҙың береһе дә ине. Ул һәр бала менән тиҙ уртаҡ тел таба белде. Уның дәрестәрендә һәр ваҡыт йылылыҡ һәм уңайлылыҡ атмосфераһы хакимлыҡ итте.
Хатта 1990 йылда Прибельский мәктәбендә директор урынбаҫары булғанда ла, ул яратҡан эшен ташламаны - дәрестәр алып барыуын дауам итте. Уның эшкә яуаплы мөнәсәбәтен күп һанлы грамоталары һәм бүләктәре раҫлай.
Хатта пенсияға сыҡҡас та, Сажиҙә Ғарифйән ҡыҙы эшһеҙ ултыра алманы. Ул өс йыл Константиновка урта мәктәбендә уҡыытусы булып эшләне, күрше ауылға йөрөү ауыр була башлағас, 63 йәшендә эшен туҡтатырға ҡарар итә.
Бындай яҙмыш – үҙ эшеңә эшеңә ихлас хеҙмәт итеүҙең асыҡ миҫалы. Сажиҙә Ғарифйән Солтанғәлиева мәктәп партаһы артында йоҡлап ултырған бәләкәй ҡыҙҙан зирәк аҡыллы, тәжрибәле уҡытыусыға тиклем юл үтеп, йәшләй һайлаған һөнәренә тоғро ҡалды.
Вставка.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һин һәр ваҡыт беҙҙең өсөн хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм ныҡлыҡ үрнәге булдың. Сикһеҙ сабырлығың, тәмле бәлештәрең, аҡыллы кәңәштәрең һәм барыбыҙҙы ла йылытҡан мөхәббәтең өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Беҙ һиңә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ, күҙҙәреңдә һәр ваҡыт шатлыҡ балҡыһын, ә тормошоң оҙон һәм бәхетле булһын.
Солтаниә, Луиза, Илдар, Альбина, Регина.