Даирә
+19 °С
Облачно

Башҡортостанда ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан уртаса 10 йылға аҙыраҡ йәшәй

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

Башҡортостанда ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан уртаса 10 йылға аҙыраҡ йәшәйБашҡортостанда ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан уртаса 10 йылға аҙыраҡ йәшәй
Башҡортостанда ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан уртаса 10 йылға аҙыраҡ йәшәй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдереүенсә, республикала ир-егеттәр һаулығының төп проблемаһы – ир-егеттәрҙең үҙҙәренә яуапһыҙ ҡарауы. Беҙҙең төбәктә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында ғүмер оҙайлығы айырмаһы – 10 йәш, тине ул.

«Әгәр кеше үҙенең һаулығы өсөн үҙе яуаплы икәнлеген аңламаһа, беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәлде бер ниндәй ҙә кардиология үҙәктәре менән дә хәл итә алмайбыҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Был профилактика мәсьәләһе, уға иғтибар итергә кәрәк. Мөмкинлектәр ҙә бар кеүек, ләкин кеше диспансеризация үтмәй. Ә һуңынан — һоп — һәм һәләкәт».

Был тәү сиратта ир-егеттәргә ҡағыла, тип баҫым яһаны республика етәксеһе. 

«Мин гел әйтә киләм, һәм был тәү сиратта ир-егеттәргә ҡағыла, сөнки беҙҙә уртаса ғүмер оҙайлығы айырмаһы 10 йыл тиерлек. Беҙ, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҙағыраҡ йәшәгәне өсөн бәхетлебеҙ, ләкин ир-егеттәр өсөн борсолабыҙ», — тип өҫтәне ул.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлығы 75 йәшкә яҡынлаша.

 
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас