Даирә
+22 °С
Дождь

Күңел ҡушыуы буйынса эшләүселәргә рәхмәт

Республикабыҙҙа төрлө үҙәктәр һәм ойошмалар эшләй, улар ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Нәҡ уларҙың терәге кешеләргә иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙыра, яңғыҙлыҡтан аралай һәм тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә көс бирә. Үҙәктең эшмәкәрлеге тураһында “Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш төбәк-ара үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының район-ара үҙәге бүлексәһе етәксеһе Әлфиә Шәңгәрәева менән һөйләштек.

Күңел ҡушыуы буйынса эшләүселәргә рәхмәтКүңел ҡушыуы буйынса эшләүселәргә рәхмәт
Күңел ҡушыуы буйынса эшләүселәргә рәхмәт
- Әлфиә Дим ҡыҙы, ғаилә хеҙмәтенең төп маҡсаты тураһында һөйләп үтһәгеҙсе.
- Хеҙмәтебеҙҙең төп маҡсаты - дәүләт ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу. Беҙ ғаилә институтын үҫтереүгә һәм нығытыуға булышлыҡ итергә, шулай уҡ яуаплы ата-әсәлекте тәьмин итергә тырышабыҙ. Хеҙмәтебеҙ мохтаж граждандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе, ғаиләләрҙе социаль оҙатыуҙы ойоштороуҙы һәм ғаилә именһеҙлеген иҫкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Беҙ күрһәткән бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай башҡарыла.
- Һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә мохтаж ғаиләләр күпме?
– Бөгөнгө көндә 80-дән ашыу ғаилә социаль оҙатыу һәм хеҙмәтләндереүҙә тора. Ғаиләләрҙе социаль оҙатыуҙы ойоштороу беҙгә ғаилә именһеҙлеген иҫкәртергә һәм еңеп сығырға мөмкинлек бирә. Ғаилә именһеҙлеген иртә асыҡлау - ул беҙгә көрсөк тәрәнәйеүен булдырмаҫҡа һәм бәлиғ булмағандарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡларға мөмкинлек биргән төп процесс.
- Социаль яҡтан хәүефле хәлдә ҡалған ғаиләләр менән нисек профилактик эш алып бараһығыҙ?
- Бөтә ғаиләләр менән комиссия ҡарарҙары буйынса раҫланған пландар нигеҙендә индивидуаль иҫкәртеү эштәре алып барыла. Ғаиләне һаҡлауға йүнәлтелгән индивидуаль план реабилитация сараларын үткәреү өсөн төрлө социаль ярҙам күрһәтеү буйынса сараларҙы үҙ эсенә ала (балаларҙы тәрбиәләү буйынса социаль-педагогик, социаль-психологик, социаль-хоҡуҡи, социаль-көнкүреш, социаль-медицина һ.б.)
- Ғаиләләргә тағы ниндәй ярҙам саралары күрһәтелә?
- Беҙ эшкә урынлашыуҙа, балаларға дәүләт пособиеларын рәсмиләштереүҙә, эскелектән дауалауҙа, медицина тикшереүҙәрендә, коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыстарҙы ҡаплауҙа, йәшәү урынын теркәүҙә, никахҡа инеүҙә һәм хоҡуҡи ярҙам алыуҙа, сабыйҙарҙы балалар баҡсаларына урынлаштырыуҙа һәм башҡа күп нимәләрҙә ярҙам күрһәтәбеҙ.
- Һеҙҙең команда ғаиләләр өсөн ниндәй саралар ойоштора?
- Ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Эш формаларының береһе булып ғаилә ял көндәрен танып белеү – күңел асыу сараларын ойоштороу тора, унда балалар һәм ата-әсәләр ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша һәм белгестәрҙән консультация ала. Шулай уҡ айына ике тапҡыр Ғаилә клубының «Ғаилә ғаиләгә ярҙам итә» һәм «Үҙебеҙҙекеләр өсөн» программаларын бойомға ашырыу буйынса «Осрашыу урыны» осрашыуы үтә. Айырым әйтеп үтергә кәрәк, «Үҙебеҙҙекеләр өсөн» ғаилә клубы - ул осрашыу урыны ғына түгел, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре бер-береһе менән аралаша һәм кәңәшләшә, ярҙам ҡулы һуҙа алған урын, улар өсөн бында психологик тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, арт-терапия дәрестәре һәм күңел асыу уйындары үткәрелә.
- Ғаилә хеҙмәтенең йәмәғәт акцияларында ҡатнашыу мөһимлеген нисек баһалайһығыҙ?
- Беҙ «Ышаныс марафоны» һәм «Мәктәпкә йыйылырға ярҙам ит», «Изгелектең ғаилә бумерангы» кеүек Бөтә Рәсәй Һәм республика акцияларында әүҙем ҡатнашабыҙ. Хәйриә ойошмаларын йәлеп итеү һәм битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамы менән беҙ ғаиләләргә, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә кейем-һалым, тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәре, шулай уҡ канцелярия тауарҙары рәүешендә адреслы ярҙам күрһәтәбеҙ. Акцияларҙа ҡатнашыу беҙгә ғаилә именлеге һәм балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеп, йәмғиәт менән бәйләнеште нығытырға мөмкинлек бирә.
- Психологик ярҙам ғаилә хеҙмәтенең мөһим аспекты булып тора. Ул нисек ойошторолған?
- Ғаилә хеҙмәтенең төп йүнәлештәренең береһе - психологик ярҙам күрһәтеү. Психолог төрлө категориялы ғаиләләргә - тәүге ауырлыҡтар менән осрашҡан йәш парҙарҙан алып кризис хәлендә булған ғаиләләргә комплекслы ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ беҙгә психологик ярҙам һорап хәрби комиссариатта ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары әүҙем мөрәжәғәт итә. Консультациялар индивидуаль һәм төркөмлө дәрестәр
- Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеүегеҙ хаҡында асыҡлабыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Ауыр тормош хәлен еңеп сығырға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашыу ярҙам итә. 2025 йылда дүрт ғаилә, 2026 йылда ике ғаилә ошондай ярҙам алды. Бүленгән аҡса ярҙамында ғаиләләр иң кәрәкле тауарҙар һатып алып, көнкүрештәрен тотороҡландыра һәм ауыр тормош хәлен еңеп сыға. Адреслы социаль ярҙам алыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә мөрәжәғәт итә ала.
- “Ғаилә” хеҙмәтенең киләсәккә эш пландары ниндәй?
- Программаларыбыҙҙы һәм эшмәкәрлегебеҙҙе үҫтереүҙе артабан да дауам итәбеҙ. Киләсәктә социаль хеҙмәттәр алыусылар һанын арттырырға һәм ғаилә именһеҙлеген иҫкәртеү буйынса эште дауам итергә ниәтләйбеҙ. Ведомство-ара эш итеү рычагтарын ҡулланып, социаль именһеҙлек осраҡтарын асыҡларға тырышабыҙ, сөнки билдәле бер ғаиләгә профилактика һәм социаль ярҙам иртәрәк башланған һайын, баланың үҙ ата-әсәһе менән ҡалыу мөмкинлеге лә арта, ә был бик мөһим!
- Коллективығыҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
- Беҙҙә бәләкәй, әммә дуҫтарса татыу коллектив: минән тыш, өс иҫ киткес белгес – Зилә Ҡудашева, Гөлназ Хисаметдинова һәм Айҙар Ниғмәтуллин эшләй. Улар үҙ эшенең оҫталары ғына түгел, ә һәр ғаилә өсөн ихлас борсолған, ҙур йөрәкле, иғтибарлы һәм кеше яҙмышына битараф булмаған кешеләр. Үҙ-ара аңлашыу һәм ярҙам итеү атмосфераһы беҙҙең берҙәм командаға эштәрҙе тағы ла һөҙөмтәлерәк башҡарырға һәм ауыр хәлдә ҡалғандарға өмөт бирергә ярҙам итә. Форсаттан файҙаланып, бөтә башланғыстарыбыҙҙа ярҙам иткәндәре өсөн муниципаль район хакимиәтенә, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаеваға рәхмәт әйтергә теләйем. Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ һәм ярҙамығыҙ беҙҙең өсөн бик мөһим!
- Әлфиә Дим ҡыҙы, һеҙ ҙур һәм кәрәкле эш башҡараһығыҙ. Һеҙгә фекерҙәштәрегеҙҙең һәм ярҙамсыларығыҙҙың тағы ла күберәк булыуын, коллективығыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас