

Ул ир-егеттәргә, айырыуса йәш быуын вәкилдәренә сағыу илһөйәрлек өлгөһө күрһәтеп йәшәгән һоҡланғыс шәхес ине. Республикабыҙҙа янғындар мәлендә әүҙем ойоштороу эштәре башҡарып, ут һүндереүҙә алдан йөрөгән; мохтаждарға, МХО-лағы һалдаттарыбыҙға гуманитар ылау ташыған ярҙамсыл, оло йөрәкле ир-уҙаман, тип беләбеҙ уны. Милләтебеҙ өсөн башҡа йәһәттән дә бихисап изге ғәмәлдәр атҡарған илһөйәр ине Тимерйән Рәжәпов.
4 июндә, “Башҡортостан” концерт залының Бәләкәй залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Баймаҡ районының яҡташтар ойошмаһы Тимерйән Рәжәпов иҫтәлегенә хәтер кисәһе ойоштора.
Барлыҡ һорауҙар буйынса 8 967 788 97 17 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ГКЗБашкортостан #Уфа #Өфө #хәтер