Даирә
+17 °С
Облачно

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһенә әле ниндәй китаптар уҡыуы хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләнеБашҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне
 
«Минең шундай ғәҙәтем бар. Беләһегеҙме, мин бер китапты уҡый башлайым да уны ситкәрәк һалып ҡуям, икенсе китапты алам. Хәҙер дүрт китап уҡыйым, үҙем менән алып йөрөйөм. Мин самолетта уҡырға яратам. Төрлөһөн. Әле ҡыҙыҡһынып комментарийлы Ҡөрьән уҡырға тотондом, минеңсә, мин уны белергә тейешмен. Христостың художестволы биографияһын уҡыйым, бик ҡыҙыҡ китап. Әлеге ваҡытта журнал өҫтәлемдә Санкт-Петербургтағы Исаакий соборын төҙөгән француз тураһында «Собор» китабы ята. Исаакий соборының серҙәре асылған тарих та үҙенсәлекле. Дүртенсеһе иһә минең Үзбәкстанға сәфәрем йоғонтоһолор, моғайын, Тамерлан тураһында «Мин  —Тамерлан, Ғаләм хакимы» тигән китап. Бына дүрт китапты уҡыйым», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский Башҡортостандың китапты популярлаштырыу буйынса тырышлығын юғары баһаланы.

 

Азат Ғиззәтуллин
Автор:
Читайте нас