

Синоптиктар Башҡортостанда яңы эш аҙнаһында һауа торошона фараз бирҙе. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 25 майҙа, көндөҙ һауа +24, +29° тиклем йылына. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө.
Шишәмбе, 26 майҙа, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы, әммә йәшенле ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көнсығышта +5°, көндөҙ +25, +30°.
Шаршамбы, 27 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көндөҙ +17, +22°.