Даирә
+30 °С
Болотло

Ҡырмыҫҡалы районында янғындар менән хәл көсөргәнешле ҡала

Йыл башынан алып район биләмәһендә 44 янғын теркәлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда дүртәүгә күберәк. Үткән аҙнала ғына Ҡырмыҫҡалы ауылында мунса, шулай уҡ Һарт-Науруз һәм Иҫке Ҡыйышҡы ауылдарында шәхси йорттар уттан зыян күргән.

Ҡырмыҫҡалы районында янғындар менән хәл көсөргәнешле ҡалаҠырмыҫҡалы районында янғындар менән хәл көсөргәнешле ҡала
Ҡырмыҫҡалы районында янғындар менән хәл көсөргәнешле ҡала

Йәй етеү менән тәбиғәт янғындары барлыҡҡа килеү хәүефе лә һиҙелерлек арта. Ҡоро үлән, сүп-сар һәм үҫемлек ҡалдыҡтары еңел янып китә, урмандарға, баҫыуҙарға һәм торлаҡ йорттарға хәүеф тыуҙыра. Мәҫәлән, уҙған ял көндәрендә Ҡарлыман һәм Илтуған ауылдары эргәһендә юл буйҙарындағы сүп-сар яныуы теркәлгән.
Янғын һүндереүселәрҙең оператив эшмәкәрлеге арҡаһында утты тиҙ арала локалләштереү мөмкин була.
Был осраҡтар иғтибарлы һәм яуаплы булыу тураһында тағы бер иҫкәртеү булып тора. Тәбиғәтте һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк:
- үҙ участкаларығыҙҙа һәм урман массивтары янында ҡоро үлән һәм сүп сарҙы яндырмағыҙ;
- бының өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа усаҡ яғмағыҙ.
- нимәлер бешергәндә мангалдар ҡулланығыҙ, күмерҙе һыу менән ныҡлап һүндерегеҙ;
- балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға ут менән уйнауҙың ҡурҡынысын аңлатығыҙ;
- автомобилдәрҙең тәҙрәләренән һүндерелмәгән тәмәкеләрҙе ергә ташламағыҙ.
Янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ 112 телефон һандарына шылтыратығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, районда янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән.
Фәйез Мәсәғүтов, Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы хеҙмәте инструкторы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас