Даирә
+30 °С
Болотло

Шағир рухы халыҡ хәтерендә йәшәй

Ҡарлыман ауылы халҡы яҡташтары Шәриф Бикҡолдо хөрмәтләп, данлыҡлы исемен мәңгеләштереү ниәте менән ауылда музей булдырған.

Шағир рухы халыҡ хәтерендә йәшәйШағир рухы халыҡ хәтерендә йәшәй
Шағир рухы халыҡ хәтерендә йәшәй

Беҙҙең район – данлы шәхестәргә бай төбәк. Районыбыҙҙан бик күп яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар сыҡҡан. Халыҡ уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Ҡарлыман ауылы халҡы ла яҡташтары Шәриф Бикҡолдо хөрмәтләп, данлыҡлы исемен мәңгеләштереү ниәте менән ауылда музей ҙа булдырған.
2004 йылда асылған йорт-музейҙа яҙыусының тормошон, ижадын, ба­ла сағын, үҫмер йылда­рын, һуғыш һәм унан һуңғы яҙмышын хәтерләткән күргәҙмә ойошторолған. Күргәҙмә залында уның шәхси әйберҙәре, орден-миҙалдары, документтары, ижады менән танышырға мөмкин, стенд­та шағирҙың яҡындары, туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре менән иҫтәлеккә төшкән фотолары ҡуйылған. Шулай уҡ уның музыка ҡоралдары ла музейҙа үҙ урынын алған. Яҙыусының эш ка­бинетындағы өҫтәлдә ҡул машинкаһы, эш телефоны, ҡәләме-дәфтәре ята. Өҫтәл артында китап кәштәһе беркетелгән.
- Беҙҙең тыуған төйә­ге­беҙҙе ошо ерҙә тыуып үҫкән, халҡына намыҫ ме­нән хеҙмәт иткән шәхес­тәр данлай. Тыуған ил, тыуған ер хаҡына хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ, - ти музей етәксеһе Фәйрүзә Ҡотлобаева.
Бөгөнгө көндә музей менән Фәйрүзә Ҡадир ҡыҙы Ҡотлобаева етә­кселек итә. Бындағы ҡомартҡыларҙы тулылан­ды­рыу өҫтөндә әүҙем эш­мәкәрлек алып бара ул. Музей экспонаттары йылдан-йыл арта, тулылана, заманса техник ҡоролмалар менән йыһазландырыла. Әйткәндәй, заманса мультимедиа технологияларын ҡулланып, ғәмәлдәге экспозицияға үҙгә­реш­тәр һәм өҫтәмәләр индергәндәр. Мәҫәлән, ша­ғирҙың тормошонан һәм ижадынан шиғырҙар, фотоһүрәттәр, документтар баҫтырылған алты өҫтәмә туҡыма эленгән. Бы­нан тыш, музейҙың телекоммуникация ҡорамалдарына - телевизорға, ноутбукка, веб-камераға өҫ­тәмә ысынбарлыҡ технологияһы индерелгән. Уның ярҙамында Шәриф Бикҡолдоң фотоһүрәтенә веб-камераны йүнәлтһәң, шағир тураһында өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин. Яңы заманса технологиялар ярҙамында махсус радио аша Шәриф Бикҡолдоң тере тауышы менән “Ҡоралай” шиғырын уҡыуын ишетергә мөмкин.
- Музейҙан кеше өҙөлмәй. Райондаштарыбыҙ­ҙың үҙҙәре лә тарихты са­ғыл­дырыусы әйберҙәре ме­­нән бүлешә. Шуға күрә музейыбыҙ көндән-көн ба­­йый. Беҙҙең музейға район халҡы ғына түгел, республиканан да ҡунаҡ­тар йыш килә.
Улар ҡатнашлығында му­зейҙа төрлө саралар уҙа, оҫталыҡ дәрестәре ойош­то­рабыҙ, мәктәп балалары менән асыҡ дәрестәр, интеллектуаль уйындар үтә. Йорт-музейҙа яҙыусының юбилейҙарына арналған хәтер кисәләре ойошторолоп килә. Шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы яҡындары музейға шәжәрә лә бүләк иттеләр. Халыҡ яҙыусының автографы менән китаптарын да музейға алып килә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы фонды­нан Шәриф Бикҡолдоң «Әле йәшәйбеҙ икән» романы буйынса төшөрөлгән нәфис фильм, төрлө сараларҙан, шағир ҡатнашлығындағы юбилей кисәләренән видеома­те­риалдар күрһәтәбеҙ. Яҙыу­сының әҫәрҙәренә байҡау яһайбыҙ. Уның символик мәғәнәгә эйә булған әҫәрҙәре бөгөн дә тормошсан һәм бик актуаль.
Күптән түгел “Музей­ҙар төнө” акцияһы үтте. Унда махсус хәрби опера­циянан ваҡытлыса ялға ҡайтҡан “Афганец” ҡушаматлы яугир-ауылда­шы­быҙ ғаиләһе менән ҡат­нашты. Әйткәндәй, “Аф­ганец” Афған һуғышын үт­кән ҡаһарман яугир. Әлеге көндә Украина биләмәһендә илебеҙ тыныслығы һағында тора,- ти Фәйрүзә Ҡадир ҡыҙы.
Бынан тыш, музейҙа мах­сус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға арналған мөйөш булдырылған. Бында шулай уҡ яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре, яу барышын сағылдырған экспонаттар урын алған. Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Ҡырмыҫҡалы үҙебеҙҙекеләргә” волон­терҙар штабы музейға маскировкалау селтәре тапшырған. Александр Мат­росов батырлығын ҡабатлаған Миәкә районы яугире Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың яҡташ волон­тер­ҙары уның уҡыған мәктәбенән парта килтергәндәр. Был инде МХО-ға арналған мөйөшкә өҫтәмә ҡомартҡы буласаҡ.
Изге хәтер йәшәһә, аралар ҙа өҙөлмәйәсәк, шә­хестәр ҙә мәңге йәшәйәсәк. Шәхестәрен онотмаған халыҡтың киләсәге яҡты булыр.
Фирүзә
РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас