Даирә
+30 °С
Болотло

Ҡорбан байрамына әҙерлек: иман һәм эштәрҙә берҙәмлек

Мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе - Ҡорбан байрамы алдынан район хакимиәтендә дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса комиссия ултырышы үтте. Осрашыу йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтарын йыйҙы.

Ҡорбан байрамына әҙерлек: иман һәм эштәрҙә берҙәмлекҠорбан байрамына әҙерлек: иман һәм эштәрҙә берҙәмлек
Ҡорбан байрамына әҙерлек: иман һәм эштәрҙә берҙәмлек

Байрамды ойоштороу, уның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм, айырыуса мөһим, конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу төп темаға әүерелде. Комиссия эшен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева алып барҙы.
Ултырышты асып, Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы Ҡорбан ғәйетен үткәреүгә етди ҡарарға, быйыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы булараҡ, байрамға ғаиләләрҙе күберәк йәлеп итергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Байрам шатлыҡ, ихтирам һәм хәүефһеҙлек атмосфераһында үтергә тейеш. Беҙ ҡорбан килтереүҙә таҙалыҡ, тәртип һәм ветеринария нормаларын үтәүҙе тәьмин итергә бурыслыбыҙ. Һәр аҙым уйланылырға тейеш, - тине ул.
Райондың имам-мөхтәсибе Ирек Әбүталипов Ҡорбан ғәйетен үткәреү ҡағиҙәләре һәм байрамға әҙерлек тураһында һөйләне.
- Йәшәр урыны, мөлкәте булған, бурыстарҙан азат, матди яҡтан етеш һәр мосолман кешеһе ҡорбан салырға тейеш. Әлхәмдүлилләһ, йылдан-йыл мосолмандар араһында ҡорбан салыусылар һаны арта. Был ҡыуаныслы күренеш.
Быйыл Ҡорбан ғәйетенең байрам намаҙы Ҡырмыҫҡалы ауылы мәсетендә 27 майҙа иртәнге 08:00 сәғәттә башлана. Йәмәғәттең һуңламай һәм берҙәм килеүе көтөлә, - тине Ирек хәҙрәт.
Район ветеринария станцияһының эпизоотик сирҙәргә ҡаршы бүлегенең баш ветеринария табибы Раушания Насирова хәбәр итеүенсә, байрам алдынан мал торошона контроль көсәйтелгән: тикшереүҙәр үткәрелә, ветеринар оҙатыу документтары бирелә.

Мәғлүм булыуынса, мәсет биләмәләрендә ҡорбан салыу тыйыла. Был һуңғы йылдарҙа республика биләмәһенә хәүеф янаған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм булдырмау маҡсатынан эшләнә. Байрам көндәрендә Ҡолош ауылында бар талаптарға ярашлы хәләл ҡорбан салыу майҙансығы эшләйәсәк. Унда шулай уҡ ветеринар-табип эшләйәсәк, махсус өйрәтелгән салыусылар саҡырыласаҡ.
Шәхси хужалыҡтарҙа ҡорбан салыу рөхсәт ителә, ләкин мал хужалары ҡалдыҡтарҙы мал ҡәберлектәренә сығарыу өсөн яуап тота, - тине ул үҙ сығышында.
Иҫке Муса ауылының имамы Таһир Сәлиховтың сығышы ҡатнашыусыларға айырыуса тәьҫир итте, ул йәштәр менән эшләү тураһында ентекле һөйләне.
"Патриотизм лозунгтар менән түгел, ә тәрбиәнән башлана", - тине ул. - Ауылда беҙ ислам йүнәлеше буйынса дәрестәр үткәрәбеҙ: Ҡөрьән сүрәләрен ятлайбыҙ, аяттар өйрәнәбеҙ, пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләйбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта волейбол, футбол, йүгереү аша балаларҙы дисциплинаға,бер-береңә ихтирам, команда уйынына һөйөү тәрбиәләйбеҙ.
Ул, бындай саралар һаулыҡты нығытырға ғына түгел, ә йәштәрҙә йәмғиәткә һәм Ватанға һөйөү тойғоһон формалаштырырға ярҙам итә, тип өҫтәне.
Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Илһам Садиҡов һәм рустар соборы рәйесе Дарья Якунина дүрт ай эсендә эшләнелгән эштәр буйынса отчет менән сығыш яһанылар. Улар телде һаҡлау, милли йолаларҙы тергеҙеү һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау һәм үҫтереүгә йүнәтлегән.
Ултырыш бер нисә ҡарар ҡабул итеү менән тамамланды: ауыл хакимиәттәре, ветеринария хеҙмәте һәм руханиҙар араһында үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеү; мәктәптәрҙә һәм мәҙәниәт йорттарында Ҡорбан байрамына арналған тематик саралар үткәреү; байрам сараларында бөтә милләт вәкилдәренең ҡатнашыуын тәьмин итеү.
Ҡорбан байрамы - ул иманды ихтирам итеү генә түгел, ә төрлө милләт халыҡтарының берҙәм булыуын күрһәтеү мөмкинлеге лә.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас