Даирә
+30 °С
Болотло

Машиналарға йән өрә

Автомобилдәр хәҙер һәр бер ғаиләлә бар. Әммә уны һәр саҡ ҡарап торорға, дөрөҫ итеп ремонтларға кәрәк. Ҡатмарлы механизмлы һәм элетроникалы заманса машиналарҙы һәр кем үҙ аллы йүнәтә алмай, һәм улар белгескә мөрәжәғәт итәләр.

Машиналарға йән өрәМашиналарға йән өрә
Машиналарға йән өрә

Районда машиналар төҙәтеү буйынса эшҡыуарҙар байтаҡ. Уларҙың береһе - Ҡырмыҫҡалы ауылынан Илдар Надир улы Кучаев.
Эшҡыуар менән эштең ҡыҙыу мәлендә осраштыҡ. Автосервис эргәһендә уның хеҙмәтен көтөп торған машиналарҙың сираты оҙон ине. Шулай ҙа ул һөйләшергә, эше менән таныштырырға ваҡытын бүлде.
Илдар Кучаев һәр малай кеүек бала саҡтан машиналар менән ҡыҙыҡһына, уны йүнәтеү серҙәренә төшөнөргә тырыша. Ҡырмыҫҡалының 1-се мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағандан һуң, юғары белем алыу өсөн БДУ-ның иҡтисад факультетының гуманитар-муниципаль идара итеү бүлегенә уҡырға инә. Уҡып бөткәс, 2019 йылда маҡсатлы егет үҙ эшен асырға теләп, машиналарҙы буяу буйынса шөғөлләнә башлай. Энергиялы, көсө ташып торған Илдар ышанып тапшырылған машиналарҙы өр-яңы яһап ҡуя. Артабан автомобилдәр төҙөкләндереү буйынса эшләй. 2021 йылдан квалификацияһын күтәреп, техник эксперт буйынса уҡый һәм техник күҙәтеү эшен дә башҡара.
- Әлеге көндә техник күҙәтеү буйынса хеҙмәтләндерәм, шулай уҡ автосервис менән шөғөлләнәм. Башлыса мәктәп автобустары һәм коммерция транспорттарын ремонтлайым. “ГАЗель”, “ПАЗ”, “УАЗ” һәм “ВАЗ” машиналары төҙәтелә.

“Ростелеком” ойошмаһының бөтә һәм ауыл Советтары хакимиәттәренең янғын машиналары хеҙмәтләндерелә. Электриканан башлап, двигателдәрҙе ремонтлауға тиклем бөтәһен дә башҡарабыҙ. Мин өс кешене эш менән тәьмин итәм. Уларҙың береһе - слесарь Азат Рәхмәтуллин. Эшебеҙ ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы. Уны яратып, бар күңелде һалып башҡарырға ғына кәрәк. Шулай уҡ дәүләт номерҙары дубликаттарын эшләйбеҙ. Тиҙҙән ғүмерҙе, сәләмәтлекте страховкалау һәм ОСАГО хеҙмәттәре күрһәтә башлаясаҡмын, - тип һөйләне ул.
Эшкә етди, яуаплы ҡарағаны һәм кешеләр менән ихлас булғаны өсөн уны клиенттары хөрмәт итә. Илдар Надир улы шәфҡәтлелек менән дә шөғөлләнә. Махсус хәрби операция зонаһына машиналар төҙөкләндереп ебәрә, алып та бара. Үҙе лә шәхсән “Кармет” йәмғиәте етәксеһе Дамир Насиров менән берлектә “УАЗ” машинаһын һатып алып, ремонтлап алып баралар. Район хакимиәте менән дә гуманитар йөк алып барғаны бар. Эйе, ярҙам кәрәк булһа, яуаплы һәм ышаныслы, үҙ эшенең оҫтаһы булған эшҡыуарға ышанып булғанын район хакимиәте лә, клиенттары ла белә.
Эшҡыуарлыҡ – ул тырыштар шөғөлө. Алһыҙ-ялһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ уйланыуҙар менән үткән төндәр... Эше күп булһа ла, ул ғаиләһенә лә ваҡытын бүлергә тырыша. Ҡатыны Әлиә Марс ҡыҙы менән 16 йәшлек Искәндәр, 12 йәшлек Ислам һәм 8 йәшлек Әкрәм исемле малайҙар үҫтерәләр. Балаларының барыһы ла тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Улар үҙҙәре лә аталарының уның эшмәкәрлеге менән бик ҡыҙыҡһыналар һәм ярҙам да итешәләр. Ғаиләһе уға яуаплы эшмәкәрлегендә көс һәм дәрт биреп тора.
Эшҡыуар Илдар Насировҡа артабан да эшендә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас