Даирә
+30 °С
Болотло

Донъя көтөүгә тырыш ғаилә

Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, булғанына шөкөр итеп йәшәй Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе Райхана Чурбаева.

Донъя көтөүгә тырыш ғаиләДонъя көтөүгә тырыш ғаилә
Донъя көтөүгә тырыш ғаилә

Йәшелсә, сәскә үҫтерергә яратыусылар өсөн яуаплы осор башланды. Һауа торошо көйһөҙләнеп тороуға ҡарамаҫтан, баҡсасыларҙың эше көйлө бара.
Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе Райхана Чурбаева ла февраль айында уҡ татлы борос, помидор үрсетмәләрен сәсеп ҡуйған. Улар шытып сығып матур ғына итеп күтәрелгәндәр. Бөгөнгө көндә Райхана апай помидор, татлы борос, иртә өлгөрә торған ҡыярын теплицаға ултыртҡан да инде.
- Февраль айында уҡ помидор, борос үрсентеләрен рассадаға ултыртам. Үҫентеләр бер аҙ баш ҡалҡытҡас, теплицаға сығарам. Артып ҡалғанын дуҫ-иштәремә, таныштарыма таратып бирәм. Теплицаға иртә өлгөрә торған сортлы ҡыярҙың орлоғон да сәстем. Уны иртә яҙҙан теплицала, парниктарҙа үҫтерәләр, асыҡ һауаға иһә ҡырауҙар ҡурҡынысы бөткәс кенә сәсергә була. Теплицала йылыраҡ булһын өсөн парник та ҡуйҙым. Тәүҙә парниктың иң аҫҡы ҡатына янмаған тиреҫ, уның өҫтөнә ҡара ер һалабыҙ. Аҫтағы тиреҫ яйлап янып, йылы сығарып ята. Көндөҙ парникты асып ҡуябыҙ, төнгөлөккә үҫентеләр өшөмәһен өсөн махсус япма менән ябабыҙ, - ти уңған баҡсасы.
Сәскә-гөлдәре лә бик күп баҡса оҫтаһының. Беҙ барғанда ла тәҙрә төбөндәге гөлдәре шау сәскәгә күмелеп ултыра ине. Бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ сәскәләргә күмелеп ултырған баҡсаһы иртә яҙҙан алып ҡара көҙгәсә күҙ яуын алып, тирә-яҡтағыларҙы ҡыуандыра. Әле петуния, сальвия, бәрхәт, астра, лобелия, люпин һәм башҡа күп төрлө сәскә рассадаларын ултыртҡан. Бынан тыш күп төрлө сағыу төҫлө гортензия, георгиндар һәм башҡа сәскәләр йорт буйлап ултыртылған. Әлбиттә, матурлыҡ тыуҙырыу өсөн сыҙамлыҡ һәм ижади һәләт тә кәрәк.
- Мин сәскәләргә ғашиҡмын. Йә­йен – баҡсала, ҡышын тәҙрә төптәрендә үҫтерәм. Бүлмә гөлдәрем дә күп. Ҡайҙа ғына барһам да ят сәскә күрһәм орлоғон йә үҫентеһен алып ҡайтам. Иртә яҙҙан сәскә үҫентеләрен ултыртам. Петунияның ғына бер нисә төрөн ғинуарҙан уҡ сәстем, - ти Райхана апай.
Сәскәләрҙән тыш хужабикә баҡсаһында еләк-емеш, йәшелсә үҫтереп бай уңыш ала, ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатма, салаттар әҙерләй. Баҡсала эш һәр ваҡыт етерлек: ҡоротҡостар, сүп үләндәре менән көрәш, көн дә һыу һибеү.
Райхана Чурбаева - Үрген Төкөн ауылы ҡыҙы. Тормош иптәшен дә алыҫтан эҙләмәгән, бәләкәй саҡта бергә уйнап үҫкән ауылдашы, класташы Фәнис Ҡасим улы менән матур, татыу, ныҡлы ғаилә ҡорғандар. Улар ҡасандыр ҙур ҡалаларға мул аҡса артынан сығып китмәгән, ә тыуған ерендә төпләнеп, матур донъя көтөп йәшәй.
Райхана апай ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. Александровка мәктәбенең 8-се класын тамамлап, Күмертау физик культура техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, үҙе уҡыған Александровка мәктәбенә эшкә ҡайта. Мәктәптә дүрт-биш йыл тирәһе эшләгәс, ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡый. Юғары уҡыу йортонда белем алған йәш белгес тыуған ауылына ҡайтып мәктәпкә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Һуңынан Ҡамышлы мәктәбендә балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыға. Пенсияға сыҡҡас та бер нисә йыл мәктәптә эшләргә тура килә уға. Колхоз заманында дәрестән һуң сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. Тырыш ҡатын төп эшенән тыш клуб мөдире булып та эшләй. Кисен клубта ауылдаштарына кинофильм күрһәтә, төрлө байрам саралары ойоштора.
Бөгөнгө көндә Райхана Чурбаева өй хужабикәһе вазифаһын алып бара. Уның ҡарамағында мал-тыуар, ҡош-ҡорт, йорт-ҡура мәшәҡәттәре. Чурбаевтар өсәр һыйыр, башмаҡ, быҙау, һарыҡтар аҫрайҙар. Уңған ғаилә апрель етеү менән 50 бройлер алған, һуңғараҡ 30-40-лап ҡаҙ бәпкәләре, өйрәктәр алырға йыйыналар. Йорт хужабикәһе ҡаймаҡ эшләй, унан май бешекләй, эремсеген эшләй. Үҙҙәренән артып ҡалғанын һорап килеүселәргә һатып ебәрә, йә булмаһа район үҙәгенә алып килеп тарата.
Йорт хужаһы Фәнис Ҡасим улы ғүмер буйы урындағы “Куйбышев” колхозында тракторсы булған. Әлеге ваҡытта “Ҡормаев” ауыл хужалығында трактор менән баҫыу киңлектәрен иңләй. Әйткәндәй, Фәнис ағай оҫта балыҡсы. Ауыл эргәһендәге Ҡаракүл, Мәләш күлдәре, Ағиҙел бу­йына барып балыҡ ҡармаҡларға ярата.
Чурбаевтар ике балаға ғүмер, матур тәрбиә биреп оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙары Лилиә ғаиләһе менән Салауат районының Малаяҙ ауылында, улдары Филүс Өфө ҡалаһында йәшәй. Райхана апай менән Фәнис ағай дүрт ейәнгә хәстәрлекле, яратҡан өләсәй менән олатай.
- Кейәүгә сыҡҡас иптәшемдең ғаиләһенә ун беренсе кеше булып барҙым. Ғаиләлә ете бала, ата-әсәһе һәм өләсәһе йәшәй ине. Ҙур, күркәм йортта бергәләшеп матур, тыныс йәшәнек. Бала тыуғас, башҡа сыҡтыҡ. Тәүҙә колхоз йортонда йәшәнек. Һуңынан Белорет районынан бура алып, ауылдың Мәләш урамында йорт күтәрҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йортта дүрт йыл ғына йәшәп ҡалдыҡ. Өйөбөҙҙө йәшен атып, көл-күмергә ҡалдырҙы. Бәхеткә күрә, ул ваҡытта беҙ өйҙә булмай ҡалдыҡ. Шунан һуң әсәйем менән бергә торҙоҡ. Бөрйән районынан бура алып, икенсе урындан ер алып өй ултырттыҡ. Мине бәләкәйҙән ут эҙәрлекләп йөрөнө инде. Бер мәл, беҙ бәләкәй саҡта, атайым менән әсәйем беҙҙе өйҙә бикләп эшкә киткәндәр. Ағай-апайымдар уҡыуҙа булғандыр инде, Рамаҙан ҡустым менән шырпы менән уйнап ут сығарғанбыҙ. Янғындан беренсе мине сығарғандар, аҙаҡ ҡус­тымды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауахана юлында бәләкәй туғанымдың ғүмере өҙөлдө. Ул ваҡытта миңә биш, ҡустыма 3-4 йәш ине. Ул ерҙә ике тапҡыр янды өйөбөҙ. Икеһендә лә янғын эҙһеҙ үтмәне.

Мин дә эш мәлендә балаларҙы өйҙә ҡалдырып, мәктәпкә киткәйнем. Өс йәшлек малайым шырпы менән уйнап, ишек ҡорғанына ут төрткән. Ярай әле ҡыҙым тәҙрә аша ҡысҡырып, ярҙамға саҡырған. Күршеләр килеп утты һүндергәндәр. Бынан тыш, ҡәҙерле әсәйем өйөндә янып үлде. Әсәйемә 82 йәш ине, бер үҙе йәшәне. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күпләп мал тотто, аты ла, һыйыры, кәзәләре бар ине, ҡош-ҡорт та аҫраны. Шулай, бик күп тапҡыр янғын менән көрәшергә тура килде, - тип көрһөнөп ҡуйҙы Райхана апай.
Бөгөнгө көндә Райхана Рәжәп ҡыҙы хаҡлы ялда әүҙем тормош менән йәшәй. Ауылдың “Мәләш” коллективында бейей ҙә, йырлай ҙа. Коллектив менән район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Уҙған йыл Райхана апай “Мәләш” ансамбле ағинәйҙәрен өйөнә саҡырып, ҡаҙ өмәһе йолаһын үткәрә. Бынан тыш, ул волонтер ҙа булып тора. Күптән түгел волонтер таныҡлығы ла алған ул. Ауыл ағинәйҙәре менән бергәләшеп клубҡа йыйылып, берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн маскировка селтәрҙәре, дрон юрғандары, май шәмдәре, үлән сәйҙәре әҙерләйҙәр, төрлө тәмле-татлы ризыҡ бешереп оҙаталар.
Райхана апай бәйләм бәйләүгә лә бик оҫта. Махсус хәрби операция яугирҙәренә бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләп ебәрә. Ырғаҡ менән төрләндереп сағыу-сағыу төҫтәр менән диван, ултыр­ғыс япмалары эшләй.
Уңған хужабикәгә донъялағы мохтажлыҡтарҙы, ҡайғы күрмәй артабан да ғаиләһе менән тыныслыҡта, бәрәкәтле мул тормошта, һаулыҡта, шатлыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас