

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейының асылыу тарихы
1989 йыл БДУ-ның тарих факультеты студенты, беҙҙең ауылдашыбыҙ Земфир Ҡотлоев, Башҡортостан дәүләт архивында үҙенең диплом эшенә материалдар йыйған саҡта, көтмәгәндә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев төҙөгән Йомран-Табын ырыуы шәжәрәһенә тап була. Ошо уҡ йылдың май башында тарих һәм филология факультеттары берләшеп, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ижадын өйрәнеү маҡсатында фәнни түңәрәк ойошторалар. Был түңәрәк менән 4 курс студенты Земфир Ҡотлоев етәкселек итә. Түңәрәк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһенең исемен мәңгеләштереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәт менән сыға һәм тәҡдимдәр әҙерләй, Ибраһим һәм Һәүәләй ауылдарында урындағы халыҡ менән осорашыуҙар ойоштора. Шулай уҡ эҙләнеү эштәре алып бара һәм Иҫке Муса ауылында Өмөтбаевтың бүләсәре Рихард Өмөтбав мәғрифәтсенең ҡайһы бер әйберҙәрен таба. Был эштәр бөтәһе бергә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған ауылы Ибраһимда музей асыуға йоғонто яһай.
1990 йылдың ноябрь айында Фрунзе колхозынан айырылып сыҡҡан Өмөтбаев колхозының партия ойошмаһы ҡарары менән Ғәзимйән Ибраһимов етәкселегендә Белорет районына музей төҙөр өсөн бүрәнә әҙерләргә бригада китә. Ғинуар айына бүрәнәләр ҡайтып бөтә. 1991 йылдың 11 мартында төҙөүселәр бура бурай башлайҙар. 1 сентябрҙә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың музейы әҙер була.
Белешмә өсөн: Ҡотлоев Земфир Рәйес улы (1964-2007) - беҙҙең ауылдашыбыҙ.
Ул Ф.Х. Мостафина исемендәге мәктәпте (хәҙерге 20-се Башҡорт гимназияһы) Һәм Башҡорт дәүләт университетын юғары билдәләр менән тамамлай. Бөйөк мәғрифәтсенең исемен мәңгеләштереүгә бик күп көс һала. Шулай уҡ Земфир һәм уның иптәштәре шағир һәм сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Бабичтың ерләнгән урынын табыуҙа ҙур өлөш индерә. Планлы иҡтисадтан баҙар рельстарына күсеү осоронда Ибраһимда 1990 йылда Өмөтбаев исемендәге колхозды аса, Өмөтбаев колхозының председатель урынбаҫары булып эшләп, кешеләрҙе эшкә урынлаштыра,тыуған ауылында фермаларҙы, һыу үткәргестәрҙе, баҫыуҙарҙы һәм юлдарҙы төҙөкләндереүҙе йәнләндерә, газ үткәреүҙе проектлай. Республиканың йәштәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, «Башҡорт йәштәре Союзы»н һәм уның «Оран» гәзитен үҫтереү менән шөғөлләнә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Земфир Ҡотлоев Республиканың баш ҡалаһы предприятиеларында ауыл халҡын эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә, шулай уҡ ҡустыһы Илдар Ғарифуллинға бизнесын үҫтереүҙә, «Байрам» магазиндарын булдырыуҙа ярҙам итә.
Зифа Ибраһимова.
Ибраһим ауылы.