

Сәйәсмән, Коммунистар партияһын һәм Совет республикаһын төҙөүсе, совет дәүләтенең иң беренсе етәксеһе, халыҡ-ара коммунистик хәрәкәттең лидеры Владимир Ильич Ленин 1870 йылдың 22 апрелендә тыуған. Быйыл уның тыуыуына 156 йыл тулды.
Һәр йыл һайын Лениндың тыуған көнөндә Ҡырмыҫҡалы ауылының үҙәк майҙанында донъя пролетариаты юлбашсыһына ихтирам йөҙөнән тантаналы митинг үтә. Быйыл да шул матур йолаға тоғро ҡалып В.И. Ленинды район етәкселеге, ветерандар, район коммунистары, ойошма һәм предприятие вәкилдәре иҫкә алды. Сарала сығыш яһаусылар бөгөнгө өлкән һәм урта быуындың Ленин идеяларында тәрбиәләнеп үҫеүен билдәләп үтте, уның тормош юлына, сәйәси эшмәкәрлегенә байҡау яһанылар һәм тарихты онотмаҫҡа саҡырҙылар.
- В.И. Ленин донъя тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған марксизм-ленинизм классиктарының береһе, Рәсәйҙә большевиктар партияһын ойоштороусы, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы шәхес. Ул йылдарҙағы ваҡиғаларға төрлөсә ҡарарға мөмкин, әммә тарихи шәхестәрҙең героик тәжрибәһен оноторға ярамай, - тине Мәктәп-ара уҡыу комбинаты директоры, район Советы депутаты Хәсән Ибраҡов.
Сара бөйөк юлбашсының һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Әйткәндәй, был көндө Варшавка ауылында Ленинға һәйкәл асылды. Һәйкәл райондың маҡтаулы гражданы Нил Хәмитовтың инициативаһы менән төҙөлгән.
Шәхсән үҙем Совет осоронда үҫкән быуын булараҡ, Ленин беҙҙең тормошта яҡты иҫтәлек булып йәшәне. Лениндың тормошо һәм эшмәкәрлеге Ватанға тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө булып торҙо. Башланғыс кластарҙа октябрят булып, кескәй Володяның фотоһы төшөрөлгән билдәне тағып йөрөй торғайныҡ. Һуңынан уның тыуған көнөндә пионер сафына алындыҡ. Комсомол да булдыҡ беҙ. Әле лә иҫемдә түшемә октябрят, пионер, комсомол билдәләрен тағып йөрөүҙәр. Беҙҙең класс бүлмәһендә, класс таҡтаһынан өҫтәрәк «Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға» тигән һүҙҙәре яҙып ҡуйылғайны. Был ҡанатлы һүҙҙәр тормошобоҙ девизы булды. Лениндың тыуған көнө алдынан һәр ерҙә дөйөм шәмбе өмәләре үтә торғайны. Ул ваҡыттарҙы әле лә һағынып иҫкә алам.
Тарихын белгән, хөрмәт иткән илдең генә киләсәге бар. Владимир Ильич Ленин тураһында ла яҡты хәтирәләр халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.