

Оҙаҡҡа һуҙылған аномаль һыуыҡтарҙан арынығыҙмы? Оҙаҡламай йылыта. Май байрамдары һәм тотош май ниндәй буласаҡ? Синоптиктар яуап бирҙе.
“Гисметео” порталы мәғлүмәттәре буйынса, оҙон ял көндәренең беренсе яртыһы (1 майҙан 3-өнә тиклем) һалҡын була: көндөҙ +11,+12 градус, төндә +5,+7. Был, әлбиттә, пикник өсөн һауа торошо түгел.
Ысын йылы 4-5 майҙа ғына килә: дүшәмбе һауа +17, ә шишәмбе, 5 майҙа, +19 градусҡаса йылына.
Ә инде 6 майҙан Башҡортостанда ысын метеорологик йәй башлана. Был көндө төбәктә һауа +21 градусҡаса йылына, ә 7, 8 һәм 9 майҙа тағы ла йылыраҡ була: көндөҙ +22 градусҡаса. Шул саҡта, ниһайәт, баҡса миҙгелен асып, тәбиғәткә сығыу мөмкинлеге бар.
10 һәм 11 майҙа термометр бағанаһы +18,+19 градус күрһәтәсәк. Синоптиктар фекеренсә, айҙың икенсе яртыһы йомшаҡ һәм тотороҡло йылы була: көндөҙ +16,+20, ә төндә +15-кә тиклем. Шул уҡ ваҡытта болотло көндәргә ҡарағанда ҡояшлы көндәр күберәк буласаҡ, тип вәғәҙәләй метеорологтар.