Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Апрель , 10:11

Юлдарҙы ремонтлау ваҡыты

Яҙ етеү менән Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре автомобиль юлдарының проблемалы участкаларын ремонтлай башлай. Улар ҡыш буйына ватылған асфальт-бетон өҫлөктө тәртипкә килтерәләр.

Юлдарҙы ремонтлау ваҡытыЮлдарҙы ремонтлау ваҡыты
Юлдарҙы ремонтлау ваҡыты

Юл бригадалары бер юлы ике йүнәлештә эшләй: беренсеһе – “Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ-шишмә” трассаһында, икенсеһе – “Урал – Олокүл – Сахай” участкаһында. Һәр бригадала бишәр белгес эшләй. Эштәр барышын мастерҙар Илшат Вилданов һәм Рәфис Сабитов контролдә тота.
“Башкиравтодор” йәмғиәте филиалының Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Илгиз Зәйнуллин һөйләүенсә, районда хеҙмәт күрһәтә торған юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 514 километр тәшкил итә. Шуларҙың 300 саҡрымы асфальт-бетон япма, ҡалғандары – гравийлы юлдар, 2 меңдән артыҡ юл билдәһе, 20 күпер, 300 һыу үткәреү торбаһы, 33 автопавильон һәм 8 саҡрымдан артыҡ барьер кәртәһе бар.
Соҡорҙарҙы төҙөкләндереү башланыр алдынан, бар нәмәне цифрлаштыралар һәм юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе тикшереп тороу һәм планлаштырыу системаһы программаһына индерәләр, шунан һуң уларҙы төҙөкләндереү эшен башлайҙар. Эштәр бары тик технологик карта буйынса ғына алып барыла. Процеста компрессорҙар, юл шыу­ғалаҡтары һәм ҡатнаш юл машинаһы йәлеп ителгән. Бынан тыш, йыл һайын юл буйы полосаһында сүп-сар йыйыштырыу, тамғалар, автопавильондар һәм күперҙәрҙең ҡоймалары буяла.
- Соҡорҙарҙы ямауҙы йыл әйләнәһенә алып барабыҙ. Температура түбән булғанда, һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһын ҡулланабыҙ – быйыл уның сығымы 70 тоннаға яҡын тәшкил итте. Яҙ етеү һәм асфальт-бетон заводын эшләтеп ебәреү менән ҡайнар асфальтҡа күстек. Гравийлы юлдарҙы ҡыштан һуң грейдер менән тигеҙләйбеҙ, - ти Илгиз Әсхәт улы.
- Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямап, уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәртипкә килтереү мөмкин түгел, район халҡының аңлап ҡарауын һорайбыҙ – яҡын арала барыһын да тейешле хәлгә килтерәсәкбеҙ.
Илгиз Зәйнуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл “Ҡырмыҫҡалы – Түбәнге Төкөн”, “Ҡырмыҫҡалы - Константиновка” участкаларында япманың өҫкө ҡатламын тергеҙеү планлаштырыла.
Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығы коллективы татыу һәм берҙәм эшләй. Бында тәжрибәле белгестәр хеҙмәт итә, һәр кем үҙ вазифаһын яҡшы башҡара.
Юлсылар ямғырҙа ла, һыуыҡта ла, эҫелә лә һәм төрлө һауа торошо шарттарында эшләйҙәр. Был һөнәр физик көс, сыҙамлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек һәм стресҡа бирешмәүсәнлек талап итә – бындай ритмға һәр кем түҙә алмай.
Миләүшә ШАМИЛОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас