Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Апрель , 16:19

Районыбыҙ делегацияһы - Мәскәүҙә

Районыбыҙ делегацияһы Мәскәүҙә үткән "Бәләкәй тыуған яҡ — Рәсәй көсө" Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнаша.

Районыбыҙ делегацияһы - МәскәүҙәРайоныбыҙ делегацияһы - Мәскәүҙә
Районыбыҙ делегацияһы - Мәскәүҙә
 
Форум программаһы бик бай һәм ҡыҙыҡлы. Унда түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, проекттарҙы презентациялау һәм федераль властар вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте.
 
Форум Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән коллегалар менән уңышлы практикаларҙы, ҡыйынлыҡтарҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшереү өсөн уникаль мөмкинлек булып тора. Унда ҡатнашыу муниципаль идара итеүҙә яңы методикаларҙы үҙләштереү мөмкинлеген бирә, был урындағы актуаль бурыстарҙы һәм проблемаларҙы хәл итеү өсөн бик мөһим.
 
Шулай уҡ Форум сиктәрендә "Хеҙмәт" Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы йомғаҡтары сығарылды — төрлө ҡалаларҙан һәм райондарҙан коллегаларҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин үҙе бүләкләне.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас