

Кисә барышында китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм килгән ҡунаҡтар халыҡтарҙың дуҫлығын, төрлө милләт йолаларын һәм мәҙәниәтен данланы. Ерле авторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәренән торған бай китап күргәҙмәһе, ҡыҙыҡлы этно-уйындар һәм милли һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре бер кемде ҙә битараф ҡалдырманы. Китапхана эсе халыҡтарҙың милли көйҙәре, тәмле сәй еҫе һәм йылы аралашыу менән тулды.
Сарабыҙҙы йәмләп, үҙҙәренең бай тәжрибәһе, милли аҡылы һәм ижади ҡеүәте менән бүлешкән ҡунаҡтарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларҙың ҡатнашлығы кисәгә айырым бер нур һәм мәғәнә өҫтәне.
Китапхана — ул тик китаптар йорто ғына түгел, ә халыҡтарҙы һәм күңелдәрҙе берләштереүсе рухи үҙәк булыуын тағы бир тапҡыр иҫбатланы. Киләсәктә лә ошолай бергә, татыу булып, ижад шишмәләрен һүндермәй йәшәйек! Рәхмәт, һеҙгә, апайҙар!
Гөлсиә Бикҡужина, китапхана методисы.