

Дмитрий Альберт улы 1997 йылдың 25 мартында Бекетов ауылында тыуған. Ул тәрбиәле, асыҡ, шат күңелле, ҡайғыртыусан, ышаныслы, йомшаҡ холоҡло егет булып үҫә. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ була. Волейбол, өҫтәл теннисы менән мауыға. Мәктәп һәм район ярыштарында ҡатнаша.
2015 йылда армияға саҡырылған Дмитрий өлкән уҡсы вазифаһында хеҙмәт итә. Армияла үҙен яуаплы хәрби хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Тырыш хеҙмәте “Гвардия” һәм “50 яҡшы караул” күкрәк билдәләре менән бүләкләнә.
Махсус хәрби операция башланғас, беренселәрҙән булып мобилизациялана. 2022 йылдың 25 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре сафына баҫа. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә хәрби бурысын үтәй. Махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы, хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәне өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һәләк булып ҡала. Уға ни бары 27 йәш була. Яугир үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.
Дмитрий Уразбахтиндың батырлығы сикһеҙ ғорурлыҡ уята. Батырыбыҙ тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.